

Күп ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы үтеп, был көнгә улар ҡулға-ҡул тотоношоп килгән. Ҡыҙҙарын һәм өс улдарын лайыҡлы тәрбиәләгәндәр. Ә хәҙер Шәйәхмәтовтарҙың ҙур, татыу ғаиләһендә ун ейән-ейәнсәр, өс бүлә-бүләсәр бар!
Миңзилә Сәхи ҡыҙы 30 йылдан ашыу мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән, ә ғаилә башлығы Йәнгел совхозында урмансы, механизатор, идарасы бурыстарын атҡарған. Өс улдарының икәүһе "ҡыҙыу нөктә"лә хеҙмәт иткән. Рөстәм 1997 йылда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған...
Көслө ихтыярлы, тырыш ветерандар өлкәнәйгән көндәрендә лә тик ултырмай, мал, ҡош-ҡорт тота, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерергә ярҙам итә.
Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Эрнст улы Ҡадиров һәм Әбйәлил районының ЗАГС бүлеге етәксеһе Фәриҙә Мөхтәсип ҡыҙы Әхмәтова юбилярҙарҙы ҡотланы, республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын, шулай уҡ иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер юлынан бергә атлаған Шәйәхмәтовтарға бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото: Әбйәлил районы ЗАГС-ы сайты.