Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 18:45

Һәр һорауға төплө яуап алып буласаҡ

"Кәртәләрҙе емереп" форум-күргәҙмәһе ниндәй маҡсаттар ҡуя?

Һәр һорауға төплө яуап алып буласаҡҺәр һорауға төплө яуап алып буласаҡ
Һәр һорауға төплө яуап алып буласаҡ

8 ноябрҙән 10 ноябргә тиклем “Торатау” конгресс-холында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” I асыҡ форум-күргәҙмәһе үтәсәк. Ул Башҡортостанда ойошторолған реабилитация тармағының иң ҙур форумы буласаҡ.

Проекттың маҡсаты — социаль интеграция, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең белем биреү һәм һөнәри үҫеше, реабилитация йүнәлешенең сәнәғәт продукттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү, ауырыу өлкәндәрҙе, балаларҙы комплекслы реабилитациялау системаһын үҫтереү шарттарын булдырыу.

Форум сиктәрендә бөтә ҡунаҡтар ҙа төрлө министрлыҡтар, ведомстволар белгестәренән консультация ала аласаҡ. Шулай итеп, өс көн дауамында Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм уның профилле учреждениелары тарафынан айырым майҙансыҡтар ойоштороласаҡ:

  • Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге;
  • Республика халыҡты социаль тәьмин итеү үҙәге;
  • Өфө мәшғүллек үҙәге;
  • Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең республика реабилитация үҙәге.

Медицина-социаль экспертизаның Төп бюроһы майҙансығында инвалидлыҡ мәсьәләләре, Индивидуаль реабилитация программаһын (шәхси реабилитация программаһын), техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү, медицина-социаль экспертизаһы үткәреү тәртибе, зыян күреүсене реабилитациялау программаһын эшләү, шулай уҡ медицина-социаль экспертиза үткәреү өсөн документтар әҙерләү буйынса консультациялар алырға мөмкин буласаҡ.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Республика психологик, педагогия, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" форумында һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ.

Бынан тыш, консультация майҙансыҡтары сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе, шулай уҡ инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе шәхси ҡабул итеү планлаштырыла. Форум ҡунаҡтары сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү, инвалидтарҙы реабилитациялау, техник саралар һәм шифахана-курорт дауаланыуы, инвалидлыҡ буйынса пенсия биреү, инвалидлыҡ төркөмөн теркәү һәм башҡа бик күп мәсьәләләр буйынса һорауҙарға яуап бирәсәк.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас