Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 16:43

Хыялы – сәйәхәт итеү

Рус теленән уҡытһа ла, башҡортса шиғырҙар яҙа.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Һәр шиғырына тос фекер төйнәгән, уҡыусыһының күңеленә үтеп инә алырлыҡ ижады менән арбаған шағирә Фирүзә Абдуллина тормошта ниндәй кеше икән, тигән ҡыҙыҡһыныу күңелдә күптән бар ине. Ниһайәт, шағирә менән осрашып һөйләшеү форсаты тейҙе.

 

– Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы, ижадҡа юл алған бала сағығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле?

– Баймаҡ районының Шүлкә ауылында ун балалы ҙур ғаиләлә төпсөк ҡыҙ булып үҫтем. Атайым Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем үткән фронтовик ине. Әсәйем уны дүрт бала менән оҙатып ҡалған. Һуғыштан һуң һигеҙ бала тыуғанбыҙ, ләкин икәүһе бәләкәй саҡта мәрхүм булған. Уңған, тырыш атай-әсәйебеҙ беҙҙе ас-яланғас итмәне. Үҙебеҙ ҙә эшләп үҫтек. Оло ағайым армиянан һуң Яҡут Республикаһында тороп ҡалды, ул да шиғырҙар яҙған. Апайҙарым, ағайҙарым йырларға әүәҫ булды, атай-әсәйем дә моңло ине. Ағай­ҙарым баянда уйнаны. Күмәкләп йыйылғанда сәғәттәр буйы йырлашып ултырҙыҡ. Хәҙер һағынып иҫләргә генә ҡалды...

 

– Тәүге шиғырығыҙ ҡасан яҙылды? 

– Беренсе шиғырымды өсөнсө класта уҡығанда уҡытыусым ҡушыуы буйынса әсәйҙәр көнөнә яҙҙым. Уҡытыусым маҡтаны, әсәйем дә шатланды. Шиғырым һаҡланмаған, ләкин “даны” ҡалды. Артабан был шөғөлдө ташламаным. Матбуғатта тәүге ижад емешем баҫылғанда, етенсе  класта уҡый инем. Ул район гәзите “Октябрь байрағы”нда донъя күрҙе. Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡыған йылдарымда айырыуса әүҙем яҙыштым. Шуға һөнәр һайлағанда икеләнеү тойғоһо булманы. Тел уҡытыусыларын шул тиклем яраттым, инша конкурстарында ла еңеүҙәр яулай тор­ғайным.

Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультеты студенты булып киттем, унда “Ашҡаҙар” түңәрәгенә йөрөү һәләтемде үҫтереүгә булышлыҡ итте. Минең шиғырҙарым ингән тәүге китапты – “Йәш көстәр” йыйынтығын  тап шул йылдарҙа ҡулға алдым. Ижад­ҡа тура юл кеүек ине лә, ләкин яҙмыш башҡаһын насип итте – мөкиббән бирелеп уҡытыусылыҡ эшенә сумдым.

Институтты тамамлағанда ке­йәүгә сығып, ғүмеремде Ҡырмыҫ­ҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы менән бәйләнем. Тормош иптә­шем – физика-математика уҡы­тыу­сыһы. Бергәләп ике ҡыҙ үҫтер­ҙек, уларға юғары белем алырға ярҙам иттек. Хәҙер икеһе лә ғаиләле, кейәүҙәребеҙ ҙә – уҡыған, тырыш егеттәр. Уларҙы ла үҙ ба­ла­ларыбыҙҙай яҡын күреп ҡабул иттек. Өс ейәнебеҙгә ҡыуанып, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙ менән аралашып йәшәйбеҙ.

Бына шулай, дүрт тиҫтә йыл ин­де мин ошо ауыл килене, мәктәптә 35 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, хаҡлы ялға сыҡтым. Һис шикһеҙ, үҙемде бәхетле кеше тип иҫәпләйем. Эшемде лә рәхәтләнеп, яратып башҡарҙым. Уҡыусыларымдың ихтирамы, уңыштары минең өсөн иң юғары баһа булды. Башҡорт теленән дә уҡыта ала инем, ләкин ундай бәхет тәтемәне. Шулай итеп, һуңлап ҡына ижадҡа әйләнеп ҡайттым.

 

– Һуңлап ижадҡа тотонһағыҙ ҙа, китаптар ҙа сығарырға өл­гөр­гәнһегеҙ. Күңелегеҙгә ниндәй темалар яҡын? Көй яҙылған шиғырҙарығыҙ бармы? 

– Күберәк тормош фәлсәфәһе минең шиғырҙарҙа. Шиғыр күңелгә ҡапыл килә, яҙып өлгөрөп ҡал­һаң – яҙаһың, өлгөрмәһәң, китә лә бара. Тиҙ генә яҙылһа, матур була. Ҡайһы бер шиғырҙың фекерен оҙаҡ ваҡыт күңелдә йөрөтәм дә ҡапыл ғына яҙып ҡуям. Нин­дәйҙер тетрәнеү һөҙөмтәһендә лә тыуа улар.

Шиғырҙарым бөтәһе ете китап­ҡа ингән, ләкин дүртәүһе генә тулыһынса минең ижадымдан тора. Улар үҙнәшер ысулы менән баҫтырылған. Йөҙҙән ашыу шиғы­рыма йырҙар яҙылған. Прозала тәүге тәжрибәләрем бар, ләкин үҙем уларҙан бер ҙә ҡәнә­ғәт түгелмен.

 

– Үҙегеҙ шиғыр уҡырға яра­таһығыҙмы?

– Әлбиттә. Яратҡан авторҙа­рым күп түгел: Әнғәм Атнабаев, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Салауат Әбүзәр, Рәмил Йәнбәк...

 

– Кешелә ниндәй сифатты айы­рыуса ныҡ хөрмәт итәһе­геҙ?

– Кешеләрҙә иң мөһим сифат, минеңсә – яуаплылыҡ, сөнки ошо сифаты булмаған кешегә эштә лә, ғаиләлә лә бер ҡасан таянып, ышанып булмай.

 

– Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?

– Буш ваҡытымда ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратам. Түшелдеректәр, ҡашмау эшләйем, тегәм, бәйләйем, ынйы менән дә булышам, китап уҡырға ла яратам. Ауыл кешеһенә бойоғоп улты­рырға ваҡыт юҡ. Һәүетемсә генә йәшәп ятабыҙ. Баш ҡалаға спектакль, концерттарға  йөрөйбөҙ. Илһам килһә, ижад итәм. Ҙур хыялым да бар – ер-һыу күреп сәйәхәт итеү. Балалар бәләкәй, мал-тыуар ишле саҡта ал-ял белмәй эшләп донъя көттөк. Әйләнеп артҡа ҡараһам, ғүмер үтеп бара, ә үҙебеҙ өсөн йәшәмәгәнбеҙ кеүек. Студент саҡта Дағстанға барып ҡайтҡайным, башҡаса ер-һыу ҙа күргәнем булмаған. Иптәшем менән һөйләштек тә, малды бөтөрөп, ялдарыбыҙҙа сәйәхәт итергә булдыҡ. Республика буйлап байтаҡ йөрөнөк, Себер тарафтарына ла, Красноярск өлкәһенә лә барып еттек. Былтыр Азов диңгеҙен, Абхазияны ла күрергә насип булды. Алла бойорһа, алдағы ғүмергә лә хыялдарым ҙур, донъялар ғына имен булһын.

 

– Әңгәмә өсөн рәхмәт.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ:

 

Беҙ теребеҙ әле!

 

Беҙ теребеҙ әле, беҙ йәшәйбеҙ,

Тимәк, әле мөмкин төҙәтеп

Белеп-белмәй ҡылған хаталарҙы,

Яҙмыштарҙы мөмкин үҙгәртеп.

Беҙ теребеҙ әле, һуң түгел бит

Кемдәргәлер рәхмәт әйтергә,

Кемдәрҙелер кисерергә мөмкин,

Яҡшылығын алып хәтергә.

Беҙ теребеҙ әле. Ер өҫтөнән

Ябылмаған йөрөр юлыбыҙ,

Осрашырға, күрешергә кәрәк –

Юҡһа, һуңға ҡалып ҡуйырбыҙ…

Беҙ теребеҙ әле! Үкенесһеҙ

Йәшәп үтер өсөн ғүмерҙе,

Берҙәм, татыу, ихлас булайыҡсы!

Йәшәйексе биҙәп ил, ерҙе!

Һәммәбеҙҙә юҡ-бар өсөн дә бит

Келт итергә торған бер күңел…

Кисерәйек дәррәү хаталарҙы –

Беҙ теребеҙ әле, һуң түгел!

 

Атайымды һағынғанда

 

Тыуған ауылыма ҡайтҡан саҡта

Уң яғына юлдың теҙелеп,

Сәләмләйҙәр мине ҡарағайҙар –

Эй, һағындым һеҙҙе өҙөлөп!

Ҡарағайҙар, минең атайымдың

Ҡулдары бит һеҙҙе ултыртҡан,

Нисә йылдар һеҙҙе тәрбиәләп,

Бала урынына ҡайғыртҡан.

Шулай булғас инде, ҡарағайҙар,

Тимәк, һеҙ ҙә миңә ағайҙар!

Атайымдың эҙен һаҡлай бында

Урман-ҡырҙар, ялан-туғайҙар...

Ҡасып китмәһәң дә, сәсеп киттең,

Һинең ерең бында, атайым!

...Бик һағынған сағым атайымды –

Тыуған яҡтарыма ҡайтайым.

 

Бәхетле булғым килә!

 

Хәтеремдән юйып ташлап

Моңһоу көндәрҙе генә,

Йәшәргә ине иҫәбем –

Бәхетле булғым килә!

Юғалығыҙ, һағыштарым!

Улар үҙҙәре белә:

Бошонорға ваҡытым юҡ–

Бәхетем йәнәш килә!

Илар ерҙә иламайым,

Яраймы, юҡмы – көләм!

Бәхетле булғым килгәнгә

Бәхетле була беләм!

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: