

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ Питерҙа үткән “ПРОФ-IT-2022” бөтә Рәсәй төбәк системалары конкурсында “Территорияға идара итеү” номинацияһында беренсе урын яуланы. Быйыл конкурсҡа бөтә номинациялар буйынса илдең 53 төбәгенән 345 проект тәҡдим ителгән.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһы биләмәһен үҫтереүгә идара итеү буйынса “ТЕРРИТОРИЯ” төбәк һанлы платформаһы ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең дәүләт мәғлүмәт системаһын, “Мөлкәт” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын, Проект документацияһы фондын, Дәүләт кадастр баһаһының автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын һәм Берҙәм геомәғлүмәт системаһын үҙ эсенә алған системалар комплексын тәшкил итә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә билдәләүенсә, һанлы платформа инвестиция процесын ҡыҫҡартыуға, бөтә идара итеү кимәлдәрендә хаталарҙың эҙемтәһен кәметеүгә йүнәлтелә. “Рәсәй Президенты Хакимиәте, илдең Һанлы үҫеш һәм Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары эксперттары баһалауынса, беҙҙең “Территория” төбәк һанлы платформаһы иң күп балл йыйған. Конкурста еңеү - ҙур команданың эш һөҙөмтәһе, шул иҫәптән ул ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә лә эшләй. Иртәгә улар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайым! Һеҙгә һаулыҡ, юғары һөҙөмтәләр һәм именлек теләйем!” – тип яҙған Премьер-министр.
Фото: vk.com/wall555400080_1811
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru