Йәмғиәт
2 Ноябрь 2022, 17:15

Саҡырыу комиссияһы яңы бурыстар ҡуйҙы

Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләренә хәрби хеҙмәт үтергә ебәрелмәйәсәк.

Саҡырыу комиссияһы яңы бурыстар ҡуйҙыСаҡырыу комиссияһы яңы бурыстар ҡуйҙы
Саҡырыу комиссияһы яңы бурыстар ҡуйҙы

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 2 ноябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов саҡырыу комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Уның эшендә тейешле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ видеоконференция режимында республиканың муниципаль район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Ирек Сәғитов, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре биләмәләрендә хәрби хеҙмәт үтергә ебәрелмәйәсәк, шулай уҡ Украинала хәрби-һауа көстәрендә ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк, тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, былтыр саҡырылған егеттәр хәрби хеҙмәттән имен-аман әйләнеп ҡайтты.

"Башҡортостандан дүрт меңдән ашыу егет саҡырыла. Үҙәк хәрби округында республикабыҙ хәрби хеҙмәткә алынғандар һаны буйынса ғына түгел, граждандарҙы ошо бурысын үтәүгә әҙерләүгә бәйле саралар комплексын ойоштороу йәһәтенән дә лидер булып тора. Йәштәрҙе физик һәм психологик яҡтан хәстәрләүгә күп көс һалырға кәрәк", - тине Премьер-министр урынбаҫары.

Комиссия ултырышы барышында граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыуға әҙерлек һөҙөмтәләре, командаларҙы һәм эшелондарҙы йыйыуға, оҙатыуға әҙерлек; медицина ойошмаларының хәрби комиссариат йүнәлештәре буйынса медицина тикшереүе үткәреүгә әҙерлеге; хеҙмәткә саҡырылғандар араһында коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса иҫкәртеү сараларын тәьмин итеү һ.б. ҡаралды.

"Республиканың Хәрби комиссариатына һәм муниципаль берәмектәргә граждандарға хәбәр итеү, уларҙың саҡырыу комиссияларына килеүе мәсьәләләрен айырым контролгә алырға кәрәк. Муниципаль берәмектәр хакимиәттәре башлыҡтарынан саҡырыу комиссияларын мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта үткәреү маҡсатында уларҙың графигына анализ яһауҙарын һорайым. Саҡырыу комиссияларына граждандарҙың килеүен тәьмин итеү өсөн уларҙың ҡайҙалығын асыҡлау буйынса эште ойошторорға кәрәк", - тине вице-премьер.

Хәрби комиссариатҡа Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә саҡырыу комиссиялары йүнәлтмәһе буйынса граждандарға медицина тикшереүе үткәреү буйынса эште ойошторорға ҡушылды. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙы вакцинациялау мәсьәләһен өйрәнергә һәм уларҙың иҫәп документтарына прививкалар тураһында мәғлүмәт индерергә кәрәк.

Ултырышты йомғаҡлап, Ирек Сәғитов, хәрби хеҙмәткә саҡырыу мөһим дәүләт бурысы булып тора, шуға күрә юғары кимәлдә башҡарылырға тейеш, тип билдәләне.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан һәм 73online.ru

Саҡырыу комиссияһы яңы бурыстар ҡуйҙы
Саҡырыу комиссияһы яңы бурыстар ҡуйҙы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас