

Тыуған иленең ысын илһөйәре. Бер дуҫым тураһында тап шулай тип әйтә алам.
Уның менән күптән танышмын. Үҙен төрлө хәлдәрҙә күргәнем бар, төрлө тормош һынауҙары үткән саҡтарын беләм. Әммә бер нәмә үҙгәрмәй – ул инаныуҙарына тоғро — теләһә ниндәй шарттарҙа ла, һәр ҡайһы вазифала ла. Нимәгәлер ышанһа, хәл итһә, тимәк, юлдан ситкә тайпылмаясаҡ, бирешмәйәсәк. Аҙағына тиклем.
Шуға ла ул эргәһенә меңәрләгән егетте йыя алды. Башҡортостандан Мәскәү юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар ағыла башлаған осорҙо яҡшы хәтерләйем. Республика райондарына сәфәр ҡылып, уҡырға инергә әҙерләнгән йәштәрҙең документтарын йыйғандарын, Мәскәүгә һәм Санкт-Петербургка алып киткәндәрен. Аҡсаһыҙ, ярҙамһыҙ, ябай инаныуға ғына таянып. Йыл һайын. Ә "ҡамасаулаусы" көстәр ҙә етерлек ине бит, көстәрҙең дә ниндәйе! Ошо егеттәр өсөн гел көйҙө, уларҙың тормошо менән йәшәне. Көндәлек проблемаларҙан тыш, көтөлмәгән хәлдәр, ҡай саҡ күңелһеҙ осраҡтар ҙа булып торҙо. Әммә ул хатта өмөтһөҙ булып күренгәндәрҙе лә ташламаны. Улар өсөн көрәште. Ә был ваҡиғалар, бер ҡараһаң, яңыраҡ ҡына – 7-10 йыл самаһы элек булды: башҡорт йәштәренең Мәскәүҙәге тормошо ҡайнап торҙо.
- Ул бер ҡасан да иң ҡатмарлы бурыстарҙан да баш тартмай;
- тормош һынауҙарына бирешмәй;
- һәр ваҡыт тыуған ере һәм иле өсөн тау булып тора. Ҡайҙа ғына булһа ла.
Шундай нескә һәм тәрән ул ватансылыҡ, илһөйәрлек тойғоһо. Ундай кешеләр һирәк. Тарихты өйрәнеү, факттарҙы тергеҙеү, онотолған геройҙарҙың, тарихи шәхестәрҙең исемдәрен кире ҡайтарыу, яңы практикалар һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу — киң йәмәғәтселек ул атҡарған эштәрҙең күпселеген белмәй.
Хәрби һәм тыныс тормоштағы илһөйәрлекте ҡапма-ҡаршы ҡуйырға теләмәйем. Тыныс ваҡытта ла улар - бер бөтөндөң ике өлөшө.
Ә уның өсөн был һүҙҙәр ҙур әһәмиәткә эйә. Илһөйәрлеге шундай тәбиғи хәл, "мәҙәни код" һымаҡ. Меңәрләгән томлыҡ китаптар, ғилми хеҙмәттәр уҡыу, оҙайлы бәхәстәр һәм фекер алышыуҙар ярҙамында нығытылған илһөйәрлек.
Кешеләр үҙгәрә. Әммә уның илһөйәрлеге йылдар үтеү менән тәрәнәйә генә.
Тап шуның өсөн дә ул - Азат Бадранов - үҙ теләге менән ил һаҡларға китә. Йыл башында уҡ. Бер нисә тапҡыр. Броне булыуға ҡарамаҫтан. Икеләнмәнмәйенсә. Дөрөҫ, ҡыйынлыҡ менән ебәрәләр. Дөрөҫ, бюрократик машина ҡамасаулай. Әммә ул үҙ моратына өлгәшә. Уның фекере менән килештем, унда файҙалы булыуына инанам. Минең өсөн уның ҡарары көтөлгән һәм аңлайышлы. Бында үҙ-үҙеңде күрһәтеү юҡ. Мин быны яҡшы беләм.
Уның был аҙымына төрлөсә ҡарарға була. Ышанып та, нәфрәтләнеп тә, үкенес менән дә, "ул киткән мәл"де көтөргә лә мөмкин. Социаль селтәрҙәге һөжүмдәр байтаҡ — эйе, Азат күптәр өсөн уңайһыҙ кеше. Әммә бер нәмә аныҡ – уның ҡарары күптән ҡабул ителгән, уйланылған. Ошо көндәрҙә ул тағы ла бер маҡсатҡа өлгәште: лейтенант дәрәжәһен алды. Һәм тиҙҙән — оҙатасаҡбыҙ.
Ошо көндәрҙә ҡустым да шунда китте. Кисектереү ҙә алып булыр ине. Тик ул беренсе көндә үк, ил яҙмышы хәл ителгәс, пацифизмға урын юҡ инде, тине, "мин – яҡшы офицер, ундағы хәлдәр минең ҡатнашлығым менән тиҙерәк тамамланасаҡ", тип өҙҙө.
Ә хәҙер беҙҙең бер генә теләгебеҙ бар – шулай булһын. Ҡыйыу, тәүәккәл ир-егеттәребеҙ тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын. Еңеү менән. Тиҙерәк.
Автор: Гүзәл ХӘСӘНОВА.
Фото Азат Бадрановтың сәхифәһенән.