

Күптән түгел күренекле дәүләт эшмәкәре, мәғариф учреждениеларының юғары квалификациялы етәкселәренең береһе, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Йәрмөхәмәтов республика йәмәғәтселеген ауыр ҡайғыға һалып арабыҙҙан китеп барҙы. 21 октябрҙә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) етәкселеге төп корпуста Зиннур Ғөбәйҙулла улы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асты. Унан һуң профессор З.Ғ. Йәрмөхәмәтовҡа арналған “Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты (филиалы) – Башҡортостан Урал аръяғының белем биреү һәм фән үҙәге” темаһына ҙур конференция ойошторолдо.
Конференцияла Сибай институтының тарихы, үҫеш йүнәлештәре, Зиннур Йәрмөхәмәтовтың Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы һәм БДУ-ның Сибай институты директоры вазифаларын башҡарған дәүерҙәрҙәге эшмәкәрлеген яҡтыртҡан докладтар конференцияның төп йүнәлештәрен билдәләне.
Таҡтаташ асыуҙа, ҙур конференция ойоштороуҙа көс һалғандары өсөн институт директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитовҡа, проректорҙар Ғәзинур Морат улы Насировҡа һәм Инна Васильевна Ситноваға оло рәхмәт белдергем килә.
Минең З.Ғ. Йәрмөхәмәтовҡа бәйле эшмәкәрлегемдең башланыуы үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағына – 90-сы йылдар башына тура килә. Был осорҙа республикабыҙҙа башҡарылған мөһим эштәрҙең береһе булып Сибай ҡалаһында институт асыуға йүнәлтелгән хәрәкәт иҫәпләнә. Унда республика ғалимдарының, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең байтаҡ өлөшө әүҙем ҡатнашты.
Сибай ҡалаһында институт ойоштороуҙа ярҙам һорап беҙ Зиннур Ғөбәйҙулла улына ла мөрәжәғәт иттек. Был дәүерҙә ул Сибай ҡалаһы советы рәйесе, БАССР Юғары Советы депутаты ине. Тәүге һөйләшеүҙә үк ул беҙҙең идеяны хупланы һәм мәсьәләне хәл итеүҙә төрлөсә ярҙамлашты.
Әйтергә кәрәк, тәүге фекер буйынса институт киң профилле уҡыу йорто булырға тейеш ине. Уның төп йүнәлеше итеп халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарына юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү билдәләнде. Ләкин ул дәүерҙә Сибай ҡалаһында киң профилле институт ойоштороу мөмкинлеге юҡ ине. Шуға күрә педагогик йүнәлеш һайлап алынды.
Был маҡсатта тәүҙә Башҡортостан педагогия университетының, һуңынан БДУ-ның филиалдары асылды. Артабан ике филиал бергә ҡушылып, БДУ-ның Сибай институты (филиалы) ойошторолдо. Филиалдың директоры – Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков, БДУ-ның Сибай институты (филиалы) етәксеһе итеп Ирек Сабир улы Сабиров тәғәйенләнде. Етәкселәр учреждениеларҙы үҫтереүгә күп көс һалды һәм ҙур ғына уңыштарға өлгәште.
1990 – 1998 йылдарҙа беҙ Зиннур Йәрмөхәмәтов менән Сибай ҡалаһының иҡтисади һәм социаль үҫешен тәьмин итеүҙә байтаҡ эштәр башҡарҙыҡ. Ул дәүерҙә мин БАССР Юғары Советының, һуңынан республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың социаль-иҡтисад бүлеге етәксеһе һәм был дәүләт органдары рәйестәренең иҡтисад мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе инем.
Беҙ Сибай ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫеше проблемалары буйынса ғилми тикшеренеү эштәрен киң йәйелдерҙек. Тикшеренеү эштәренә Өфө ҡалаһы вуздары белгестәрен йәлеп иттек. Әҙерләгән тәҡдимдәрҙе ғилми докладтар формаһында республика Президенты М.Ғ. Рәхимовҡа һәм Хөкүмәт органдарына тапшыра инек. Күп осраҡта улар яҡлау тапты. Һөҙөмтәлә Сибай ҡалаһы 1990 – 1998 йылдарҙа сағыштырмаса юғары тиҙлек менән үҙенең социаль-иҡтисади үҫешенә өлгәшә алды:
– яңы сәнәғәт производстволары барлыҡҡа килде;
– яңы социаль объекттар асылды;
– торлаҡ һәм юл төҙөлөштәре йылдам үҫеште;
– белем биреү һәм фән учреждениелары барлыҡҡа килде һ.б.
Минең фекеремсә, быға Зиннур Ғөбәйҙулла улының һалған ҙур көсө һәм эшмәкәрлеге арҡаһында өлгәшелде. Был уңыштар уның хеҙмәт ҡаҙаныштарының күрһәткесе булып тора.
Профессор З.Ғ. Йәрмөхәмәтовтың әүҙем эшмәкәрлеге уның БДУ-ның Сибай институты (филиалы) директоры булып эшләгән йылдарҙа күренде. Ул ҡаланың Белов урамында институттың яңы уҡыу корпусын төҙөтөүгә өлгәште. Корпус хәҙерге заман йыһаздары һәм техник ҡорамалдары менән йыһазландырылды, белем биреүгә кәрәкле бөтә шарттар булдырылды.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы Сибай институтында Өфө һәм башҡа ҡалаларҙың юғары уҡыу йорттарында күрелмәгән тәртип булдырҙы. Институтта егеттәр барыһы ла – аҡ күлдәктә, ҡара салбарҙа, ә ҡыҙҙар аҡ блузкала һәм ҡара юбкала йөрөнө. Студенттар барыһы ла башҡортса һаулыҡ һораша ине.
Институт бүлмәләренең барыһының да иҙәндәре тап-таҙа итеп йыуылған була ине. Бер бөртөк тә туҙан күрмәҫһең. Уҡыу корпустарын күренекле шәхестәрҙең бюстары биҙәп тора. Уҡыу йортонда булған һәр кеше ундағы тәртипкә һәм йыйнаҡлыҡҡа хайран ҡала торғайны.
Зиннур Йәрмөхәмәтов директор булып эшләгән йылдарҙа институтта миңә лә байтаҡ ҡына фәнни-педагогик эшмәкәрлек алып барырға тура килде: студенттарҙың сығарылыш имтихандарында һәм диплом яҡлауында дәүләт комиссияһы рәйесе булып эшләнем; аспиранттарҙың диссертациялар әҙерләү эштәренә етәкселек иттем; лекциялар уҡыным, консультациялар бирҙем һ.б.
Ғилми тикшеренеүҙәрҙән алынған материалдар нигеҙендә ете монография, китап әҙерләнек һәм баҫтырып сығарҙыҡ. Был материалдар нигеҙендә Зиннур Ғөбәйҙулла улы иҡтисад фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын әҙерләне һәм уңышлы яҡланы.
Профессор З.Ғ. Йәрмөхәмәтовҡа мемориаль таҡтаташ асҡандары һәм уның иҫтәлегенә арнап ҙур конференция ойошторғандары өсөн Сибай институты етәкселегенә йылы һүҙҙәремде белдереп, институт директоры Илдар Хәмитовтан йыл һайын Зиннур Ғөбәйҙулла улының тыуған көнөндә – 2 февралдә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарының һәм ҡалаларының социаль-иҡтисади үҫеше проблемаларына арнап фәнни-ғәмәли конференция ойоштороуҙы һорар инем.
Мазһар ИҪӘНБАЕВ

