Йәмғиәт
31 Октябрь 2022, 15:30

Яҡшы хеҙмәттәштәр онотолмай

Суд приставтары ведомство ветеранын ҡотланы.

Яҡшы хеҙмәттәштәр онотолмайЯҡшы хеҙмәттәштәр онотолмай
Яҡшы хеҙмәттәштәр онотолмай

1 ноябрҙә суд приставтары һөнәри байрамдарын билдәләйәсәк. Ошо айҡанлы Ауырғазы районы суд приставтары ведомство ветераны Эльвира Әдис ҡыҙы Зиннурованы ҡотланы.

Эльвира Әдис ҡыҙы 1999 йылда Ауырғазы районы суд приставтары бүлегендә эшкә урынлаша, 2004 – 2006 йылдарҙа бүлексә начальнигы урынбаҫары була. Әле ул Ауырғазы районы хакимиәтендә мәғлүмәт бүлеге начальнигы булып эшләй, хеҙмәттәштәрен дә һәр саҡ ихлас ҡаршы ала.

Эльвира Зиннурованың ҡыҙы ла Федераль суд приставтары хеҙмәтенең барлыҡ ижади сараларында ҡатнашҡан, шул иҫәптән “Гәлсәр йондоҙсоҡ” конкурсында ла бер нисә тапҡыр сығыш яһаған.   

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: "Радий Хабиров Башкортостан РБ Новости" төркөмө.

Яҡшы хеҙмәттәштәр онотолмай
Яҡшы хеҙмәттәштәр онотолмай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас