

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостанда йәштәр киңлектәрен яңыртыу тураһында һүҙ булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Башҡортостан йәштәр киңлектәрен яңыртыу буйынса федераль программа сиктәрендә 230 миллион һум аҡса килеүен көтә
План буйынса, аҡса республика йәштәр үҙәген, шулай уҡ Учалылағы һәм Нефтекамалағы филиалдарҙы асыуға йүнәлтеләсәк.
– Беҙҙең тағы бер бурысыбыҙ ҡала, был Стәрлетамаҡ. Тура бәйләнештә Салауатта ла ошондай йәштәр үҙәге асырға вәғәҙә биргәйнем. Салауат – ҙур сәнәғәт ҡалаһы. Беҙ унда эшләргә тейеш тип уйлайым, – тине Радий Фәрит улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 октябрҙә Башҡортостан Башлығының халыҡ менән аралашыуы ваҡытында Салауат ҡалаһының әүҙем йәштәре Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте һәм үҙҙәренең ҡалаһына йәштәргә тупланыр, ниндәйҙер эштәр башҡарыр өсөн бина кәрәк тип һорағайны. Етәксе уларҙың һорауы ҡәнәғәтләндерелесәк тип яуап бирҙе.
Фото: "Башинформ".