

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы эш башланы. Уның бурысы барыбыҙға аңлайышлы һәм аныҡ: республикабыҙҙан мобилизацияланған ир-егеттәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү.
Ҡатмарлы заманда ҡайһы берәүҙәргә социаль-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә, юридик ярҙам алыуҙа булышлыҡ итергә тура килә, ә ҡайһы саҡта ваҡытында әйтелгән йылы һүҙ, кәңәш-төңәш тә еңеллек бирә, ауыр, хәл иткеһеҙ тойолған мәлдәрҙән арындыра.
Беҙ бөгөн Стәрлебаш районының йәштәр үҙәгендә ойошторолған республика штабы филиалында. Ирекмәндәр, мобилизацияланған граждандарҙың мохтажлыҡ кисергән ғаиләләренә ярҙам итеү менән бергә, Ватан һаҡсылары өсөн тәү сиратта бик кәрәкле булған әйберҙәр йыйыу һәм оҙатыу менән мәшғүл. Штабтың етәксеһе итеп район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Илнур Исламоратов тәғәйенләнгән.
– Бына ҡарағыҙ әле, балаларыбыҙ ниндәй матур һүрәттәр төшөргән! Улар ҙа бәләкәй йөрәктәре менән хәрбиҙәргә ниндәй күңел йылылығы, таяныс кәрәклеген яҡшы аңлай. Ижади эштәре менән ағайҙарының рухын күтәрмәксе, рәхмәт белдермәксе, – тип ҡаршыланы беҙҙе штаб эшен ойоштороусыларҙың береһе Гөлнара Фәйзи ҡыҙы Дауытова. – Мобилизацияланған егеттәребеҙгә ярҙам итергә теләүселәр күп булды, әле лә посылкалар әҙерләү буйынса эш дауам итә. Бына күрәһегеҙ, күпме ҡапты әйбер менән тултырып, билдә һалып ҡуйғанбыҙ.
Штаб, һәр ваҡыттағыса, әүҙем ирекмәндәр ярҙамына таяна. Коронавирус инфекцияһы ныҡ ҡоторған мәлдә лә улар халыҡтың ышаныслы терәге, кәңәшсеһе булды. Һис көтөлмәгәндә ябырылған пандемия беҙҙе дисциплинаға, йыйнаҡлыҡҡа, яҡындарыбыҙға иғтибарлы булырға өйрәтте.
Илнур Илдар улы әйтеүенсә, социаль селтәрҙә мобилизацияланған ир-егеттәргә гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса иғлан ителеү менән бергә аҡса күсереү өсөн иҫәп тә асылған. Предприятие һәм ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм ябай халыҡ мөһим эшкә ҡушылып, тиҙ арала 463 мең һум аҡса күсергән. “Был аҡсаға егеттәребеҙҙең үтенесе буйынса бөгөнгө осорҙа иң кәрәкле әйберҙәр – итек, балаклава, фонарь, санитария-гигиена әйберҙәре, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ алынды. Уларҙы Пенза ҡалаһындағы яҡташтарыбыҙға илтеүҙе ирекмәндәр, район эшҡыуарҙары Ринат Хөсәйенов һәм Хәйҙәр Рафиҡов үҙ өҫтөнә алды.
Ирекмәндәр сәфәргә ике тапҡыр сығып әйләнде. “Афарин, егеттәр!” тип әйтергә генә ҡала беҙгә. Әйберҙәрҙе туплау бер мөһим эш булһа, уларҙы юлға әҙерләү – икенсе ҙур бурыс. Күҙгә күренмәгән ваҡ, әммә бик етди эш. Төрлө ҙурлыҡтағы ҡаптарҙы магазиндарҙан һорап алып килергә, әйберҙәрҙе сортҡа айырырға, ҡаптарҙы йәбештереп, кемгә тапшырылырға тейешлеген яҙырға, ярамаған, тиҙ боҙолоуы мөмкин булған аҙыҡтарҙы айырырға һәм башҡа “ваҡ-төйәк” эште еренә еткерергә, аҙаҡ машиналарға тейәп оҙатырға кәрәк. Уларҙың барыһын да әүҙем ирекмәндәребеҙ теүәллек һәм яуаплылыҡ менән башҡара”, – ти штаб начальнигы Илнур Исламоратов.
Халыҡ килтергән әйберҙәргә лә талап бар, улар хаҡында социаль селтәрҙә аңлатыу эше алып барыла. Мәҫәлән, оҙаҡ һаҡланыусы аҙыҡ-түлек (консервалар, ҡуйыртылған һөт, шәкәр, тиҙ бешеүсе аҙыҡ), шәхси гигиена әйберҙәре, эске йылы кейем (этикеткаһы мотлаҡ булырға тейеш), батарейка, фонарь, медикаменттар (жгут, бинт, тампон, һыуыҡ тейеүгә, баш ауыртыуға ҡаршы дарыуҙар) һорау менән файҙаланыла. Дарыуҙарҙы ентекләп ҡарап, сортҡа айыралар. Быяла һауыттарҙағы аҙыҡ ҡабул ителмәй, посылкаларға аҡса, гаджеттар һалырға ярамай, тип аңлата ирекмәндәр.
Ирекмәндәр мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләре менән тығыҙ бәйләнештә. “Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе урында уҡ тиҙ хәл итәбеҙ, ҡайһыларының осона сығыу өсөн ваҡыт, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кредит мәсьәләләрен хәл итеүҙә юристар ярҙамлаша, алимент буйынса һорауҙарға приставтар яуап бирә. Ирекмәндәребеҙ төрлө йәштә булһа ла, ынтылыштары, теләктәре берҙәй, – ти Илнур Илдар улы. – Һәр беребеҙҙең яҙмышы ил именлеге, ил яҙмышы менән бәйләнгән ошо ҡатмарлы мәлдә рухи ныҡлыҡты һаҡлап ҡалыу барыһынан да өҫтөн”.
Стәрлебаш ағинәйҙәренең йомшаҡ ойоҡбаштары, бирсәткәләре, балаларҙың үҙ ҡулы менән эшләгән уйынсыҡтары, сағыу буяуҙарға мансылған һүрәттәре Ватанды һаҡлаусы ир-егеттәрҙең күңелдәрен күтәрһен! Яҡташтарығыҙ һеҙҙең еңеү менән тыуған яҡтарға иҫән-имен ҡайтыуығыҙҙы теләй, өмөт итә.
- Динә АРЫҪЛАНОВА
Стәрлебаш районы