Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 09:55

Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы яна

shkolala.rushkolala.ru
Фото:shkolala.ru

Айрат ағай ут күршеһе, үҙенән бер тиҫтә йәшкә кесерәк Мөғәллимдең кәйефе юҡлығын һиҙһә лә, ғәҙәттәгесә, көр тауыш менән ихатаны яңғыратып өндәште. “Һаумы әле, күрше! Әллә балтаң һыуға төштөмө, күҙ ҙә һалмай үтеп бараһың”, – тине. Мөғәллим ғәйебен һиҙеп, “мәктәптән уйланып киләм, Айрат ағай, бер аҙ кәйефте төшөрҙөләр”, – тип аҡланды.

– Малайың арыу ғына уҡый ине шикелле, “икеле” эләктергәнме әл­лә? Эй, төҙәтер әле, ниңә уға ҡай­ғы­раһың, малайҙар менән була тор­ған хәл... – тип ҡулын һелтәне күршеһе.

– Хикмәт уҡыуҙа түгел шул. Класс етәксеһе, мине мәктәпкә са­ҡы­ртып, хәбәр ебәргәс, эшемдән бер сәғәткә һорап киттем. “Улығыҙ, дәресте ташлап, бер кемдән дә рөхсәт һорап тормайынса, урамға сап­ты. Уның өсөн тәртип тә, ҡағиҙә лә юҡ” тигәс, ғәжәпкә ҡалдым. Ни­мә­нелер әйтеп еткермәгән төҫлө то­йолдо. Бала кеше дәрестән бер сәбәпһеҙ-ниһеҙ нисек урамға сығып йүгерһен?

Класс етәксеһе, ҡулдарын кеҫәһенә тығып, төп-төҙ баҫҡан килеш, оҙаҡ ҡына тәртип, дисциплина, баланы тәрбиәләү тураһында но­тоҡ уҡыны. Бишенсе класта уҡы­ған улым бында тәүге йыл ғына белем ала. Бәлки, класташтары ме­нән һүҙгә килешкәндер? Артыҡ бәрелмәй генә ни өсөн уның тәртип боҙоуы тураһында һорашырға булдым. “Янғын сығыуын иҫкәрткән сиг­нал булғас, тоттом да тышҡа йү­герҙем шул, үҙең өйрәттең бит”, – тип ҡыҫҡа ғына яуапланы ул. Бе­лештем, ысынлап та, янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса мәктәптә күнекмә ойошторолған икән. Тик бөтә уҡыусылар ҙа кластарҙа урынынан ҡуҙғалмай ултырырға тейеш булған. Бары Руслан ғына урамға сығып йүгергән. Мин хәлде асыҡлағас, шундай мөһим сараның күҙ буяу өсөн генә башҡарылғанын белеп таң ҡалдым. Әгәр ысынлап та янғын сыҡҡан булһа? Уҡыуҙы 10-15 минутҡа бүлеп тороуҙан кемгә зыян булыр ине? Күңелемдәге ярһыу-асыуымды йәшереп тормай, барыһын да түгеп-сәстем. “Тәртип боҙған кеше минең улым түгел, ә һеҙ!” – тип ҡыҙып киттем. Уҡытыусы үҙ сиратында минең менән һөйлә­шергә теләмәгәнен белдерҙе: “Әгәр һеҙ бер ни ҙә аңламайһығыҙ икән, һөйләшергә ҡатынығыҙ килһен”, – тине ҡоро ғына.

Эйе, мин дә ҡатынымды күрергә, ихлас һөйләшергә бик теләр инем. Үкенескә ҡаршы, бынан ете йыл элек атайҙарына ҡунаҡҡа барған еренән, мунсала ут сығып, уның янғында һәләк булғанын үҙең дә яҡшы беләһең, Айрат ағай. Был фажиғәнән һуң Русланды етәкләп бер йылға яҡын психологтарға йөрөргә тура килде бит.

Мөғәллим күршеһен һүҙ ҙә ҡатмай тыңлаған Айрат ағай телгә килде. “Боронғолар белмәй әйтмә­гән шул: “Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы яна”. Улың дөрөҫ эшләгән, ә үҙ хатаһын танымаҫҡа маташ­ҡандар икеләтә хата яһай. Төҙә­телмәгән хаталарҙың тора-бара ҡағиҙәгә әүерелеүе бигерәк тә хәүефле”.

- Динә ҒӘБДРӘХИМОВА

Читайте нас