Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 09:40

“Өфө быға лайыҡ”

Бөгөн, 3 ноябрҙә, баш ҡалабыҙҙа Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан “Өфө — Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын асыу тантанаһы булды.

“Өфө быға лайыҡ”“Өфө быға лайыҡ”
“Өфө быға лайыҡ”

Бөгөн, 3 ноябрҙә, баш ҡалабыҙҙа Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан “Өфө — Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын асыу тантанаһы булды.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл эшсәндәренең батырлығын символлаштырған егерме метрлыҡ объект баш ҡалаға ингән ерҙә автомобиль күперҙәренән уң яҡта, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, тантанала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле һәм Дуҫлыҡ монументы менән бер рәттән, стеланың республика халыҡтарының тарихи хәтерен сағылдырыуын билдәләне.

“Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында байтаҡ предприятиелар, дәүләт ойошмалары һәм ғилми институттар Өфөгә эвакуацияланған. Тотош республика фронт ихтыяжы өсөн эшләгән. Яҡташтарыбыҙ кейем-һалым теккән, нефть сығарған, танктар һәм самолеттар өсөн яғыулыҡ, хәрби авиация өсөн двигателдәр етештергән. Бронепоездар, танктар, авиаэскадрильялар һәм башҡа ҡоралдар халыҡтың шәхси аҡсаһына һатып алынған. Эвакуацияланған ғаиләләрҙе туғандарыбыҙ кеүек ҡабул иттек, яраланғандарҙы дауаланыҡ. Рәсәй Президентының баш ҡалабыҙға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән абруйлы исем биреү тураһында указы өфөләрҙең һәм республика халҡының хеҙмәт батырлығын таныу билдәһе булды. Беҙ бының менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм Владимир Путинға ошо ҡарары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Иртәгә илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Берҙәмлек илебеҙ халҡына ауыр һынауҙарҙы йырып, кешелек тарихындағы ҡот осҡос һуғышта еңеп сығырға ярҙам итте”, — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте. “Өфө быға лайыҡ. “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын асып, баш ҡалабыҙға Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө өсөн тағы бер тапҡыр тейешле баһа бирҙек.

Стела республикала йәшәгәндәрҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығын мәңгеләштерҙе, – тип хәбәр итте Радий Фәрит улы. – Стела урынын республикала йәшәүселәр менән бергәләп һайланыҡ. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә һәйкәл Ағиҙел буйын биҙәйәсәк, тип ҡарар иттек. Стела ҡалаға ингән урында яҡшы күренә һәм ул яр буйындағы парк зонаһының архитектура ансамблен тулыландыра.

Конструкцияның бейеклеге – 20 метр. Стела башҡорт гранитынан һәм заман технологиялары буйынса ныҡлы тоноҡ быяланан эшләнгән. Бронза барельефтары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм Башҡортостандың Милли музейҙарындағы фотографияларҙағы тарихи образдарҙы һынландыра.

Беҙ өлкән быуын вәкилдәренең лайыҡлы вариҫтары булырға тейешбеҙ. Эшебеҙ менән илһөйәрлекте күрһәтергә, Тыуған илде һаҡларға ваҡыт етте. Беҙ – алғы һыҙыҡта алышҡан егеттәребеҙ һәм уларҙың ғаиләләре өсөн терәк. Фиҙакәр хеҙмәтебеҙ менән нацизмды еңергә ярҙам итәсәкбеҙ”.

Фотолар: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

“Өфө быға лайыҡ”
“Өфө быға лайыҡ”
“Өфө быға лайыҡ”
“Өфө быға лайыҡ”
“Өфө быға лайыҡ”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас