Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 11:00

“Рәсәй халҡының берҙәмлегенә туранан-тура бәйле”

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе, Башҡорт дәүләт университетының Рәсәй тарихы һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире Рәмил Рәхимов түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.

“Рәсәй халҡының берҙәмлегенә туранан-тура бәйле”“Рәсәй халҡының берҙәмлегенә туранан-тура бәйле”
“Рәсәй халҡының берҙәмлегенә туранан-тура бәйле”

Бөгөн, 3 ноябрҙә, баш ҡалабыҙҙа Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан “Өфө — Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын асыу тантанаһы булды. Ошо сара айҡанлы Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе, Башҡорт дәүләт университетының Рәсәй тарихы һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире Рәмил Рәхимов түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте:

 – Бөйөк Еңеү армия менән тылдың берҙәмлеге һөҙөмтәһендә генә яуланды. Был бөгөн дә махсус хәрби операция шарттарында көнүҙәк. Уның уңышы Рәсәй халҡының берҙәмлегенә туранан-тура бәйле. Бөгөнгө замандаштарыбыҙға Өфө хеҙмәтсәндәренең хеҙмәт ҡаһарманлығын ҡабатлауы өсөн лайыҡлы миҫал бар. Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исемдең бирелеүе генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү – тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү – менән бер рәттәге ваҡиға.

Фото: “Бәйләнештә”.

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас