Йәмғиәт
31 Октябрь 2022, 10:30

Хәрбиҙәргә ярҙам итергә теләһәгеҙ...

Башҡортостанда гуманитар ярҙам йыйыу үҙәкләштерәләсәк. Бер әйбер ҙә ситкә китмәйәсәк! 

Хәрбиҙәргә ярҙам итергә теләһәгеҙ...Хәрбиҙәргә ярҙам итергә теләһәгеҙ...
Хәрбиҙәргә ярҙам итергә теләһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла мобилизацияланған һәм доброволецтар батальондарындағы хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙы үҙәкләштерергә ҡушты. Уның белдереүенсә бындай юл менән йыйылған ярҙам мотлаҡ тәғәйен кешеләргә барып етәсәк.

Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта “Башсельхозтехника” майҙансығында Шайморатов, Доставалов исемендәге ирекле батальон һәм Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәрен тәьмин итеү өсөн логистик келәт булдырылған.

– Беҙ был батальондарҙың ҡайҙа урынлашҡанын беләбеҙ. Моғайын, тиҙҙән мобилизацияланғандарыбыҙҙың да ҡайҙа урынлашыуын аңларбыҙ. Мин барыһына ла: халыҡҡа ла, предприятие етәкселәренә лә күрһәткән ярҙамдары өсөн бик рәхмәтлемен. Хәҙер үтенес – үҙәкләштереү. Уйлап ҡарауығыҙҙы һорайым. Кешеләр үҙҙәренең аҙыҡ-түлеген һәм әйберҙәрен ҡайҙа ебәрәсәген беләсәк. Бында ғәмәлдәрҙең асыҡлығы бик мөһим. Ярҙам ҙур һәм уны иғтибар менән системаға һалырға кәрәк, – тине ул.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа аҡса эшләргә маташҡан мутлашыусылар барлыҡҡа килә башлауы хаҡында иҫкәртте. Уның һүҙҙәренсә, улар әйберҙәр йыя, һуңынан уларҙы интернет-һатыуҙа һатып алырға мөмкин.

– Бындай хәл аҙ, әлбиттә, ләкин шуға ҡарамаҫтан иғтибарлы булайыҡ. Әйҙәгеҙ, ошо ярҙамды үҙәкләштерәйек, – тине Радий Хәбиров.

Фото: iuldash.ru 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас