Йәмғиәт
1 Ноябрь 2022, 16:00

Ҡырғыҙстандан белгестәр килә

Форум һөҙөмтәләре буйынса бер нисә килешеү төҙөлдө.

Ҡырғыҙстандан белгестәр киләҠырғыҙстандан белгестәр килә
Ҡырғыҙстандан белгестәр килә

Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһында беренсе тапҡыр ЮНЕСКО кластер бюроһы ярҙамында Урта Азия буйынса "3GEO" халыҡ-ара форумы үтте.

Был сарала халыҡ-ара танылыу алған, ЮНЕСКО глобаль геопаркы статусы булған Рәсәйҙәге тәүге геопарк – Салауат районы биләмәһендә урынлашҡан “Янғантау” ҙа  ҡатнашты. Форумда тотороҡло туризм, белем биреү, фән, экология үҫеше өсөн урындағы халыҡтың геология мираҫының потенциалы тикшерелде.

Форум һөҙөмтәләре буйынса бер нисә килешеү төҙөлдө – Тянь-Шань геология йәмғиәте һәм Ҡырғыҙстандың милли комиссияһы менән Башҡортостанға стажировкаға Ҡырғыҙстандан белгестәр йүнәлтеү тураһында килешеүгә өлгәшелде.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас