Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 11:39

Ухта лагерында михнәттәр кисергән

Мөһөр һуғылғансы эшләй...

Белорет ҡалаһының үҫешенә тос өлөш индергән “Белорет металлургия комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенә 260 йыл тула. Әле ул Силәбе ҡалаһының “Мечел” компанияһына ҡарай. Завод асылғандан алып уға тиҫтәләрсә белгес етәкселек иткән, меңәрләгән кеше үҙенә эш урыны тапҡан. Ҡасандыр 20 меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнгән комбинатта хәҙер шуның яҡынса өстән бер өлөшө генә ҡалды.

Туҡан руднигы ябылғас, комби­наттың металлургия нигеҙен тәш­кил иткән домна, мартен мейестәре менән бәләкәй ҡеүәтле прокат стандары, тар кәлейәле тимер юл һүтеп алынһа ла, бирешмәй әле. Ҡеүәт­тәрен арттыра барып, һаман да ҡәр­ҙәш предприятиеларҙы алға сығармай, “Белорет – Рәсәй мети­зының баш ҡалаһы” тигән данлы исемгә тап төшөрмәй алға табан бара. Бик күп төрлө юғары сифатлы тимер сым, канаттар ошонда етештерелә.

Предприятиела ҡанат нығытҡан бик күп белгестәр, Рәсәй һәм элекке Советтар Союзының киңлектәренә таралып, әле лә фиҙакәр хеҙмәт өлгө­һө күрһәтә. Металлургия комбинатында Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, СССР дәүләт премиялары лауреаттары, “Хеҙмәт даны” ордендары һәм башҡа бихисап дәү­ләт наградаһына лайыҡ булған­дарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Шул ҡаҙаныштарҙың башында, һис шикһеҙ, уны ойоштороусы завод директорҙары торған. Тарихҡа күҙ ташлап, башта шуны ла иҫкә төшөрөп үтәйек.

Мәҡәлә геройым Садиҡ Чаны­шев­тың атай-олатайҙары ер-һыуы мул булған хәҙерге Бүздәк районы башҡорттарына килеп һыйынған. Садиҡ – шуларҙың бишенсе быуыны вәкиле. Әйткәндәй, Чанышев­тарҙың ҡатындары бик түлле булып, уларҙың нәҫеле лә тиҙ үрсе­гән. Октябрь революцияһына тиклем үк улар Башҡортостандан тыш көнбайыштан Владивостокка һәм Урта Азияға тиклем, ҡыҫҡаһы, иле­беҙҙең барлыҡ биләмәләренә тарала. Чанышевтар заты башҡа­лар­ҙан белемгә ынтылыусанлығы менән айырылып тора. Был нәҫел­дең иң уҡымышлылары, һәләтле­ләре юғары урындарҙа, етәксе урындарҙа эшләһә, хәрбиҙәре генерал дәрәжәһенә тиклем үрләй. Әҙәбиәт ғилеменә тартылыусылары ла юҡ түгел. Мәҫәлән, алтын сә­нәғәтселәре Рәмиевтәр (Чаны­шев­тарҙың алыҫ нәҫел-нәсәбе) тап шулар рәтендә була. Улар ҙа дингә бәйле сәбәп менән Пенза губер­наһынан Башҡортостанға күсеп килгән, алпауыттар тоҡомонан.

Садиҡтың олатаһы Ҡаһарман татар һәм башҡорт балаларын махсус мәктәптәрҙә рус теленән уҡы­та. Шул сәбәпле, төрлө тараф­ҡа күсеп йөрөргә мәжбүр була. Башта Бүздәк яҡтарынан хәҙерге Федоровка районының Балыҡлы ауылына күсә. Унда йәшәгән сағын­да йыш ҡына ауылына яҡын ғына ерҙән аҡҡан йәмле Ашҡаҙар буй­ҙарына ял итергә сыҡҡан, Ашҡаҙар һәм башҡа башҡорт йырҙарын тың­ларға яратҡан. Уның башҡорт көй­ҙәренә һөйөүе балаларына ла күс­кән. Олатаһынан күрмәксе, ҡартай­ғас та, уңайы тура килгәндә мандо­линаға ҡушылып, Садиҡ та баш­ҡорт йырҙарын йырларға яратҡан. Ул 1899 йылда Балыҡлыла тыуған. Уның олатаһын Баймаҡ яҡтарына, Юлыҡ ауылына рус-татар мәктә­бенә рус теле уҡытыусыһы итеп кү­сергәс, Миҙхәт тә атаһы менән шул тарафтарға бергә юллана. Шулай итеп, яҙмыш Садиҡтың бала сағының байтаҡ өлөшөн Юлыҡта алып ҡала. Башта ул – ике йыл мәҙрәсәлә, һуңынан өс йыл олата­һының мәктәбендә белем ала.

1903 йылда атаһы үлеп китеү сәбәпле, Садиҡ бәләкәй ҡустыһы менән олатаһы тәрбиәһендә ҡала. Күп тә үтмәй, әсәләре лә вафат бу­ла. “Зинһар, минең малайҙа­рым­ды уҡытып белемле ит, үтенеп һорайым” тигән хат ҡалдырған Миҙ­хәт атаһына үлер алдынан. 1909 йылда Верхнеуральскиҙа һигеҙ йыллыҡ реаль училище асыла. Белем усағында уҡытыу ҡыйбатҡа төшһә лә, олатаһы малайҙы шунда урынлаштыра. Шәкир менән Зәкир Рәмиевтәр, әсәһе яғынан яҡын ба­бай­ҙарына ярҙам итә, Ырымбурҙа йәшәгән Ризаитдин Фәхретдинов та өлгөлө уҡыусыға, уҡыуын тамам­лағанса стипендия тәғәйенләй. Шулай булыуға ҡара­маҫтан, аҡса етмәй. Етмәһә, ҡус­тыһы ла шул училищеға урын­лаш­ҡан була. Өлгөлө уҡыусылар бу­лараҡ, Садиҡ ҡустыһы менән бай балаларын уҡытып, репетиторлыҡ менән шөғөлләнә. Садиҡтың хыялы – училищены тамамлап, юғары уҡыу йортона урынлашыу, ләкин училищены тамамлап аттестат алыуға, донъя хәлдәре үҙгәрә. Тәүҙә – революция, 1918 йылдың яҙына Граждандар һуғышы тоҡана.

Әлбиттә, бындай шарттарҙа уҡыу-уҡытыу ҡайғыһы булмай бер кемдә лә. Шуның өсөн башта Садиҡ Юлыҡта ойошторолған советта эшләй. Темәстә кантком ойошторолоуын ишеткәс тә ул шунда юллана. Ике йыл канткомдың мәғариф бүлегендә эшләй, бер йыл уның етәксеһе булырға ла өлгөрә. Йылайыр кантонына ла эшкә саҡы­ралар. Аслыҡтан интеккән бала­ларҙы ҡотҡарыу өлкәһендә әүҙем эш­мәкәрлек күрһәтә. Уның башлан­ғысы менән 5 мең балаға иҫәплән­гән туҡланыу пункттары булдырыла.

Граждандар һуғышы ваҡытында таланып, ватылып бөткән рудник­тарҙы көйләп, Көньяҡ Урал тау акционерҙар йәмғиәте бөтөрөлгәс, Башсовнархозға ҡараған Башгортрест төҙөлә. Предприятие директо­рының план, финанс, иҫәп-хисап, эш хаҡы һәм тышҡы бәйләнештәре буйынса урынбаҫары итеп 25 кенә йәшлек Садиҡ Миҙхәт улы тәғә­йенләнә. Егеттең һәләтен күреп, уны БАССР Госпланы етәксеһенең урынбаҫары итеп үрләтәләр, ләкин унда оҙаҡ эшләргә тура килмәй Садиҡ Миҙхәт улына. Тиҙҙән Белорет металлургия заводын Урал металлургия заводтары система­һынан сығарып, айырым Белорет тау металлургия тресы төҙөйҙәр, трест идарасыһы урынбаҫары итеп Чанышевты тәғәйенләйҙәр.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әленән-әле белемен үҫтереү теләге менән яна ул. Бәхетенә күрә, 1927 йылда Мәскәүҙә сәнәғәт өлкәһендә эшләгән етәкселәрҙең белемен үҫтереү буйынса Бөтә Союз про­макадемияһы асыла. Чанышев менән бер курста Иосиф Сталин­дың ҡатыны Надежда Аллилуева менән Никита Хрущев та уҡый. Улар академияның беренсе сығарылыш студенттары була.

Феноменаль хәтер һәм һәләт кеүек сифаттарға эйә була Садиҡ Миҙхәт улы, Плеханов исемендәге халыҡ хужалығы институтында йөҙөп уҡый. Студент, белем усағын ваҡытынан алда тамамлап, махсус белемле инженер-экономист һөнә­рен ала. Уҡыуын тамамлағас, йәш белгесте партия Үҙәк Комитеты Керчь заводына директор урын­баҫары булараҡ ебәрергә ҡарар итә, ә Башобком уның Белоретҡа шул уҡ вазифаға тәғәйенләнеүенә өлгәшә. Сергей Киров та уны үҙе менән Ленинградҡа алып китергә самалай, ләкин Чанышев баш тарта. Тиҙҙән “Тимер-сым канат етеш­тереү” заводын асалар. Уның беренсе директоры итеп Садиҡ Чанышев тәғәйенләнә. Был вазифала ул 1938 йылға хәтлем, золом ҡор­баны мөһөрө һуғылғансы эшләй.

Чанышев командировкаларға юллана, Германия менән Амери­каның тиҫтәләрсә металлургия заводтары менән танышып йөрөй. Урыҫ, башҡорт телдәренән тыш, немец һәм инглиз телдәрен яҡшы белеүе уға сит илдәрҙең тимер сым һәм канат эшләү технологияларын,  етештереү ҡорамалдарын өйрәнергә ярҙам итә. Ҡайтҡас инде, улар ҡулланған ҡорамалдарҙың һыҙмаларын эшләп, технологиялары тураһында ҙур отчет яҙып, Серго Орджоникидзеға тапшыра. Наркоматта уның отчетын маҡтап, йылы ҡабул итәләр. Йыл тигәндә заводҡа үҙебеҙҙең илдә эшләнгән сым һуҙыу машиналары килә башлай. Эш буйынса уға ҙур етәкселәр менән йыш аралашырға тура килә. “Тимер-сым канат етештереү” заводын туранан-тура Чанышевтың етәкселегендә яңы технологиялар индереүгә өлгәшә.  Үтә нәҙек сым етештереү цехы сафҡа инә. Авиаканаттар өсөн майҙа сыныҡ­ты­рылған сымдар етештерелә башлай. Шулай уҡ “ремиз, гребеночесальный” сымдары ла Чанышев башланғысы менән производствоға индерелә. Лихачев исемендәге автозавод Американан пружиналар эшләү өсөн ҡыйбатлы тимер сым һатып алһа, был завод иһә уларға үҙенең осһоҙ ҙа, сифатлы ла тимер сымын тәҡдим итә. Ул, һынауҙарҙы яҡшы үтеп, автозавод производ­ствоһында үҙенең лайыҡлы урынын таба һәм шуның менән улар­ҙың Америка продукцияһына бәйлелеге лә туҡтай. Ғәмәлдә был – бөгөн йыш телгә алынған импортҡа алмаш тауар.

Уның тағы бер һәләтен билдә­ләмәү яҙыҡ булыр ине. Ғәрәп те­лен­дә уҡып белем алыу мөмкин­леге уға тәтемәй, әммә феноменаль хәтере ярҙамында Ҡөрьәнде яттан уҡырға өйрәнеү мөмкинлеген бирә.

СССР Халыҡ комиссарҙары советының Садиҡ Чанышевты металлургия гиганты, Магнитогорск металлургия комбинаты директоры вазифаһына тәҡдим итеүҙәре билдәле. Әгәр ҙә репрессияға эләкмәһә, бәлки, ошо яуаплы эшкә тәғәйенләнер ине.

Садиҡ Миҙхәт улы 1938 йылда 18 йылға хөкөм ителеп, шуның ете йылын Коми АССР-ының Ухта ҡалаһы лагерында үткәрә, 1945 йылда ғына аҡлана, ләкин тыуып үҫкән яҡтарына ҡайтмай, Ленинград өлкәһенең Луга ҡалаһында төпләнә. Садиҡ Чанышев 1979 йылдың 21 ғинуарында донъя ҡуя. Иҫән сағында, бик йыш булмаһа ла, тыуған яғына ҡайтҡылай. Ике тапҡыр Белоретҡа ла килә. 1968 йылда килгәнендә “Белорецкий рабочий” гәзитенә интервью бирә, оҙон ғына ҡулъяҙмаһын ҡал­дыра...

- Мансур ҺИҘИӘТОВ
Белорет ҡалаһы

Читайте нас