Йәмғиәт
2 Ноябрь 2022, 02:00

Буранғолдың "Кулибины" тиҙәр уны

Алтын ҡуллы оҫта ғына түгел ул: урмансы лы, һунарсы ла, балыҡсы ла.

Буранғолдың "Кулибины" тиҙәр уныБуранғолдың "Кулибины" тиҙәр уны
Буранғолдың "Кулибины" тиҙәр уны

Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәгән Марсель Ғилманов үҙ ҡулдары менән мини-трактор эшләгән. Хужалыҡта ҡулланыуға уңайлы һәм ҡеүәте 16 ат көсөнән торған был техниканы ул ярты йыл эсендә йыйған. Ауылдаштары уны “Үҙебеҙҙең Кулибин!” тип йөрөтөүендә лә тулыһынса хаҡлыҡ бар.

Әбйәлил урман хужалығында оҙаҡ йылдар эшләгән Марсель Хәлил улының үҙ ҡулдары менән яһаған тракторы көндәлек ауыл тормошонда бик уңайлы. Кәрәк икән бесәнен саба, йыя, күбәләй, ағас сығара, уны бейеклеккә күтәрә һәм башҡа бихисап эштәрҙе лә атҡарып сығарыуҙа иң ҙур ярҙамсы.

-Иң уңайлыһы - яғыулыҡты аҙ "ашай". Үҙем урмансы-егерь булараҡ, күп ваҡытымды урманда үткәрергә тура килә. Таулы-ташлы, һаҙлыҡлы  урындарҙан был транспортым "һә" тигәнсә үтеп тә китә, - ти ауыл "Кулибины".

Буранғол ауылының уңған халҡы тураһындағы тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һандарында таныштырырбыҙ.

Автор фотоһы.

Буранғолдың "Кулибины" тиҙәр уны
Буранғолдың "Кулибины" тиҙәр уны
Автор:Карима Усманова
Читайте нас