

Быйылғы миҙгел Баймаҡ районы игенселәре өсөн ҡулай килде: етерлек күләмдә мал аҙығы тупланды, иген культураларынан бығаса күрелмәгән юғары уңыш алынды. Аграрийҙарҙың кәйефе лә күтәренке, эштәре лә уң.
Төбәк игенселәренә бар яҡлап үҙ кәңәштәрен биргән, уларҙы даими күҙәтеп, кәрәк саҡта нисек, ҡасан сәсергә, ниндәй ашламалар ҡулланырға кәрәклеген аңлатҡан Баймаҡ районының баш агрономы Нәжип Хәсәнов менән яҙғы сәсеү башланғандан алып, көҙгө уңыш йыйылып, бураларға һалынғанса аралашырға, ҡайһы осраҡта баҫыуҙарҙы бергә урап сығырға ла тура килә. “Ергә ереккән, уны яратҡан, үҙ эшен яҡшы белгән кеше”, тиҙәр уның хаҡында. Ниндәй генә тема хаҡында һүҙ сыҡмаһын, Нәжип Ишбулды улының үҙ ҡарашы, үҙ фекере. Төплө белемле, ер эшен яҡшы белгән агроном ғына түгел, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә хәбәрҙар булған ҡыҙыҡлы әңгәмәсе лә ул. Тәүҙәрәк уның яҙғы сәсеү эштәренән һуң һәр баҫыу янында туҡтап, ерҙең дымлылығын ҡарап тикшереүе, көҙ тулҡынланып торған иген баҫыуҙарына балаларса һоҡланыуы, ҡулына иген бөртөктәрен алып, уны ыуғылап, үҙенсә уңыш ҡеүәтен һанап сығарыуы нисектер сәйерерәк тойолһа, хәҙер инде үҙ һөнәрен яратҡан кешенең генә тап шулай күңел биреп эшләүен аңларға була.
Бөгөн ауыл хужалығына эшкә килергә атлығып торған белгестәр күп түгел. Ә бына Нәжип Хәсәновтың баш агроном вазифаһына тәғәйенләнгәнгә тиклем төрлө урында үҙен һынарға, ер эшенең бар нескәлегенә төшөнөргә, үҙ миҫалында йәшелсәселек менән дә шөғөлләнергә, буласаҡ йәш белгестәрҙе тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерергә лә тура килә.
Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында донъяға килә ул. Ата-әсәһе – ғүмере буйы колхозда эшләгән ябай хеҙмәтсәндәр. Атаһы Ишбулды Мофазал улы, оҙаҡ йылдар Ленин исемендәге колхозда мал көтөп, алдынғы көтөүсе, әсәһе Мәйсәрә Мортаза ҡыҙы һауынсы була. Дүрт ул тәрбиәләп үҫтергән Хәсәновтар киләсәктә улдарына юғары белем алырға, тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итә. Шулай ҙа төпсөк малайҙары Нәжиптең ауыл хужалығы буйынса һөнәр һайлауын теләйҙәр. Мәктәпте тамамлап, хеҙмәт юлын туған колхозында башлап, көҙгә әрме сафына алына. Ике йыл рәттән Түбәнге Новгород ҡалаһында һалдат һурпаһын эсеп, артабан белем алыу теләге менән тыуған ауылына ҡайтып төшә. Бәхеткә күрәме, әллә яҙмыш ҡушыуымы, атаһы яратып уҡыған “Совет Башҡортостаны” гәзитендә иғлан күреп ҡала һәм яңы хеҙмәттән ҡайтҡан улына күрһәтеп, шунда барырға кәрәклеген аңғарта. Иғланда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына әҙерлек курсына уҡырға килергә саҡырылған була. Бигерәк тә “әрме хеҙмәтендә булғандарға өҫтөнлөк биреләсәк” тигән һөйләм Нәжип Хәсәновтың күңеленә ята һәм, күп тә үтмәй, Өфөгә юллана.
Ата-әсәһенең ғүмер буйы малсылыҡта эшләүе, баҡсасылыҡ менән дә шөғөлләнеүе, ерҙе яратыуы Нәжип Ишбулды улының күңеленә бала сағынан һалынғанғалыр, күрәһең, ул агроном булырға теләй. Әҙерлек курсында агрономия буйынса ҡыҙыҡлы лекциялар тыңлап, төрлө мауыҡтырғыс практик эштәр үтеп, үҫентеләр ултыртып, уларҙы төрлөсә тикшереп ҡарау йәш егеттең теләген арттыра ғына һәм һис икеләнеүһеҙ “киләсәктә агроном булырға” тигән уйға килтерә. Теләк тауҙар аҡтарта, тигәндәй, ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырып, 1993 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының “Агрономия” факультетына уҡырға инә.
Студент йылдарын тормошоноң иң матур сағы булараҡ иҫкә алырға ярата ул: “Йәшлегемдең иң күңелле йылдары тап ошо мәлгә тап килеүе менән бәхетлемен. Хәрби хеҙмәтте тултырып ҡайтҡан егеттәргә ул ваҡытта ихтирам һәм хөрмәт ҙур ине. Бәлки, ошонан да бер аҙ файҙаланылғандыр инде. Ни тиһәң дә, ике йыл әрмелә булып, тәжрибә туплап ҡайтҡан кеше инем бит. Беҙгә ни, ауыл балаларына, ер, тупраҡ, үҫемлектәр донъяһы ҡыҙыҡ та, таныш та. Бер аҙ колхозда эшләүҙең дә файҙаһы тейҙе, практик дәрестәр еңел бирелде. Институттың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәү ҙә, төрлө мәҙәни һәм спорт ярыштарында ҡатнашыу ҙа тәьҫир итмәй ҡалманы, төркөмдә абруйым артты, уҡытыусылар ҙа нисектер “йомшара” төштө, шуға күрә уҡыу миңә еңел бирелде”, – ти әңгәмәсем.
Диплом алған йәш белгесте тыуған ауылына эшкә саҡыралар. 1998 йылда Нәжип Хәсәнов Ленин исемендәге колхозға баш агроном булып эшкә ҡайта. Тәүге көндәрендә үк уны төбәктә үҫкән сыҙамлы һәм отошло иген культуралары ҡыҙыҡһындыра, нисек тә уларҙан юғарыраҡ уңыш алыу серҙәрен эҙләй, олораҡ быуын игенселәренең кәңәштәренә ҡолаҡ һала, атаһының фекерҙәрен тыңлай һәм, һайлаған һөнәренең дөрөҫлөгөнә инанып, ең һыҙғанып эшкә тотона.
Буласаҡ тормош иптәше менән дә тыуған ауылы таныштырып ҡауыштыра. 1999 йылда Әлфиә Ҡәнзәфәр ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Йәштәр артабан Баймаҡ ҡалаһына күсә һәм ошонда төпләнеп ҡала. Нәжип Ишбулды улы ҡаланың 105-се һөнәрселек училищеһына уҡыу-уҡытыу производствоһы етәксеһе булып эшкә урынлаша. Буласаҡ ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән уҡыу йортонда Урал аръяғы райондарынан килгән ҡыҙ һәм егеттәр белем ала. Уларға үҙ һөнәренә ҡарата тәүге һөйөү тап ул етәкселек иткән уҡыу производствоһынан, төрлө практик эштәрҙән башлана, шуға күрә бында ла үҙ эшенә яуаплы һәм талапсан ҡарай, студенттарҙың һәр береһенә иғтибарлы була, уларға барынса ярҙам итә.
Йәш ғаиләнең бәхеттәрен тулыландырып, бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Ҡала ситендәрәк күркәм йорт һалып, ағастар ултырталар, ике ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡатыны менән берлектә ҡыяр үҫтереү буйынса ғаилә бизнесын да булдыра улар. Иртә яҙҙан өлгөргән ҡыярҙарын Баймаҡ халҡы яратып һатып ала, әммә табышлы шөғөлдөң дә үҙ нескәлектәре етерлек. Февраль айынан теплицаны йылытыу, иртә яҙ ҡыяр үҫентеләрен ултыртыу, һәр көн уларҙы ҡарау, тәрбиәләү ғаиләгә еңел булмай. Барыһына ла эш араһында өлгөрөргә тура килә, шуға күрә был кәсептәрен әлегә туҡтатып торғандар, әммә ергә булған һөйөүе Нәжип Ишбулды улын “Россельхознадзор”ҙа ауыл хужалығы буйынса инспектор, артабан “Ишембай” агростанция хеҙмәтенең Баймаҡ районы буйынса баш агрохимигы булып эшләүгә алып килә. Эшләгән йылдарында ул төбәктә үҫемлекселекте һаҡлау, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш буйынса яңы препараттар ҡулланыу өҫтөндә маҡсатлы эш алып бара. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй, ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшә ер уңғандары.
2020 йылда Нәжип Ишбулды улы район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығына баш агроном итеп тәғәйенләнә. Тәүҙәрәк көтөлмәгән тәҡдимдән бер аҙ юғалып ҡалһа ла, дәртләнеп эшкә егелә ул. Агроном хеҙмәте еңелдән түгел: яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙан ҡайтып инмәгән саҡтары ла була. Көнөнә әллә күпме саҡрым ер үтеү, һәр баҫыу, унда сәселгән һәр башаҡ өсөн борсолоуҙар ҙа юҡ түгел. Бигерәк тә Баймаҡ районының ҡырыҫ тәбиғәт шарттары һәр саҡ шатландырып тормай, йыл һайын ҡабатланған ҡоролоҡ та игенселәрҙең үҙәгенә үтеп китеүсән. Һауа торошоноң кинәт боҙолоуы ла ер кешеләре өсөн әллә күпме проблема тыуҙыра. Ана, быйыл күп фермерҙар йыл уңышлы тип ҡыуанып та өлгөрмәне, иген баҫыуҙарында уңыш ҡапыл яуған ҡарға ла эләкте. Шулай ҙа һәр саҡ ауырлыҡтарҙы йырып сығырға өйрәнгән Нәжип Хәсәнов етәкселегендәге ер уңғандары бирешмәй.
Йылдан-йыл тәжрибә, ололарса аҡыл өҫтәлә бара. Ерҙең тын алышын бөтә йөрәге менән тойған баш агрономдың эш тәжрибәһе, кәңәштәре үҫемлекселек тармағында яңы эш башлаған фермерҙарға ҙур ярҙам итә. Дәүләт ярҙамы алыу, гранттар юллау буйынса ла уға кәңәш һорап йыш киләләр. Йыл һайын ҡоролоҡ ҡабатланып торған төбәктә ниндәй иген культураларын сәсергә, ниндәй орлоҡто һайларға кәрәклеген, ниндәй минераль ашламалар ҡулланыу буйынса ла Нәжип Ишбулды улы һәр саҡ үҙ кәңәштәрен бирә.
– Игенсе хеҙмәтенең йылдан-йыл баһаһы төшә бара. Йәштәр ауыл хужалығына килмәй, фермерҙар йылдан-йыл иген сәсергә, уны йыйып алыуға кеше тапмай яфа сигә. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем тир түгеп үҫтергән игендең һатыуҙа хаҡы түбән. Быйыл иген уңды, әммә уны һатыуы ауыр. Күптәрҙең уны һаҡларға урыны ла юҡ, шуға күрә эшҡыуар уны арзан хаҡҡа һатып ебәрергә мәжбүр. Игенсе иртә яҙҙан, ҙур өмөттәр бағлап, ергә орлоҡ һала. Йәй буйы ямғыр яуамы-юҡмы, һыуыҡмы йә йылымы – барыһын да үҙ йөрәге аша үткәрә, һәммәһенә лә түҙә. Ысын ер хужалары бер ваҡытта ла матди байлыҡты ерҙән өҫтөн ҡуймай. Тупраҡҡа ҡарата мәрхәмәтле булһаң ғына, ул да һиңә шундай уҡ мөнәсәбәт менән яуап бирә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ерҙе яратмай тороп, мул уңыш алып булмай, – ти әңгәмәсем.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Нәжип Ишбулды улы алтын юбилейын ҡаршылай. Ир кешегә хас булған барлыҡ ғәмәлдәрҙе лә теүәл үтәгән ул: йорт һалған, улдар үҫтергән, ағас ултыртҡан. Әйткәндәй, уның йорто тирәләй ултыртҡан алмағастары шаулап үҫкән, сейәләре һәр йыл ҡыҙарып өлгөрә, баландары һутланып күҙҙең яуын ала. Ир-егетлек бурыстарын теүәл үтәһә лә, тормошта башҡараһы эштәре, өлгәшәһе уңыштары күп әле уның. Тап йырҙағы кеүек, “Ир-егеттең йәшен һорамайҙар, ә башҡарған эшен һанайҙар”...
- Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ ҡалаһы