Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 10:30

Ҡабан “ҡунаҡҡа килгән”

Был ҡыр хайуаны менән осрашҡанда үҙеңде нисек тоторға, хәүефле хәлдән нисек ҡотолорға? 

Ҡабан “ҡунаҡҡа килгән”Ҡабан “ҡунаҡҡа килгән”
Ҡабан “ҡунаҡҡа килгән”

Ейәнсура районының Юнай ауылындағы бер ихатаға  ҡабан “ҡунаҡҡа килгән”. Видеояҙманан күренеүенсә, ҡыр йәнлеге ҡаршылыҡ күрһәтмәй, киреһенсә, үҙе ҡурҡып, был урындан тиҙерәк ҡотолоу сараһы эҙләй кеүек.

Әммә нисек кенә булмаһын, кейек кейек булып ҡала, айырыуса йыртҡыс хайуандар менән һаҡ булырға кәрәк.

Әгәр урманда йәки башҡа урында ҡабанға тап булһағыҙ, нимә эшләргә?

Ҡасырға маташмағыҙ, ҡабан бик шәп йүгерә, хатта велосипедтағы кешене ҡыуып етә ала. Ғөмүмән, йәнлеккә арҡа менән әйләнергә ярамай.

Күҙенә тура ҡарамайынса ғына артҡа сигенегеҙ, менер өсөн ҡулай ағасты самалағыҙ. Ҡыр сусҡаһы ағасҡа менә алмай.

Бер ваҡытта ла кейектең балаларына яҡынламағыҙ, уларҙы ҡулығыҙға алмағыҙ, һыйпамағыҙ.

Әгәр кеше үҙе агрессив ҡыланмаһа, хайуан өсөн хәүеф тыуҙырмаһа, ҡабандар кешегә ташланып бармай, урап үтеү яйын күрә. Шулай уҡ улар шау-шыу, тауыш яратмай, шуға күрә урманда ҡабан килеп сығыуҙан шикләнһәгеҙ, тауышланып, ҡысҡырып йырлап, таяҡ менән ағастарға һуғып атларға кәңәш ителә.

Фото: ribary_club

Видео: "Беҙҙең Башҡортостан" төркөмө  (vk.com/rb_media). 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас