Йәмғиәт
31 Октябрь 2022, 16:45

Һәр кемдең матур урында йәшәгеһе килә

Төбәк етәксеһе күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығына ремонт үткәрергә кәрәклегенә лә иғтибар итте.

Һәр кемдең матур урында йәшәгеһе киләҺәр кемдең матур урында йәшәгеһе килә
Һәр кемдең матур урында йәшәгеһе килә

31 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаларын тормошҡа ашырыу тураһында ла фекер алыштылар.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова 2022 йылға пландың билдәләнгән ваҡытта тамамланыуын хәбәр итте. Миҙгел йомғаҡтары буйынса, 309 йорттағы 917 подъезд тейешле хәлгә килтерелгән. 717 күп фатирлы йортта дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәрелгән.

– Ремонт графигын үтәүгә һәм башҡарылған эштәрҙең сифатына айырыуса иғтибар бүлдек, – тине Ирина Голованова. – Төбәк операторы бер нисә проект ҡарарын камиллаштырҙы, подрядсыларҙың яуаплылығын арттырыу өсөн килешеүҙәргә үҙгәрештәр индерҙе.

Республика капиталь ремонт операторы муниципалитеттар менән берлектә 2023 йылда яңыртыласаҡ подъездар исемлеген төҙөй, тип өҫтәне ведомство етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә киләһе йылға капиталь ремонт программаһын финанслау күләмен арттырыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.

– Подрядсыларға дәғүәләр күп ине. Хәҙер беҙ был йүнәлеште координацияларға өйрәндек, – тине Радий Хәбиров. – Подъездарҙы һәм ихаталарҙы яңыртыу – беҙҙең халыҡ араһында бик популяр һәм ихтыяж менән файҙаланған программалар. Һәм бында башҡараһы эштәр байтаҡ әле.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығына ремонт үткәрергә кәрәклегенә иғтибар итте.

– Йорт ҡыйыҡтарының торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел икән, подъездарға ниндәй уңайлылыҡ тураһында һөйләргә һәм ни өсөн ремонт үткәрергә? Тәү сиратта ҡыйыҡҡа ремонт үткәреүҙе һорайым, юғиһә ҡалған сараларҙың мәғәнәһе юҡ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас