+21 °С
Болотло


Яңы йылға тиклем әле ике айҙан ашыу ваҡыт бар. Әммә Бөйөк Устюгты төйәк иткән Ҡыш бабай сәйәхәткә әҙерләнә лә башлаған, ҙур илебеҙҙең ҡайһы ҡалаһында ҡасан буласағын хәбәр иткән.
Ул шәхси поезында юлға сыға һәм Өфө вокзалында ла туҡталыш яһаясаҡ. Илебеҙҙең төп Ҡыш бабайы менән балалар 7 декабрҙә баш ҡаланың тимер юл вокзалында осраша ала.
Теләге булғандар, билет һатып алып, уның поезын инеп ҡарау, байрам программаһында ҡатнашыу мөмкинлегенә лә эйә.
Фото: vk.com/pozitiv_news_ufa