Йәмғиәт
2 Ноябрь 2022, 12:30

"Ҡайҙа һин, Гөлназ?"

"Ул смс-хәбәрҙе үҙе яҙмағандыр кеүек тойолдо..." - тип белдерә яҡыны.

"Ҡайҙа һин, Гөлназ?""Ҡайҙа һин, Гөлназ?"
"Ҡайҙа һин, Гөлназ?"

Өфө ҡалаһында сәйер рәүештә күп балалы әсәй юғалған. Уның ире һөйләүенсә, Гөлназ Ш. 24 октябрҙә әхирәтенә барып киләм тип сығып киткән һәм кире өйгә ҡайтмаған, тип хәбәр итә "Башкирия Online" яңылыҡтар порталы.

«Ҡатынымдың әхирәте менән һөйләшкәндән һуң, шуға төшөндөм: әхирәттәр низағлашып киткән һәм Гөлназды ҡыуып сығарғандар. Ул ҡайтырға юлланған, ләкин өйгә етмәйенсә ғәйеп булған.

Тағы шул: икенсе көндө уның номерынан смс- хәбәр килде. Унда ул икенсе әхирәтендә булыуын белдергәйне, ире үлгән, йыуатам, тигәйне. Әммә миңә ни эшләптер был хатты Гөлназ үҙе яҙмағандыр кеүек тойлдо… Беҙҙең өс ҡыҙыбыҙ үҫә, ҡатынымдың бер ваҡытта ла улай иҫкәртмәйенсә оҙаҡ йөрөгәне юҡ ине…» - тип борсола ире.

Әле ул полицияға, ирекмән эҙәрмәндәргә мөрәжәғәт иткән. Юғалған ҡатын 160-165 сантиметр буйлы, ябыҡ ҡына, яурынына төшөп торған ҡара сәсле, ҡара-һоро күҙле, өҫтөнә һоро төҫтәге куртка кейгән. Үҙе йәшәгән Черниковка биҫтәһе яғында булыуы ихтимал, тип күҙаллай яҡындары.

Юғалған ҡатын хаҡында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 89279245033; 89871048209 телефон номерҙарына шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото "Башкирия Online".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас