Йәмғиәт
2 Ноябрь 2022, 11:30

Беҙҙең "Милли характер" нимәнән ғибәрәт?

Был турала 4 ноябрҙә "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы һөйләйәсәк. 

Беҙҙең "Милли характер" нимәнән ғибәрәт?Беҙҙең "Милли характер" нимәнән ғибәрәт?
Беҙҙең "Милли характер" нимәнән ғибәрәт?

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, 4 ноябрҙә, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы төбәк филиалдарының “Милли характер” Бөтә Рәсәй телевизион марафонында ҡатнаша. Мультимедиалы телемарафон “SMOTRIM.RU” платформаһында һәм “Башҡортостан 24” телеканалында 16 сәғәт дауамында күрһәтеләсәк.

Марафондың төп маҡсаты – Евразия континентын берләштергән һәм планетала бар донъяға тәртипкә нигеҙ һалған иҡтисади һәм мәҙәни күпергә әүерелгән державаның ғәйәт ҙур этнографик һәм тарихи йылъяҙмаһын яҙыу. Мәҙәни кодыбыҙҙың, милли характерыбыҙҙың нигеҙен һәм асылын аңлау. Заманса технологиялар телевизор ҡараусыларға бер нисә быуатҡа артҡараҡ күсергә, 17 миллион километр юл үтергә, 17 сәғәт бүлкәте аша үтергә һәм милли эпостар геройҙары, ошо көндәрҙә Бөйөк илдең бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған легендар элгәрҙәр һәм замандаштар менән танышырға мөмкинлек бирә.

– Быйылғы йыл Президент указы менән Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау йылы тип билдәләнгән. Был бик мөһим, сөнки ҙур илебеҙҙә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың мәҙәниәтен һаҡлау ул дөйөм мәҙәни кодты һаҡлап ҡалыу, унан халҡыбыҙҙың характеры һәм рухы формалаша: еңелеү белмәҫ, һынмаҫ, мәңгелек ғәҙеллекте эҙләүсе. Беҙҙең идеяны хуплаған Олег Борисович Добродеевҡа һәм, әлбиттә, Камчатканан Калининградҡа тиклемге коллегаларыма оло рәхмәтлемен: бөтә төбәк филиалдарыбыҙҙың хеҙмәттәштәре был эшкә әүҙем ҡушылды. Юғары бурыс – илебеҙҙә йәшәгән аныҡ кешеләр миҫалында милли характерҙың нисек формалашыуын күрһәтеү. Был характер, ысынлап та, халыҡтарыбыҙҙың бөтә мәҙәниәтен, тарихын, мираҫын үҙ эсенә ала һәм илебеҙҙә йәшәүсе кешеләрҙең аңын формалаштыра. Был хаҡта һөйләү бик мөһим, сөнки ул бөйөк илебеҙҙең күп быуатлыҡ тарихы менән иҫбатланған: халҡыбыҙҙың рухы еңелмәҫ, – тип билдәләне Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары – төбәк департаменты етәксеһе, мәғлүмәт берләшмәһен үҫтереү буйынса Рәсәй Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы Рифат Сабитов.

Телемарафонда ҡатнашыу өсөн “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының ижади һәм техник хеҙмәткәрҙәре Мостай Кәримдең легендар “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” юлдары менән аталған уникаль тарихи, мәғлүмәти-мәғрифәтселек репортажын әҙерләне. Үҙәктә – “Урал Батыр” эпосы – быуаттар төпкөлөнән килгән иң ҙур башҡорт фольклоры әҫәре. Эпоста ике донъя һыу батыуы һәм ер йөҙөндә иң боронғо Урал тауҙарының барлыҡҡа килеү тарихы теркәлгән.

– Беҙ халҡыбыҙҙың әҙәби, тарихи һәм мәҙәни мираҫын сағылдырыусы эш башҡарырға булдыҡ. Иң элек, был “Урал Батыр” эпосы. Әлбиттә, был байрам көнөндә беҙ Башҡортостандың һәм тотош илдең төп иҫтәлекле урындарының береһен – “Шүлгәнташ” мәмерйәһен күрһәтәсәкбеҙ. Был мәмерйә 15 мең йыл буйы үҙенең серҙәрен һаҡлаған. Иң тәрән сер – был күл төбөндә, уның тәрәнлеге 80 метр. Беҙҙең һәр аҙым – республиканың ғәжәйеп тарихына аҙым ул. Сағыу эш килеп сыҡты, бында вертолеттан төшөү ҙә, эпосҡа һылтанма менән графика ла бар. Әлбиттә, бында “Аҡбуҙат” мифик ҡанатлы аты образы ла мөһим урын ала. Атҡа ултырыу – тимәк, еңеүсе булыу Салауат Юлаевты скульптор Сосланбәк Тавасиев шул рәүешле һынландырған. Күптән түгел Өфөлә, Республика көнөндә, Рәсәй Геройы, легендар дивизия командиры Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһы булды, – тине “Башҡортостан” ДТРК-һы директоры Азамат Сәлихов.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас