Йәмғиәт
27 Октябрь 2022, 11:45

Йәш йүнселдәрҙе “Йәшлек House”та көтәләр

Асыҡ турнирҙа ҡатнашырға теләһәгеҙ, теркәлегеҙ.

Йәш йүнселдәрҙе “Йәшлек House”та көтәләрЙәш йүнселдәрҙе “Йәшлек House”та көтәләр
Йәш йүнселдәрҙе “Йәшлек House”та көтәләр

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты идара итеү бәйгеһе буйынса "Файҙа ярҙамында этәргес бир” (“Двигай выгодой”) асыҡ турнирына теркәй башланы. Таллин менеджерҙар мәктәбен асҡан Владимир Тарасовтың авторлыҡ технологияһы буйынса ойошторолған турнирҙа ҡатнашыуға йәш эшҡыуарҙар, үҙ бизнесын үҫтерергә теләгән йәштәр, студенттар һәм социаль проект авторҙары саҡырыла. Сара 29 октябрҙә Өфөләге “Йәшлек House” майҙанында уҙғарыла.

– Идара итеү бәйгеһе Волга буйы федераль округындағы Интеллектуаль олимпиаданың мотлаҡ йүнәлештәре иҫәбенә инә. Беҙ иһә округ кимәлендә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ кешеләрҙе һайлап алыу һәм әҙерләү менән шөғөлләнәбеҙ. Йәштәр сәйәсәте лигаһы Башҡортостанда төбәк һайлап алыу этабының операторы булып тора. Ойошма командаһы һәр шишәмбе “Йәшлек House”та асыҡ күнекмәләр үткәрә, – тине Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Бәйге “Студенттарҙың һөйләшеүҙәр клубы” проектына ярашлы үткәрелә.

– Беҙ IQ-ПФО олимпиадаһының төбәк һайлап алыу этабына әҙерлекте башлайбыҙ. Сарала ҡатнашыусылар төрлө дәрәжәләге һөйләшеүҙәр алып барырға, фекерен аҡыллы итеп яҡларға, бәхәстәрҙе көйләргә өйрәнә, үҙен төрлө ролдәрҙә һынап ҡарай. Бәйгене профессиональ өлкә эксперттары баһалай. Унда беҙ Идара итеү бәйгеһе клубы менән таныштырабыҙ, уға ҡушылыу алымын өйрәтәбеҙ, – тине сараның координаторы Влада Суколина.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19255/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас