

Рәсәй Журналистар союзының ошо көндәрҙә үткән XIII съезында Союз рәйесе һайланды. Делегаттар был вазифаны йәнә Владимир Соловьевҡа ышанып тапшырҙы.
Сарала шулай уҡ Журналистар союзының етәксе органдары – Секретариат ағзалары һайланды, Федератив советы төҙөлдө. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса Федсоветҡа журналистарҙың ижади ойошмалары төбәк бүлексәләре, Рәсәй Журналистар союзына ҡабул ителгән Херсон, Запорожье өлкәләренең, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының бүлексә етәкселәре инде. Улар араһында Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов та бар.
Съезда Алексей Вишневский – Ҙур жюриҙың Үҙәк коллегияһы рәйесе, ә Всеволод Богданов союздың Почетлы рәйесе итеп йәнә һайланды. Мөһим сарала Рәсәй Журналистар союзының 2022 – 2027 йылдарға өҫтөнлөклө эш йүнәлештәре билдәләнде. Делегаттар шулай уҡ көнүҙәк һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Фото: ruj.ru