Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 08:34

Ауылдарҙа – көҙгө муллыҡ

Төбәктә өмәләре башланды.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың матур милли йолаларының береһе. Бында кешеләр бер-береһе менән яҡындан аралаша, күңел аса. Ҡаҙ йолҡоу еңелдән булмағанлыҡтан, өмәгә ауылдың уңғандары саҡырылған.

Ҡаҙҙарҙы йолҡоп бөткәс, түшкәләрен көйәнтәләргә элеп, йылғаға барып йыуғандар. Кис иһә хужалар өмәселәрҙе ҡунаҡҡа саҡыра: табын түренә мул итеп ҡаҙ ите ҡуйыла, ҡаҙ майына ҡоймаҡ ҡойола. Борондан ҡалған күркәм йолабыҙҙың бөгөнгә тиклем һаҡланыуы – ҡыуаныслы күренеш.

Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул. Байлыҡ, муллыҡ байрамына әүерелгән ҡаҙ өмәләре әле лә күп райондарҙа гөрләп үтә. Әле уңған хужабикәләр өйрәктәрен таҙалай, аҙаҡ ҡаҙҙарына сират етә. Ауыл халҡы бергәләшеп ошо эштәрҙе башҡара, халҡыбыҙҙың онотола барған йолаларын үтәй. Мәҫәлән, ҡаҙҙарҙы таҙалап бөткәс, түшкәләрҙе көйәнтәләргә элеп, һыу буйҙарына төшөп, һыуыҡ һыуҙа сайҡап, хужабикәгә матур теләктәр әйтелә.

Ҡаҙ йолҡҡанда олораҡ инәйҙәрҙең уның мамығына аяҡ-ҡулын тығып алыуы ла – боронғонан ҡалған йолаларҙың береһе. Ололарҙың әйтеүенсә, шулай иткәндә, аяҡ-ҡул һыҙлауһыҙ була икән.

Күптәр хәтерләйҙер әле, элегерәк ҡыш күп ауылдарҙа ҡаҙ ҡанатын һыҙырыу буйынса ла кис ултырыу йолалары бар ине. Беҙҙе лә өләсәйем ҡаҙ ҡанатын һыҙырырға ултырта торғайны. “Ҡаҙ мамығын танауығыҙға еткәнсә һыҙырһағыҙ, мунсаҡ ҡойола” тигәне әле лә хәтеремдә. Һәр хәлдә, танауҙан мунсаҡ ҡойолманы, әммә үҙем һыҙырған ҡаҙ мамығынан әҙерләнгән йомшаҡ мендәрҙә йоҡларға насип булды.

Күптән түгел Хәйбулла ра­йонының Әбүбәкер ауылынан иң уңған ғаиләләрҙең береһе Рәсимә менән Миҙхәт Аҡыловтарҙың ғаиләһендә ҡош-ҡорт һуйҙылар. Уңған хужабикә үҙенең әхирәттәре менән тәүҙә бройлер тауыҡтарын таҙалаған, артабан өйрәктәрен, күптән түгел иһә ҡаҙҙарына ла сират еткән. Аҡыловтар йыл һайын күп итеп ҡош-ҡорт аҫрай. Быйыл улар 45 ҡаҙ, 55 өйрәк, 35 бройлер үҫтергән.

– Июнь башында Баймаҡ ҡалаһынан линда һәм ланда тоҡомло ҡаҙ бәпкәләрен һатып алдыҡ. Уларҙы ҡарашырға Лилиә ҡыҙыбыҙ ныҡ ярҙам итте. Тормош иптәшем вахта ысулы менән Себерҙә эшләй, донъя көтөү, ҡош-ҡорт аҫрау бурысы башлыса балалар менән минең иңгә төшә. Йортобоҙға Ташлы йылғаһы алыҫ түгел, шуға күрә ҡош-ҡорт аҫрау еңелгә тура килә. Себештәрҙе бер аҙ ҙурайтып алһаҡ, улар һыуҙан ҡайтмай. Ҡош-ҡорт бик аҡыллы бит ул, үҙең өйҙә булмай һуңлап ҡайтырға тура килһә, үҙҙәре ҡайтып, кәртә ишеге янында теҙелешеп кенә көтөп яталар, – ти уңған хужабикә Рәсимә Ғәбделмөрит ҡыҙы.

Әлбиттә, ҡош-ҡорт таҙалауға уға күршеләре Сәйҙә Билалова, Фирҙәүес Ғәббәсова һәм туғандары өмәгә килгән. Рәсимә Аҡылова – һөнәре буйынса китапханасы, ул Әбүбәкер модель китапханаһында эшләй. Халыҡ йолаларына һәр саҡ иғтибарлы ханым ҡош-ҡорт өмәләрен ойошторғанда халҡы­быҙҙың ҡаҙ йолҡоуға бәйле төрлө ырым-юрауҙарына иғтибар иткән. Был юлы ла уңған ҡатын-ҡыҙҙар эш барышында илдәрҙең имен булыуын, хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләп, доғалар ҡылған. Ҡаҙҙы йолҡоп бөткәс, аҡ күбектәй күпергән ҡаҙ мамығына ҡулдарын тығып алырға ла онотмағандар. Аяҡ-ҡулдары һыҙлауһыҙ булыр.

Әйткәндәй, ланда тоҡомло ҡаҙ бәпкәләрен хужабикә беренсе тапҡыр алған. “Ошо тоҡомло ҡаҙ итле була, тиҙәр. Мамығы ла күпереп тора”, – ти Рәсимә ханым.

Ниндәй ҡаҙ өмәләре мул табынһыҙ үтһен?! Эш бөткәс, һәр хужабикә  өмәселәрҙе ҡаҙ итенән әҙерләнгән ризыҡтар ҡуйылған өҫтәлгә саҡыра: ҡаҙ түшкәһе түрҙән урын ала, бишбармаҡ әҙерләнә, һәр кемгә тәғәйен өлөштәр бүлеп бирелә.

– Элек-электән ҡаҙ итен ете өлөшкә бүлгәндәр. Ҡыҙҙарға – ҡанат, малайҙарға – бот, хужаға – баш, ҡатынға – түш, ҡунаҡтарға оса майы эләккән, – тип ит бүлеү йолаһы менән таныштыра Рәсимә Ғәб­делмөрит ҡыҙы. – Аллаға шөкөр, быйыл ҡош-ҡорт һимеҙ. Балаларға, туғандарға, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға күстәнәскә лә, һатыуға ла етә. Үпкә, бауыр, бөрләтәүҙәренән манты, бөйөрөктәр бешерәм, ҡаҙ мамы­ғынан яҫтыҡтар эшләйем.

Әле республиканың күп ауылдарында халҡыбыҙҙың милли йолаһы булған ҡаҙ өмәләре гөрләй. Муллыҡ һәм байлыҡ байрамдары һәр йортта үтһен, табындар мул һәм бәрәкәтле, донъялар тыныс булһын!

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас