Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 11:16

“Беҙ берҙәмлек һәм теләктәшлек күрһәтергә тейеш”

Күңел йылыһы һалынған йөк яҡташтарыбыҙға тапшырылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Фото:Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаларынан, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән торған делегация гуманитар йөк менән Ҡырымға, Симферополь һәм Севастополь ҡалалары госпиталдәрендә ятҡан яҡташтарыбыҙ янына юлланғайны.

Әлбиттә, улар юлдың оҙайлы һәм ҡатмарлы булыуын аңлап сыҡты, әммә унда Башҡортостан­дан килгән сәләмде һәм ярҙамды ни тиклем көткәндәрен белгәнгә күрә, бар ҡаршылыҡтарҙы ла үтерҙәренә, маҡсаттарына етерҙә­ренә һис кенә лә шик булманы. Гуманитар ярҙам көндәлек кәрәк-яраҡтан, республика халҡы йыйған кейем-һалымдан, күстәнәстәрҙән тора. Ниһайәт, Ҡырымдан шат­лыҡлы хәбәр килде: күңел йылыһын һалып йыйған йөк тәғәйенләнгән урынға барып еткән һәм яҡташтарыбыҙға тапшырылған.

– Башҡорт халҡы һәр саҡ ил иңенә ятҡан ауыр осорҙарҙа берҙәмлек өлгөһө булды. Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыныс тормошобоҙҙо яҡлаған ватандаштарыбыҙ кеүек, беҙ әле лә берҙәм, маҡсатлы, – тип белдерҙе юлға сығыр алдынан делегация етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы менән бергә республиканың сәнғәт эшмә­кәрҙәре лә яугирҙәребеҙгә рухи ярҙам күрһәтергә юлланды. Һүҙ музыкант, автор-башҡарыусы, “Без – башҡортлар” хәрәкәте ағзаһы Филүс Беркет, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Стәрлета­маҡ дәүләт театр-концерт берләш­мәһе солисы, ҡурайсы Динар Абдуллин һәм блогер, йырсы Ильяс Батыргәрәев тураһында бара.

– Гуманитар ярҙам тап­шырыуҙан тыш,  Симферополь һәм Севастополь госпиталдәрендә һалдаттары­быҙҙың рухын да күтәрергә барабыҙ. Классик репертуар, шулай уҡ “Салауат батыр”, “Каруанһарай”, “Төньяҡ амурҙары” кеүек әҫәрҙәр, башҡа башҡарыу­сыларҙың йырҙары менән дә сығыш яһаясаҡбыҙ. Һис шикһеҙ, беҙ тыныс тормошто һаҡлау кеүек изге эштә берҙәмлек күрһәтергә тейеш, – тип билдәләне Филүс Беркет.

Әйткән­дәй, гуманитар ярҙам араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Йөрәк йылыһы” акцияһы барышында йыйылған әйберҙәрҙең дә бер өлөшө бар. Яугирҙәргә бүләккә республика халҡы йөн ойоҡбаштар, термокейем, бирсәткә, бейәләйҙәр һәм хаттар килтергән. “Йөрәк йылыһы” акцияһы сиктәрендә яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам Әбйәлил, Тәтешле, Дүртөйлө, Яңауыл райондары, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаһы һәм респуб­ликаның башҡа әүҙемселәре ҡат­нашлығында йыйылды.

Унан тыш, республика етәкселеге ярҙамында һалдаттарға йөҙәрләгән куртка, рюкзак, “Медтехника” компа­нияһынан кәрәк-яраҡ һалынған пакеттар, сәй, печенье һәм башҡа әйберҙәр ебәрелде.

Ҡырымға ойошторолған гуманитар сәйәхәттең тормошҡа ашырылыуына урындағы әүҙемселәр – Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм әлеге ваҡытта Севастополь ҡала­һында йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа ҙур өлөш индергән. Тап ошо әүҙемселәр Ҡырым госпиталдә­рендә ятҡан яралы егеттәр менән бәйләнеште яйға һалған, улар яҡташтарыбыҙға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Севастополь ҡала­һынан Әлиә Әхмәтова түбәндә­геләрҙе белдерҙе:

– Тыумышым менән мин Ҡыйғы районынан, 2019 йылда ғаиләбеҙ менән Севастополгә күсеп килдек, ике бала тәрбиәләйбеҙ. Беҙгә бындағы климат, кешеләр, ҡала ла бик оҡшай.  Яҡташтарыбыҙ ҙа күп: улар араһында беҙҙең кеүек даими йәшәгәндәр ҙә бар, ә кемдер йәйге миҙгелгә килә. Махсус хәрби операция башланғас, Севастополдә хәрби госпиталдәр көсөргәнешле эшләй башланы, унда хәрби хәрә­кәттәр зонаһынан яраланғандарҙы вертолеттарҙа килтерәләр. Ғәҙәттә, яугирҙәр бында хәле тотороҡлан­ғандан һуң дауаланыу өсөн башҡа госпиталдәргә оҙатыла. Аңлап тораһығыҙ: егеттәр бында яу яланынан эләгә, улар иң ябай шәхси әйберҙәргә лә мохтаж. Был хаҡта беҙгә сентябрҙә таныш­тарыбыҙ аша Севастополь госпи­таленә эләккән Шайморатов исе­мендәге батальон яугирҙәре хәбәр итте. Яҡташта­рыбыҙҙың үтенесенә битараф ҡала алманыҡ һәм тиҙ генә аҡса йы­йыуҙы, тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙарын һатып алыуҙы ойошторҙоҡ.

Бындай ярҙамды даими күрһәтә­беҙ, сөнки ихтыяж бар. Йәмәғәт әүҙемселәренә мөрәжәғәт иттек, мәғлүмәтте төрлө төркөмдәргә һәм чаттарға, шул иҫәптән Башҡорт­останға ла ебәрҙек. Яҡташтарыма рәхмәт, беҙҙең үтенескә берәү ҙә битараф ҡалманы. Был ваҡыт эсендә беҙ егерменән ашыу Башҡортостан яугиренә – Нефтекаманан, Малаяҙҙан, Бөрөнән, Салауат, Саҡмағош, Федоровка һәм башҡа райондарҙан булған егет­тәрҙе, Шайморатов, Доставалов батальоны яугирҙәрен, контракт буйынса хеҙмәт иткәндәрҙе һәм үҙ ирке менән яуға киткәндәрҙе эске кейем, рюкзактар, аяҡ кейеме, курткалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин иттек. Ваҡыт уҙыу менән егеттәр беҙҙең бәйләнеш­тәрҙе хеҙмәттәштәренә бирә башланы. Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары бик күп кәрәкле әйбер алып килде, шулай уҡ тағы ла бер машина йөк һуңғараҡ килеп етте. Башҡорт­остандан килгән күстәнәстәрҙе һәм әйберҙәрҙе алыу яугирҙәребеҙгә икеләтә ҡыуаныс килтерер, тип уйлайым.

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла, Башҡортостан үҙ яугирҙәре хаҡында һәр саҡ хәстәрлек күрә, тип билдәләй.

– Был гуманитар ярҙам республика халҡы исеменән Севастополгә ебәрелгән, әлеге ваҡытта унда беҙҙең байтаҡ ир-егеттәребеҙ дауалана һәм реабилитация үтә. Бында улар тәүге сиратта Севастополдә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың, йәмәғәт әүҙемселәренең иғтибарын һәм хәстәрен, уларҙың даими ярҙамын тоя – был бик ҡыуаныслы. Әүҙемсе яҡташтарыбыҙға, ғөмүмән, ҙур рәхмәт, ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡыҙҙар йөҙгә яҡын яугиргә ярҙам күрһәткән, кейем-һалым, телефондар һатып алған, йорттарынан тәмлекәстәр бешереп килтереп һыйлаған. Егеттәребеҙҙең рухын күтәреү өсөн был саралар бик мөһим, сөнки йорт йылыһын, яҡындарҙың хәстәрен тойоу һәр кемгә ыңғай тәьҫир итә. Ғөмүмән, яугирҙәребеҙ Тыуған илебеҙҙең, ватандаштарыбыҙҙың даими ярҙа­мын күрергә, тойорға тейеш. Ысынлап та, улар артында – тотош дәүләт. Улар – беҙҙең терәгебеҙ һәм яҡлаусыларыбыҙ, шул уҡ ваҡытта һәр ҡайһыбыҙ Ватанды һаҡлау кеүек изге эштә уларға теләктәшлек, хәстәрлек күрһәтергә тейешбеҙ. Миҫал өсөн, ошондай гуманитар ярҙам йыйыуҙы ғына алайыҡ: һәр кем был кәрәкле һәм мөһим эшкә үҙ өлөшөн индерә ала. Беҙ, йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, был эш менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, гуманитар ярҙамды мобилизация­ланған яҡташтарыбыҙ хәрби әҙерлек үткән һәм махсус хәрби операция барған урындарға даими оҙатабыҙ.

Унан тыш, форсаттан файҙа­ланып, яугирҙәребеҙҙең ғаиләлә­ренә Ҡырымдағы әүҙемселәр исе­менән мөрәжәғәт иткем килә. Севастополдә, Симферополдә һәм Феодосияла дауаланған яҡында­рығыҙ тураһында мәғлүмәт белергә теләһәгеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисына йәки Ҡырымға, 7917443-33-36 телефонына шылты­ратырға мөмкин. Шулай уҡ был номерҙар буйынса яугирҙәре­беҙгә ярҙам итергә әҙер булған һәр кеше мөрәжәғәт итә ала, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты билдәләүенсә, шулай уҡ  республикала мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса координация штабы булдырылған, һәм ул әүҙем эшләп килә, төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеүҙе ойоштора. Мәғлүм булыуынса, яугирҙәрҙең ғаиләләренә өс тиҫтәгә яҡын махсус ярҙам сараһы ҡаралған – республика һалдаттар, уларҙың туғандары, яҡындары хаҡында даими хәстәрлек күрәсәк, иғтибарҙан айырмаясаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов гуманитар ярҙамды даими формалаштырыу өсөн Башҡортостандан ғына түгел, башҡа субъекттарҙан да, сит илдәрҙән дә ярҙам килеүен билдәләй – йәмәғәт ойошмаһы донъяның 36 илендә ойошторолған бөтә ҡоролтайҙарға ла мөрәжәғәт иткән.

– Беҙҙең “Йөрәк йылыһы” гуманитар акцияһына Европала, Урта Азияла йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҙа әүҙем ҡушылды. Уның төп маҡсаты  һалҡындар етер алдынан яугирҙәр өсөн йылы кейем хәстәрләү ине. Әлеге ваҡытта Севастополдә дауаланған яҡташ егеттәргә  йылы кейем, ойоҡбаш һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып килдек. Беҙҙең акцияны республика етәксе­леге лә, төбәктең эшлекле даирә­ләре лә хуплап сыҡты, берәү ҙә вайымһыҙ ҡалманы. Шулай уҡ әлеге ваҡытта медицина ҡорамалдары, инвентарь тейәлгән йөк тә килеп етеү өҫтөндә. Республикабыҙҙан ошондай ярҙам даими буласаҡ – ир-егеттәребеҙ беҙҙең хәстәрҙе, берҙәмлекте тойорға тейеш, – тине Юлдаш Мөхәмәт улы.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас