

Өлкәндәр күргән-кисергәндәрен һөйләшеп ултырғанда: “Үәт, үкенесле донъя”, – тип һуҙып ебәрер ине. Бөгөнгө яҙмам ана шундай ҡыҙғаныс, бәхетһеҙ яҙмыш тураһында.
Улар оҙаҡ дуҫлашып йөрөнө. Нисә йылдыр, белмәйем, әммә бер-береһенә ҡунаҡҡа барышып, етди мөнәсәбәттә булдылар. Төҫ-башҡа ла оҡшап, пар килеп торалар. Бына-бына өйләнешеп, матур ғаилә ҡороп ебәрерҙәр кеүек ине, әммә егеттең әрмегә киткән көнө һуңғы күрешеүҙәре булғандыр...
“Фәнүр өйләнгән, тик Илүзәгә түгел, икенсе ҡыҙға” тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Берәүҙәр “Илүзә тоғро булып көтмәгәндер” тип яттан әрләп маташты, икенселәр иһә, киреһенсә, ҡыҙҙы йәлләп, егетте тиргәне. Ике ғашиҡтың тормошон фильм кеүек күҙәтеп барған “тамашасылар”; һәр хәлдә, бындай боролошто көтмәгәйне.
Быға тиклем яҡындан аралашмаған Илүзә менән район үҙәгендә, йәғни квалификацияны камиллаштырыу курсында бер төркөмгә эләктек. Юл ыңғай булғанға күрә, уның машинаһына ултырып ҡайтам. Тәжрибә уртаҡлашып, эш буйынса ихлас аралаша башланыҡ. Шулай ҙа күңел серҙәрен бүлешмәй инек, Фәнүр менән ни өсөн аралары өҙөлгәне хаҡында ҡыҙыҡһынманым да, күңеленә ауыр булыр һымаҡ тойолдо. Ә ул уңайы сыҡҡан һайын Фәнүрҙе һорашты, уның тураһында ниндәй ҙә булһа хәбәр ишеткеһе килә ине. Бер нимә лә белмәгәнлектән, уға көткән яуабын еткерә алманым.
Бер йылдан һуң Илүзә туйына саҡырҙы. Был яңылыҡҡа бик һөйөндөм. Интернет аша танышып, күрше район егете Рәфис менән өйләнешергә килешкәндәр.
Ихлас итеп, йүгереп йөрөп туйға әҙерләнделәр. Туй көнөндә кәләш йортонда йыйылышып, биҙәнеп-төҙәнеп, әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Ҡупшы аҡ күлдәген кейеп, йыйынып бөткән Илүзә ҡулына телефонын алды. “Фәнүр менән туғандары юлға сыҡтымы икән, шылтыратайым әле”, – тип яңылыш ысҡындырҙы ла, әйткәненән уңайһыҙланып, Фәнүр тиемсе, тип көлөп ебәрҙе. Шул минутта йөрәге Рәфис тип түгел, ә тәүге мөхәббәтен уйлап типтеме икән?!
Туй күңелле үтте. Ихлас, матур ҡотлауҙар яңғыраны. Ҡәйнә кеше телмәр тотҡанда, ҡыҙым юҡ ине, ҡыҙлы булдым, тип ҡыуанысын белдерҙе. Һәйбәт ғаиләгә килен булды тип, матур йәшәрҙәренә һәр кемдең иманы камил ине. Ҡыҙҙы кейәү йортона оҙата барып, ҡунаҡ булып, теләктәр теләп, ҡайтып киттек.
Йәш килен ауылдағы мәктәптә уҡыта башланы. Тынғыһыҙ холоҡло, уңған Илүзә эшендә лә, өйөндә лә өлгөрҙө. Коллегаларының ихтирамын яуланы, уҡыусылары уны яратты. Иғтибарлы, итәғәтле, тырыш, эш өсөн янып йәшәгән кеше тип белделәр. Уңыштары хаҡында интернет, гәзит аша күреп-белеп барҙым. Һуңғы йылдарҙа аралашыуыбыҙ байрамдарҙа ҡотлау ебәреүҙән ары китмәне. Һәр кемдең – үҙ мәшәҡәте, үҙ донъяһы.
Бер мәл “Илүзә ҡаты ауырый, ярҙам итеү маҡсатында аҡса йыйыу иғлан ителде” тигән хәбәр килеп төштө. Интернет тулы мутлашыусылар, тип иғтибар бирмәнем. Бер нисә көндән уның үлгәнен ишетеп шаҡ ҡаттым. Үҙем белгән, аралашҡан кеше булғас, нисек инде, йәш кенә ине бит тип, был ҡайғыны ныҡ ауыр кисерҙем.
Үлем хәбәре йәнде телде, ауыр яҙмышлы ҡатындың ҡыҫҡа ғүмере күңелде өйкәне. Бер-ике күрешкәндә Рәфистең эсергә яратҡанын һиҙгәйнем. Эсеп алып, йыш туҡмағанын аҙаҡ ҡына ишеттем. Илүзә йәберләнеп йәшәгәнен бер ҙә тышҡа сығарманы. Ғаиләһен, ирен, эшен тартыуҙан тыш, тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торған ҡәйнәһе лә үҙәгенә үткән. Бер ҡаҙанға ике һарыҡ башы һыймай, тигәндәре хаҡтыр. Ҡәйнәһе ҡатын-ҡыҙ булараҡ киленен яҡлар урынға, ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тығып, йәштәр араһын болғап, уңайы сыҡҡан һайын талаш сығарған. Күп тапҡыр айырылып ҡайтырға уйы була Илүзәнең, шулай ҙа нимәлер тота уны. Тормошом яҡшырыр, ирем эсеүен ташлар, балалар үҫтереп, донъя көтөп, матур йәшәрмен, тип өмөтләндеме икән? Әллә ирҙән айырылып ҡайтып китһәм, кеше ни әйтер, йәшәй алманы, Фәнүр бушҡа ташламаған икән, тигән кеүек ғәйбәт һүҙҙән ҡастымы? Күңелендә ни булғанын үҙе генә белгәндер. Иңенә ятҡан ауырлыҡты күтәрә алмай, ауырыуға һабышып, гүр эйәһе булды.
“Апайым түшәккә ятҡас, әсәйем ҡарашырға барҙы. Видеобәйләнеш аша хәл белергә шылтыраттым. Бер яҡтан Рәфис әсәйемә: “Алып ҡайтып кит балаңды, юғиһә, ҡыйлыҡҡа сығарып ырғытам!” – тип аҡырҙы, икенсе яҡтан ҡәйнәһе: “Телефонды һүндер!” – тип ҡысҡырҙы. Талашып, әсәйҙең ҡулынан телефонын тартып алдылар. Илүзә апайымды ла, туғандарыбыҙҙы ла кешегә һанаманылар”, – тип шаҡ ҡатҡыс хәбәр менән уртаҡлашты Илүзәнең бер туған һеңлеһе.
Илүзәнең яҙмышынан сығып, ошоларҙы әйткем килә: беренсе сиратта үҙеңде уйлай, ярата белергә, күңелең ни ҡуша, нимә талап итә, шуны эшләп йәшәргә кәрәк. “Кешенән оят, башҡалар ни әйтер?” тигән уйҙарҙан азат булһаң, күпкә еңелерәк был тормошта. Һәм насар уйҙарҙан, насар кешеләрҙән ваҡытында ҡаса белегеҙ!
- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА