Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 06:05

“Балаларымдың фотоһын күрһәтергә яратмайым”

Радий Фәрит улы шәхси һорауҙарға ла яуап бирҙе. 

“Балаларымдың фотоһын күрһәтергә яратмайым”“Балаларымдың фотоһын күрһәтергә яратмайым”
“Балаларымдың фотоһын күрһәтергә яратмайым”

Кисә кис Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеше булды. Дүрт сәғәттән ашыу барған аралашыуҙа республика тормошоноң барлыҡ өлкәләренә лә ҡағылған тиҫтәләгән һорауҙар яңғыраны. Шулай уҡ араларында Радий Фәрит улының шәхси тормошона ҡағылғандары ла булды.

Журналистар унан ни өсөн социаль селтәрҙә малайҙарының фотоһын күрһәтмәйһегеҙ тип һораны.

– Мин ғөмүмән, балалармдың фотоһын кемгә булһа ла күрһәтергә яратмайым. Мин етәксе булараҡ күп төрлө ҡарарҙар ҡабул итәм, улар менән ҡәнәғәт булмағандар, риза булмағандар бар, һәм дөйөм алғанда агрессив мөхиттә йәшәйем. Һәм был мөхиткә яҡындарымды ла йәлеп итергә теләмәйем. Барыһы ла миңә төшһөн, уларға түгел, был бит минең эшем, – тине ул.

Шулай уҡ Радий Хәбиров балаларына артыҡ иғтибар бүлә алмауы тураһында әйтте.

– Эшем шундай, балаларға ҙур иғтибар бүлеп булмай. Мин киткәндә улар йоҡлап ҡала, ҡайтҡан саҡта йоҡларға ятҡан була.Ҡайһы берҙә Фәритте эшкә килтерәләр, уның менән аралашып, сәй эсеп алабыҙ, – тине ул.

Күптәр төбәк етәксеһенең оҫта итеп былау бешергәнен дә белә. Ошоға бәйле һорау ҙа бирҙеләр. Радий Фәрит улы ҙур ҡаҙанда даими рәүештә былау бешерергә хыялланыуын, әммә әле бының өсөн ваҡыт түгел икәнлеген әйтте.

– Әле бешерергә һәм күрһәтергә теләмәйем. Ошо ҡатмарлы осорҙо үткәреп ебәрергә кәрәк. Аҙаҡ мотлаҡ әҙерләрмен. Минең ҙур хыялым бар – ҙур ҡаҙанда бешереү һәм уны даими эшләү. Һәм һуңынан – мин бер урында тормайым. Былау – үтелгән этап, мин бында башҡа ризыҡтар бешерергә өйрәндем: уха ла, ҡабырғалар ҙа тигәндәй. Был эштән ял иттерә, – тине Радий Хәбиров.

Ә былауының рецептына килгәндә, бында бер ниндәй ҙә сер юҡ тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбировҡа балаларҙан да һорауҙар килде. Ҡалтасы районы уҡыусыһы Анна Ишбулатова Мәскәүгә сәфәре барышында уға баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына арналған өҫтәл уйынын бүләк итеүҙәре тураһында һөйләне. Хәтерҙе күнектерергә һәм ниндәйҙер яңылыҡ белергә мөмкин. Ҡыҙыҡай республиканың билдәле урындары тураһында ошондай уйын сығарырға тәҡдим итте.

Башҡортостан тураһында өҫтәл уйындары бар, тип хәбәр итте Радий Хәбиров. Идея уға оҡшаны. Киләһе килгәнендә ул район башлығы менән бергә уйынды тикшереү өсөн ҡыҙыҡайға инеп сығырмын, тине.

– Ошондй һәйбәт кеше өсөн мотлаҡ нимә булһа ла уйлап табырбыҙ. Беҙҙең балалар шундай матур, һәр саҡ быны ҡабатлайым, – тине Радий Фәрит улы.

 Фото: скрин-шот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас