

Бөгөн, 3 ноябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров реконструкциялау тамамланған Дим паркында булды.
Был урынды яҙ яңыртыуға тотонғайнылар. Эштәр урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып башҡарылған. Паркта инженер селтәрҙәрен яңыртҡандар, заманса яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү мөмкинлектәрен монтажлағандар, биләмәне зоналарға бүлгәндәр һәм йәшелләндергәндәр. Бынан тыш, йәштәр киңлеген скейт-парк, спорт һәм балалар өсөн уйын зоналары менән йыһазландырғандар. Мәҙәни саралар өсөн тамашасылар майҙансығы менән сәхнә ҡуйылған. Реконструкцияның дөйөм хаҡы 200 миллион һум самаһы тәшкил иткән.
Төҙөкләндерелгән паркта сауҙа павильондары, кафе һәм аттракциондар өсөн урындар ҙа әҙерләнгән. Башҡортостан Башлығы яңыртылған паркты ҡараны һәм урындағы халыҡ менән аралашты. Өфөлөләр республика етәксеһенә йәмәғәт киңлеген реконструкциялағаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Халыҡ шулай уҡ Дим районында яңы поликлиника төҙөү кәрәклеген билдәләне. Радий Хәбиров медицина учреждениеһын 2025 йылда төҙөргә йыйыныуҙарын хәбәр итте. Әле уның өсөн уңайлы майҙансыҡ һайлайҙар. Бынан тыш, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленә.
– Әлбиттә, беҙ иң тәүҙә, яңы поликлиника тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Дим районы үҫә, тимәк, яңы социаль объекттар ҙа кәрәк. Шулай уҡ, йорт яны биләмәләрен һәм подъездарҙы комплекслы ремонтлауҙы дауам итәсәкбеҙ. Әгәр халыҡ бының менән ҡыҙыҡһынһа, Баланов паркын төҙөкләндереү мөмкинлеген дә өйрәнербеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Бөгөнгө сара тураһында Республика Башлығы социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә лә яҙып сыҡты. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар:
“Бер йыл элек социаль селтәрҙәрҙә Өфөлә ниндәй парктарҙы төҙөкләндерергә кәрәклеге өсөн тауыш биреүҙе башлағайным, Дим биҫтәһендәге үҙәк парк тауыштар һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булды. Вәғәҙә иткәнсә – эшләйбеҙ. Эштәр бында тамамланған. Дим районындағы парк 1950 йылдарҙа уҡ асылған. Ысынында иһә ул биҫтәлә берҙән-бер ял итеү майҙансығы булды. Проектты әҙерләгәндә уның авторҙары, Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты, урындағы халыҡтың теләктәрен йыйҙы. Төрлө фекерҙәрҙе мөмкин тиклем иҫәпкә алып, яңыртылған парк барыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы булһын өсөн һәммәһен эшләргә тырыштыҡ.
Хәҙер паркта майҙан һәм сәхнә бар - ҡышын бында һырғалаҡ эшләргә мөмкин буласаҡ. Йәйәү йөрөү һәм ял итеү өсөн зона, спорт менән шөғөлләнеү өсөн зона, төрлө йәштәге балалар өсөн майҙансыҡ һәм скейт-парклы йәштәр өсөн киңлектәр барлыҡҡа килде. Беҙ төҙөкләндерә башлаған барлыҡ парктарҙағы кеүек, мотлаҡ тәртиптә яҡтыртыу, юлдар, эскәмйәләр һәм урналар, видеокүҙәтеү һәм тауыш менән йыһазландырыу мөмикнлектәрен, инвалидтар һәм коляскалы әсәләр өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырҙыҡ. Был минималь стандарт, унан ситкә тайпылмайбыҙ - йәмәғәт киңлектәре бөтәһе өсөн дә уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш.
Фото: glavarb.ru