

Быйыл Белорет ҡалаһынан 32 йәшлек Динә Мәхийәнованың үлеме барлыҡ илде шаңҡытты. “КП” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, 2011–2019 йылдарҙа беҙҙең илдә 12209 ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә йәберләнеп һәләк булған. Ғәҙәти күренеш: ир эсә, “ярата һәм көнләшә”, йыш ҡул күтәрә һ.б. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һандар йылдан-йыл арта бара. Быйыл йәй Белорет ҡалаһында ғына ике ҡатындың ғүмерен тормош иптәштәре ҡыйҙы. Бынан алдағы йылдарҙа ла бындай хәлдәр булғыланы.
Вәхшиҙәрсә...
Был ҡот осҡос яңылыҡ былтыр Силәбе өлкәһендә булды. Һатҡы ҡалаһы ситендә Өфөнән 31 йәшлек ир 30 йәшлек ҡатынын бысаҡ менән сәнсеп вәхшиҙәрсә үлтергәйне. Ғаилә машинала китеп барған. Улар ниндәйҙер сәбәп арҡаһында юл ситендә туҡтай, Александр менән Оксана араһында талаш сыға. Был ваҡытта салонда уларҙың ике һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙары ла ултырған була. Бер мәл ир канцелярия бысағы ала ла машина салонында ҡатынына бер нисә тапҡыр сәнсә. Ә аҙаҡ уны тышҡа сығарып туҡмауын дауам итә. Меҫкен ҡатын яуыз иренән ҡасырға маташа. Юлда китеп барған шаһиттар был хәлде видеоға төшөргән. Енәйәтте төшөргән кеше уны туҡтатып маташа, әммә һуң була. Ир ҡанға батҡан ҡатыны янында ултыра, үҙен бик тыныс тота һәм енәйәт урынынан ҡасырға уйламай ҙа.
Әйтеүҙәренсә, иргә ҡатынының телефонын блокировкалауы оҡшамай. Ул үҙ ирке менән полицияға бирелә. Улар ғаиләһе менән Өфөлә йәшәгән. Тәфтишселәр “Айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән кеше үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Бер мәлдә әсәһен дә, атаһын да юғалтҡан бәләкәй ҡыҙҙарҙы фажиғәле вафат булған ҡатындың әсәһенә тапшырғандар.
Ҡасырға маташҡан, тик өлгөрмәгән...
2020 йылдың ноябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында тағы бер фажиғә теркәлгәйне. Ир кеше элекке ҡатынының эш урынына – балалар баҡсаһына килеп, көпә-көндөҙ уны бысаҡ менән сәнсеп үлтерә...
Бынан һуң енәйәт урынынан ҡасырға уйлай, тик уны физкультура уҡытыусыһы тотҡарлай. Һөҙөмтәлә 49 йәшлек ир ҡулға алына, кеше үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Асыҡланыуынса, ирле-ҡатынлы Эльвира менән Данил айырылышҡан булған. Тик ир һөйгәнен юғалтыуҙы күтәрә алмаған, уны кире ҡайтарырға теләгән.
Һөҙөмтәлә ҡатындың эш урынына иҫерек килеш килә һәм арала низағ сыға. Данил ҡатынына өс тапҡыр сәнсә: икеһе – арҡаһына, береһе йөрәгенә тейә. Ҡатынға “Ашығыс ярҙам” саҡырталар, тик ул бик күп ҡан юғалта һәм, дауаханаға барып етә алмайынса, машинала йән бирә. Ярай әле был ҡот осҡос хәлде балалар күрмәй, улар икенсе бинала була.
Ғаиләлә ике бала – малай менән ҡыҙ үҫкән. Ситтән ҡарағанда, улар бәхетле йәшәгән, йыл һайын сәйәхәткә диңгеҙгә барған, Башҡортостан буйлап турҙарҙа йөрөгән. Тик бына Данил ҡатынын ныҡ көнләшкән. Эльвира иһә иренең холҡон белгән һәм бер ҡасан да ҡыҙғаныуға сәбәп бирмәгән. “Үлә яҙып ярата ине, шул уҡ ваҡытта ныҡ көнләште лә. Тегендә барма, бының менән һөйләшмә, уны кеймә, кем шылтыратты, бар нәмәне һөйләтеп торҙо... Тик ҡатынына ҡул күтәргәне тураһында ишеткәнем юҡ ине, бәлки, өндәшмәгәндер, ғаиләлә ни булғанын кем белә”, – тип һөйләгәйне уларҙың ауылдаш ҡатыны.
Шул уҡ йылдың 17 сентябрендә ҡатыны йәшәгән йортҡа ут та төртөп маташа Данил, әммә ниндәйҙер сәбәптән иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмай. Бәлки, ул ваҡытында яуаплылыҡҡа тарттырылған булһа, бындай хәл дә сыҡмаҫ ине. Ирҙе 12 йылға ултырттылар.
Барыһына ла көнләшеү ғәйепле
Күптән түгел Благовещен районы суды Удельно-Дыуанай ауылында йәшәгән 50 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен ҡараны. Судтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир һөйгәнен үлтереүҙә ғәйепләнә икән. Тәфтишселәр фаразынса, ғәйепләнеүсе менән зыян күреүсе араһында көнләшеү нигеҙендә бәхәс сыҡҡан. Ир ҡатындың күкрәгенә һәм муйынына кәмендә өс тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, һөҙөмтәлә ул һәләк була. Енәйәтсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған.
Июнь айында Белорет ҡалаһынан 32 йәшлек алты бала әсәһен ире туҡмап үлтергәйне. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, эскән өйҙәштәр араһында низағ тыуа. 36 йәшлек ир, ҡатынын балалары арҡаһында аралашҡан элекке иренән көнләшеп, типкесләп туҡмай башлай. Әсә ауыр йәрәхәттәренән урында вафат була. Ир ғәйебен таныған. Әсәйһеҙ ҡалған алты бәләкәй баланың яҙмышын опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәл иткән. Балаларҙың ҙурына – 13 йәш, бәләкәйенә – ни бары ике йәш. Әле уларҙы туғандары тәрбиәгә алған. “Бәләкәй балалар нимә булғанын аңламай ҙа ҡалған, улар тыныс ине, уйнап йөрөгәндәр. Өлкән улы йоҡлаған, ә ҡыҙы илаған, уға психологик ярҙам күрһәтелде. Шунда уҡ балаларҙың атаһы һәм туғандары менән бәйләнеш булдырылды, – ти опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре. – 11 йәшлек ҡыҙыҡай менән 13 йәшлек малайҙың атаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ул һәр саҡ балалары менән бәйләнештә булған, ялдарға үҙенә алған.
Фажиғә көнөндә үк ошо ике бала атайҙарына тапшырылды. Алты йәшлек малай менән дүрт йәшлек ҡыҙыҡай шулай уҡ Белорет районында йәшәгән атаһына (ҡатындың икенсе ире) бирелде. Был ир ҙә балалары менән бәйләнештә булған. Иң бәләкәй ике баланы иһә әлегә атайҙары яғынан өләсәһе үҙенә алған”.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙың артабан йәшәр урыны буйынса бәхәстәр булмаған, барыһы ла ризалашҡан.
Күреүегеҙсә, ошондай ҡыҙғаныс хәлдәрҙең төп сәбәптәре – эскелек һәм көнләшеү. Көнләшеү хисенең мөхәббәтте үлтергәнен күптәр белеп бөтмәй. Уларға белгес кенә ярҙам итә ала.
Фекер
Альбина С.:
– Бала тапҡанда мин уны бер ҡасан да яңғыҙым тәрбиәләрмен, тип уйламаным, ләкин атаһының иҫерек килеш ҡайтып болара башлауы беҙҙең өсөн хәүефле булғанлыҡтан, баламды алып сығып киттем. Атай-әсәйем юҡ, туғандарым йыраҡта. Иң ҡурҡынысы – барыһының да мине ғәйепләүе, кеше алдында йылмайып, матур һөйләшеп, мине иҫәр кеүек күрһәтеп, аҙаҡтан өйҙә үҙен нисек тотҡан иптәшемдең тәртибен белмәйенсә, туғандарымдың “һин үҙең ғәйепле” тиеүҙәре. Иғтибар итмәнем, береһен дә тыңламаным. Ҡыҙымды балалар баҡсаһына биргәйнем, йыш ауырый, шуға күрә тағы иҫереп-ҡаңғырып мине өйҙән ҡыуа башлағайны, икенсе фатирға күстем. Эйе, ауыр, әлегә баламды балалар баҡсаһына йөрөтмәйем, үҙем өйҙән эшләйем, тыныслығыбыҙ ҡәҙерлерәк, иптәшем янына бүтән ҡайтмайым. Төндәрен илап та алам, йән ғазабы ыҙалата, ҡасыр урыным да, ышыҡланып иларлыҡ кешем дә юҡ, әммә ҡыҙым өсөн барыһын да еңәсәкмен.
Фәриҙә З.:
– Тәүҙә иремдең урамдан үткәндә “Әллә һиңә ҡараны инде, былай матур кейенеп, бүтәндәрҙе үҙеңә ҡаратаһыңмы, кем өсөн биҙәнеп алдың?” тигәненә иғтибар итмәҫкә тырыша инем. Аҙаҡтан ул көнләшеүен еңә алмай ҡул күтәрә башланы. Шулай бер нисә йыл түҙеп, йәберләнеп, туҡмалып йәшәнем. Аҙаҡтан былай булмай, тип иремдән китергә булдым, икенсе ҡалаға күстем, әммә былар барыһы ла еңел бирелмәне. Өс йыл яңынан йәшәргә өйрәндем – аралашырға, эшләргә, тыныс йоҡларға, кешенән ярҙам һорарға, үҙ-үҙемә ышанырға.
Ауыр йәрәхәт алғандан һуң кешеләр, инвалид булып ҡалмаҫҡа теләп, яңынан атларға өйрәнгән кеүек, миңә лә социаль инвалидлығымды дауаларға тура килде. Психологтарға йөрөнөм, яңы эш таптым. Әлеге көндә ваҡытында китә алғаныма бик ныҡ ҡыуанам һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡурҡмаҫҡа, шымып ҡалмаҫҡа, ярҙам һорап өйрәнергә кәңәш итер инем.
ИҒТИБАР
Әгәр ҙә шундай хәлгә ҡалһағыҙ, өйҙән ваҡытында сығып китергә кәрәк. Кешенең бер ҡасан да үҙгәрмәгәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатындарға ярҙам итеү үҙәктәре эшләй. Һеҙҙе ирегеҙ йәберләһә, ауыр хәлдә ҡалһағыҙ, ошо үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин:
3 “Ғаилә” республика ресурс үҙәге. Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 27/1. Тәүлек әйләнәһенә эшләй. Телефоны: 8 (347) 28 60 253.
3 Ашығыс психотерапевтик ярҙам күрһәтеү телефоны:
8 (347) 285-77-07 (берҙәм регистратура).
3 Күп каналлы ышаныс телефоны: 8 800-700-01-83.
3 Бөтә Рәсәй балаларҙың берҙәм ышаныс телефоны:
8 800-200-01-22.
3 Психологик ярҙам күрһәтеү буйынса ышаныс телефоны:
8 800-700-01‒83.
3 Бөтә Рәсәй көс ҡулланыуҙан зыян күргән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ышаныс телефоны: 8-800-700-06-00.
3 Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге: Өфө ҡалаһы, Пархоменко урамы, 133/1, (347) 273-09-00 (ышаныс телефоны); (347) 276-56-03 – ашығыс психологик ярҙам.
3 Психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге: Өфө ҡалаһы, Дағстан урамы, 31/18, (347) 227 –13-36; 8 (347) 281-07-13.
3 Ниндәйҙер проблема үҙегеҙҙең йәки яҡындарығыҙҙың ғаилә бәхетен генә түгел, шәхси именлеген, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя икән, түҙемлек һаҡлап шымып ҡалмағыҙ, шулай булырға тейеш, тип уйламағыҙ. Белгестәр һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Мотлаҡ шылтыратығыҙ, үҙегеҙҙе борсоған бөтә һорауҙарға яуап алырһығыҙ.
- Гөлкәй ҠЫУАТОВА