

Ергә астероид яҡынлаша, уның үҙәге тимер, никель һәм алтындан тора, тип белдерә “Бишенсе канал”.
Хәбәр итеүелеүенсә, NASA үҙенең киләсәк миссияһында күк есемен тикшереү буласаҡ тигән, уның яҡынса хаҡы ун мең квадриллион доллар менән баһалана.
Ғалимдар астероидты “үле планетаның металл йөрәге” тип атаған.
Үҙ сиратында йыһан агентлығы миссияһы белгестәре, тикшеренеү Ер ядроһының төҙөлөшөн яҡшыраҡ аңларға ғына түгел, тиҫтә йылдарға файҙалы ҡаҙылмалар запастарын эшләргә лә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләй.
Тағы шуныһы, 1 октябргә ҡарата төндә Ергә яҡынлашҡан яңы 2022 SE37 астероиды асыҡланған. Ул ҡояш тирәләй 3,44 йыл осоро орбитаһы менән әйләнә, шуға бәйле яҡын киләсәктә Ер өсөн хәүефле түгеллеге билдәләнгән.
Фото: aif.ru