Йәмғиәт
31 Октябрь 2022, 04:00

Был һөнәр ҡоростай һаулыҡ талап итә...

  Аш-һыу әҙерләүҙә "ваҡ-төйәк" юҡ: аҙыҡ-түлек нисек туралған, күпме ваҡыт әҙерләнгән, блюдо әҙер булғанға тиклем нисә минутҡа алда тоҙланған - барыһы ла мөһим

Был һөнәр ҡоростай һаулыҡ  талап итә...Был һөнәр ҡоростай һаулыҡ  талап итә...
Был һөнәр ҡоростай һаулыҡ талап итә...

 Ашнаҡсы һөнәрен ябай, еңел һөнәр тип атап булмай. Ваҡытты дөрөҫ бүлә белеүҙән тыш, эҫе кухняла көн оҙоно эшләү ныҡлы һаулыҡ һәм сыҙамлыҡ талап итә. “Эшеңде яратһаң, бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел”, тип иҫәпләй иҫ китмәле кулинария мөғжизәләре тыуҙырыусы  ашнаҡсы Эльза Вәкил ҡыҙы.

Өфөләге тармаҡ-ара институтты тамамлап, юғары - алтынсы разрядҡа эйә булғандан һуң бына нисәмә йылдар аш-һыу оҫталығы менән яҡташтарын ҡыуандырып йәшәй  Эльза Исхаҡова. Тәүҙә Стәрлебаш кафеһында эшләй. Аҙаҡ коррекцион мәктәптә һәм тармаҡ-ара колледжда. Бына һигеҙ йыл инде ул Стәрлебаштағы 4-се балалар баҡсаһында  кескәйҙәр өсөн тәмле аш-һыу әҙерләй.

“Ашнаҡсы өсөн бөтәһе лә мөһим: аҙыҡ-түлек нисек туралған, күпме ваҡыт әҙерләнгән, блюдо әҙер булғанға тиклем нисә минутҡа алда тоҙланған... Һәр салатты, блюдоны, десерттарҙы, соустарҙы әҙерләү рецептарын башта тоторға, “сер”ҙәрен хәтерләргә тейешһең”, – ти ашнаҡсы.   Ул төп эшенән тыш, байрам табындарын әҙерләүгә заказдар ҡабул итә.  Быйыл йәй Эльза Вәкил ҡыҙына республиканың танылған  кулинарҙары менән танышырға, тәжрибә уртаҡлашырға тура килгән, тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре”.  Сибайҙа үткән  “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ойошторолған милли кухня конкурсында ҡатнашып, Эльза Исхаҡова абруйлы икенсе урынды яулай.

 

 

 

Фото: Эльза Исхаҡованың шәхси архивынан.

Был һөнәр ҡоростай һаулыҡ  талап итә...
Был һөнәр ҡоростай һаулыҡ  талап итә...
Был һөнәр ҡоростай һаулыҡ талап итә...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас