

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадрҙар мәсьәләһенә ҡағылышлы яңылыҡ менән башланы. Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Олег Полстовалов вазифаһын ҡалдырҙы. Асыҡланыуынса, ул Мәскәүгә эшкә күсә.
“Олег Владимировичҡа илебеҙҙең баш ҡалаһында эшләргә тәҡдим ителде. Һис шикһеҙ, ул аҙаҡ кире ҡайтыр тип һөйләштек”, – тине Радий Хәбиров.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн төбәк етәксеһе Олег Полстоваловты Салауат Юлаев ордены менән наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Билдәле булыуынса, Мәскәүҙә ул Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы ҡарамағындағы автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмала фән өсөн яуаплы буласаҡ.
Фото: ГорОбзор.