Йәмғиәт
1 Ноября 2022, 08:27

Донъяны үҙгәрткең килһә...

Милләтебеҙ киләсәге өсөн тырыша.

Гүзәл заттың иңенә күп бурыс­тар һалынған. Бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙы ғаилә усағын һүндермәй һаҡлау, балаларына лайыҡлы тәрбиә биреү, эшендә лә һынатмау, өйөн ҡарау бурыстарын үтәү генә түгел, ә илебеҙ, милләтебеҙ киләсәге өсөн дә көс түгә.

Ошондай ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе – Салауат районының Арҡауыл ауылындағы Байыҡ Айҙар исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы, өс бала әсәһе Сәлимә Абдуллина. Уңған ҡатын 2019 йылда Арҡауыл ауылы биләмәһе советы депутаты итеп һайлана. Инде өс йыл дауамында үҙенә ышанып тауыш биргән ауылдаштарының мәнфәғәтендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара.

“Донъяны үҙгәрткең килһә, үҙеңдән башла” тигән кәңәшкә таянып йәшәй Сәлимә Мөхәмәтйән ҡыҙы. Тормош иптәше Азамат Зөфәр улы һәм балалары Айбулат, Әлфирә, Фидан менән үҙҙәренең йорт-ҡураһын, баҡсаһын йыл әйләнәһендә матур итеп тәрбиәләп тоталар. Ғаилә менән тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ойошторолған сәйәхәткә сыҡҡанда ла һәр ваҡыт сүп-сар өсөн тоҡтар йөрөтәләр. Тәбиғәттең ниндәй төбәгендә ял итергә тура килһә лә, эште һәр ваҡыт ҡыйҙан таҙартыуҙан башлайҙар.

Сәлимә Мөхәмәтйән ҡыҙы ауыл биләмәһе советы, мәктәп етәкселеге тарафынан ойошторолған өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Йәшлек шишмәһенең кәртә-ҡураһын тергеҙеү, тирә-яғын  сүп-сарҙан таҙартыу, мәсеттең эсен-тышын йыйыштырыу, йылға буйында өмәләр ойоштороу – ҡәҙимге эш. Шулай уҡ күрше-күлән – Лилиә һәм Фрат Байрамовтар, Альбина менән Илдар Харисовтар, Рәйлә һәм Юлай Диновтар, Регина менән Фларит Таһировтар, Фаина һәм Артур Әғиҙуллиндар менән бергәләп Дәрәнҡул ҡайынлығын тәртиптә тотоуҙары күптән изге йолаға әйләнгән. Үҙҙәре йәшәгән Рәми Ғарипов һәм Хәйрулла Яруллин урамдарының остары тоташҡан урынға юл һалынып бөтмәгәйне. Ошо эште еренә еткереүҙе ойоштороусы булараҡ күп көс һалды Сәлимә Абдуллина. Был эштә ауыл хакимиәте етәксеһе Луиза Хәбир ҡыҙы, тормош иптәше Азамат Зөфәр улы, күршеләре Хафизйән Сәлимйән улы, Илдар Әнүәр улы, Илдар Зөфәр улы башынан аҙағынаса ярҙамлашты.

Сәлимә Мөхәмәтйән ҡыҙы уҡытҡан балалар математика фәнен еңел үҙләштерә, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулай, юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙарын дауам итә. Класс етәксеһе булараҡ, ул икенсе әсәй ҙә, кәңәшсе лә. Шулай уҡ уҡыусыларҙы йәмәғәт эштәренә йәлеп итә. Уның етәкселегендә балалар өмәләрҙә әүҙем һәм даими ҡатнаша,  ветеран уҡытыусыларҙың баҡсаларында ла ярҙамлашырға өлгөрә.

Мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай Сәлимә Мөхәмәтйән ҡыҙы. Уҡытыусыларҙың хор коллективы составында сығыш яһай. Ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнаш­ҡанда, ул хәленән килгәнсә ярҙам итә. Бына ошондай изге ғәмәлдәре менән Арҡауыл ауыл советы депутаты үҙе менән бергә донъяны үҙгәртә.

 
Алина ҒӘЛИМОВА

Салауат районы.

Читайте нас