

Бөгөн Өфө ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Өлфәт Мостафиндың вафатына ике йыл. Билдәле булыуынса, ул коронавирус сиренән вафат булды.
Быйыл 12 июлдә, 91-се йәшендә, Өлфәт Мансур улының әсәһе Миләүшә инәй ҙә баҡыйлыҡҡа күсте.
Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн мәрхүмдең тыуған ерендә - Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында булған. Социаль селтәрҙәрҙә Мостафиндарҙың йорто алдында төшкән фотоһы менән уртаҡлашып, ошондай яҙма ҡуйған:
"...Тормош ҡанундары аяуһыҙ. Яҡындарыбыҙҙы юғалтабыҙ. Әммә күңелдәрҙә улар хаҡында иҫтәлек, уларҙың эштәре, йылыһы ҡала. Хатта арабыҙҙан киткәндә лә, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ беҙгә көс, аҡыл бирә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!"
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.