

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше башланды. Уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Башҡортостан 24, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV, "Рәсәй 24" телеканалдары һәм "Рәсәй радиоһы", “Юлдаш" радиостанциялары, шулай уҡ Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡарарға була.
Тура бәйләнеш башланыр алдынан Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә пост ҡуйҙы. “Көн һайын беҙҙең идара итеү командаһы республика халҡының төрлө темаларға йөҙҙәрсә һорауына яуап бирә. Һәм йылына бер тапҡыр, был һорауҙарҙың бер өлөшөнә тура бәйләнеш үткәрәм. Минең өсөн бындай диалог ысынлап та мөһим. Халыҡ менән аралашыу – төрлө кимәлдәге чиновниктың эш нигеҙе тип иҫәпләйем. Бындай формат барлыҡ мәсьәләләрҙе комплекста ҡарарға мөмкинлек бирә, ә ул, үҙ сиратында, беҙгә системалы эшебеҙҙә ярҙам итә”, – тип яҙҙы ул.
Бөгөнгө тура бәйләнеш ябай түгел. Оҙаҡламай дәүләтебеҙ Башлығы Владимир Путиндың да “Валдай” форумында мөһим сығышы көтөлә. Әгәр ул сара башланһа, бәйләнеш ваҡытында уны ла күрһәтәсәктәр.
Радий Фәрит улы кәйефенең эшлекле булыуын билдәләне һәм тыйылған темаларҙың юҡлығы тураһында билдәләне. Килгән һәр һорауҙарға ла яуап бирергә тырышырмын, тине.
Республикаға идара итеү үҙәгендә барған тура бәйләнеште залда журналистар, йәмәғәтселәр ҡарай. Шулай уҡ Башҡортостандың баш хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм республиканың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин да ҡатнаша.
Тәүге һорауҙы тарихсы Рәмил Рәхимов бирҙе. Ул илһөйәрлек һәм Миңлеғәле Шайморатов темаһына арналды.
– Миңлеғәле Шайморатовҡа бәйле барлыҡ мәсьәләләрҙе яҡлау – шәхси минең түгел, ә Башҡортостан халҡының ҡарары. Турбулент ваҡытта нимәгәлер тиңләшергә һәм нимәгәлер таянырға кәрәк. Йәштәр өсөн дә тәжрибә, яҙмыш, ата-бабалар принциптары яҡшы өлгө. Легендар комдивтың исеме менән бәйле проект тамамланмаған әле, дауамы буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ унан Башҡортостанда булдырылған тағы бер доброволецтар батальоны тураһында һоранылар.
– Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонын ойоштороуҙы хупланым, сөнки халыҡтың ҡыҙыҡһыныуын һәм теләген күрәбеҙ. Был Рәсәй гвардияһы составында айырым хәрби берәмек буласаҡ. Республика экипировка менән ярҙам итәсәк һәм яугирҙәр мотлаҡ хәрби әҙерлек үтәсәк, – тине ул.
Әлеге ваҡытта Радий Хәбировтың тура бәйләнеше өҙөлдө. Тура эфирҙа ил Президенты Владимир Путиндың сығышы башланды.
Фото: "Башинформ".