

Кисә Әбйәлил районының Байым ауылында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле ҡайтанан тергеҙелеп асылды.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов әйтеүенсә, ул - башҡорт батырына асылған тәүге һәйкәлдәрҙең береһе, 1970 йылда ҡуйылған. Ул саҡта ҡоролманы “Миңлеғәле Шайморатов” исемендәге колхоз рәйесе Хәмит Балдашевтың тәҡдиме менән эшләйҙәр.
Кисә һәйкәлде асыу тантанаһында Илдар Нафиҡов Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы күсермәһен райондың "Шайморатовсы" кластарына тапшырҙы. Бишенсе класс уҡыусылары ант биреп, ошо сафҡа ҡабул ителде. Билдәле булыуынса, был матур традицияға Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 28 авгусындағы ҡарарына ярашлы нигеҙ һалынды.
"Башҡорт халҡының легендар улы Миңлеғәли Шайморатов исемен ғорур йөрөтөгөҙ, уның исеменә тап төшөрмәгеҙ! ”Шайморатовсы анты”на тоғро булыуығыҙға ышанабыҙ", – тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.
Фото: "Осҡон" гәзите сайты.