Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 06:35

Тарихи хәтерҙе һаҡлау - мөһим эш

Республика Башлығы патриотик, шул иҫәптән хәрби-патриотик, граждандарҙы тәрбиәләү өлкәһендәге эшмәкәрлектең дауам ителәсәген билдәләне.

Тарихи хәтерҙе һаҡлау - мөһим эшТарихи хәтерҙе һаҡлау - мөһим эш
Тарихи хәтерҙе һаҡлау - мөһим эш

Кисә кис булған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында илһөйәрлек темаһына ҙур иғтибар бүленде. Республика Хәрби Дан музейы директоры, Башҡортостан Республикаһында Рәсәй хәрби-тарихи берләшмәһенең башҡарма директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Ислам улы Үтәев быға ҡарата үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Кисә тура бәйләнеш барышында Радий Фәрит улына бирелгән тәүге һорау һуғыш тарихына арналды. Был бөгөн тарихи хәтерҙе һаҡлау темаһы илдәге төп темаларҙың береһе булып тороуы хаҡында һөйләй. Рәсәй Федерацияһы Геройы, легендар 16-сы гвардия (112-се Башҡорт) кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле улы Шайморатовҡа арналған мемориаль комплексты төҙөү республика етәкселегенең күп халыҡ хуплауы ярҙамында арҙаҡлы шәхестәребеҙ исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарған мөһим эше һөҙөмтәһе булды. Республика Башлығы патриотик, шул иҫәптән хәрби-патриотик, граждандарҙы тәрбиәләү өлкәһендәге эшмәкәрлектең дауам ителәсәген билдәләне.

Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең хәрби данын һаҡлауға, Рәсәй тарихы буйынса артефакттар һәм материалдар һаҡланған тарихи музейҙарға иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән эште үткәреү төрлө быуын кешеләре өсөн мөһим тип иҫәпләйем, – тине ул.

Фото: шәхси архивтан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас