Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 12:10

Кеше ире булһа һуң...

kartinkin.netkartinkin.net
Фото:kartinkin.net

Алина исемле ҡатын үҙенең яҙмышы хаҡында һөйләне. Һеҙ уның менән килешәһегеҙме? Тыңлап ҡарайыҡ.

“Атайым менән әсәйем мине ҡурсалап ҡына үҫтерҙе. Апайым, кейәүгә сығып, алыҫ яҡҡа күсеп киткәс, бөтә иғтибарҙары миндә булды. Иркәләттеләр, нимә телә­һәм шуны алып бирҙеләр, гел ыңғайыма ҡуйҙылар. Мин үҙемде иң шәп, иң матур, иң аҡыллы ҡыҙ тип уйлай инем. Институтҡа уҡырға ингәс, матур ҙа, маҡсатлы ла йәш­тәштәремдең күп икәнлеген күрҙем. Шулай ҙа бала саҡтан лидер булырға, әйткән һүҙемде һүҙ итергә өйрәнгәс, төркөмдә алдынғылыҡты бирмәҫкә тырыштым. Уҡырға ла, институт тормошонда ҡатнашырға  ла өлгөрә инем. Дуҫ-иштәр ҙә күбәйҙе, был үҙ-үҙемә ышанысты арттыра ғына ине.

Тап ошо осорҙа Ғаяз исемле егет менән таныштым. Ул да баш ҡалалағы юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡый, ата-әсәһе етеш йәшәй, уға уҡырға инеү менән фатир, машина алып биргәйнеләр. Был сибәр, фырт егеткә үлеп ғашиҡ булдым. Ул да мине иғтибарға, сәскә, кәнфиткә күмде. Ятаҡтан машина менән генә килеп ала, иң зауыҡлы урындарҙа күңел асабыҙ, кафе-ресторандарға йөрөйбөҙ... Ҡыҫҡаһы, бер нисә айҙан, уға тамам эҫенгәс, мин ауырлы икәнле­гемде белдем. Башта шатландым, әммә Ғаяздың был яңылыҡты ише­теү менән йөҙө боҙолдо. “Өйлә­нер­гә иҫәбем юҡ, мин йәш. Уҡы­йым, карьера эшләйем. Беҙҙең мөнәсәбәттәр күңел асыу өсөн генә ине”, – тине ул. Башҡа мине күрергә лә, ишетергә лә теләмәне.

Минең өсөн донъя түңкәрелде. Таныштар аша аноним рәүештә абортҡа барҙым. Иң яҡын әхирәт­тәремдән башҡа был хәлде бер кем дә белмәне. Ошо хәлдәрҙән һуң уҡыуым да, тормошом да аҫҡа тәгәрәне. Миңә барыбер ине – ҡайҙа, нисек, кем менән... Ҡыҫҡаһы, Ғаяздың ташлауы мине һындырҙы, яҙмышым­дың аҫтын өҫкә әйлән­дерҙе.

Институтты тамамлағас та, бер нисә йыл иркен тормошта йәшәнем. Ир-атҡа ышанысым бөтөнләй булманы. Береһен дә ярата алманым – уларҙы файҙаланыу һәм аҙаҡ ташлау миңә ниндәйҙер рәхәтлек тойғоһо бирә ине.

Утыҙ йәшкә еткәс, үҙемдең яң­ғыҙ ҡаласағымды аңлай башланым. Йәштәштәрем күптән ғаиләле, балалар үҫтерә. Ә мин? Эйе, яҡшы эшем, аҡсам, фатирым бар, “текә, һалҡын ҡатын” тигән даным да сыҡты, әммә төндәрен яңғыҙлыҡтан бүре булып олорҙай хәлгә етә инем.

Шул ваҡытта юлымда Рамаҙан осраны. Республика ҡалаларының береһенән командировкаға килгәй­не ул. Беҙ тәүҙә эш буйынса ара­лаштыҡ, унан арабыҙҙа ниндәйҙер осҡон үткәндәй булды. Әлбиттә, иллегә инеп барған ирҙең ғаиләһе барлығын һорамаһаң да аңларға була – мин тәүҙә был хаҡта бер ни өндәшмәнем. Рамаҙан баш ҡала юлын йышыраҡ тапай башланы, беҙҙең мөнәсәбәттәр тәрәнәйеп китте. Эйе, ҡатыны һәм ике балаһы бар булып сыҡты, өлкән улы өйләнгән, имеш.

Ҡатыны менән аралары күптән һыуынған, үҫмер ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырғансы бергә йәшәйәсәктәр икән. Белмәйем, ҡатыны мин бар­лыҡты белгәнме-юҡмы, мәгәр һү­ҙендә торҙо: ҡыҙы мәктәпте тамамлап институтҡа уҡырға ингән йылды минең эргәмә күсеп килде.

Хәҙер уның менән биш йылға яҡын бергә йәшәйбеҙ. Эйе, мин тағы ла бик үк шәптән булмаған аҙым яһаным – кеше ғаиләһен туҙҙырҙым, тик минең дә бәхетле булғым килә!

Былай аңлашып йәшәйбеҙ, тик бер ҙур проблема бар: балабыҙ юҡ. Хәҙерге заманда ҡырҡты үткәс тә бала табалар, ваҡыт бар әле, тип үҙемде тынысландырған булам, күпме табипты үттем, аҡса түктем – әлегә һөҙөмтә юҡ. Хоҙай Тәғәлә барлыҡ гонаһтарым өсөн мине һынаймы икән?

Ә Ғаяз? Тормошомдоң ошо йүнәлештән китеүендә уның да ғәйебе бар бит! Әйткәндәй, уны бер нисә тапҡыр күргәнем булды. Балалары, ҡатыны менән сауҙа үҙәгендә осраттым, күрмәмешкә һалыштым. Асыуымдан сәсрәрҙәй хәлгә еттем. Шул минутта барып боғаҙынан алғым килде: тимәк, ошо балаларҙың тыуырға хоҡуғы булған, ә минең сабыйымдың ғү­мере тыумаҫ борон уҡ ҡыйылырға тейеш инеме? Эх, әгәр шул саҡта аборт эшләтмәһәм икән...

Бына ошолай йәшәп ятам, йә­нем әрней. Үҙемсә бәхетле булырға тырышам, тик барыбер нимәлер китек килеп сыға һымаҡ... Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ миңә?”

Хөрмәтле дуҫтар, Алинаға әйтер һүҙегеҙ булһа, яҙығыҙ.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас