Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 04:00

Күҙ асып йомғансы үткән дә киткән

Армия хеҙмәтенән ҡайтҡан дыуамал егет ҡышҡы көндәрҙең береһендә һөйгәнен эш урынынан санаға ултыртып, урлап алып китә...

Күҙ асып йомғансы үткән дә киткәнКүҙ асып йомғансы үткән дә киткән
Күҙ асып йомғансы үткән дә киткән

Әлшәй районында тормош юбилярҙарын тантаналы шарттарҙа ҡотлау ғәҙәти йолаға әүерелгән. Был юлы ла  сираттағы тантанаға бәхетле парҙар балалары һәм ейәндәре менән килде.  Айҙағол ауылында 60 йыл бергә татыу донъя көткән Фәнүзә һәм Ирхат Шәйәхмәтовтар гәүһәр туйҙарын билдәләй. Армия хеҙмәтенән ҡайтҡан дыуамал егет ҡышҡы көндәрҙең береһендә һөйгәнен эш урынынан санаға ултыртып, урлап алып китә... Ошо ваҡыттан  алтмыш йыл ғүмер   күҙ асып йомғансы үтеп тә киткән! Фәнүзә ул саҡта Слаҡтағы кеҫәл заводында эшләй, ә Ирхат элеваторҙа – водитель. Ғаиләлә алты бала донъяға килә. Хәҙер олатай һәм өләсәйҙең һигеҙ ейәне һәм туғыҙ бүләһе бар.  

Любовь һәм Николай Ивановтар Одесса өлкәһендә таныша. Раевка егете бында армия хеҙмәтен үткән була. Йәштәр ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешә. Ивановтар өс баланы тәрбиәләп үҫтерә.  Бөгөн улар алты ейәндәрен һәм өс бүләләрен тәрбиәләргә ярҙам итәләр.

 Һәр ғаиләнең үҙ мөхәббәт тарихы.  Трамвай водителе булып эшләгән Әҡлимәгә троллейбус водителе Әнүәрҙең күҙе төшә. Ғәликәйевтәр тормоштарын баш ҡалала башлай, ә 1985 йылда Раеваға күсеп киләләр. Илле йыллыҡ тормош юбилейын улар бөгөн оло ғаиләләрендә ҡаршылай. Өс бала һәм ете ейәндәре– юбилярҙарҙың ғорурлығы.  Роза һәм Мөҙәрис Бәхтийәровтар, Рәмилә һәм Рауил Ибраһимовтар, Наилә һәм Фәнил Садиҡовтарҙың  һөйөнөс һәм көйөнөстәр тулы  тормошо  тураһында ла бик күп һөйләргә булыр ине. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин тормош юбилярҙарын байрамдары менән тәбрикләп, Башҡортостан Башлығы исеменән Ҡотлау адрестары һәм бүләктәр тапшырҙы.

–Һеҙҙең тормош юлы сәскәләр менән ҡапланмағаны билдәле, һеҙ  ил менән  бергә бөтә ауырлыҡтарҙы уртаҡлаштығыҙ, һөйөүегеҙҙе һаҡланығыҙ, балалар үҫтерҙегеҙ... Беҙ һеҙҙең өсөн шатбыҙ, – тип, ЗАГС бүлеге начальнигы Лариса Сафина тормош юбилярҙарына һаулыҡ һәм уңыштар теләне.

 

 

 

Фото:”Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите.

Күҙ асып йомғансы үткән дә киткән
Күҙ асып йомғансы үткән дә киткән
Күҙ асып йомғансы үткән дә киткән
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас