Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 08:47

Себерҙәге кеүек хеҙмәт хаҡы алып эшләйҙәр

Саҡмағоштоң 13 ауыл биләмәһе тракторлы булған.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Саҡмағош районы нефть, кирбес балсығы, төҙөлөш таштары, эзбизташ кеүек ер аҫты байлыҡтары менән дан тота. Уның бер нисә район, йәғни Баҡалы, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко һәм Шаран менән сиктәш булыуы ла төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Бында ауыл хужалығы ла үҫешкән. Ғөмүмән, көнкүреш өсөн барлыҡ уңайлы шарттар бар. Әммә район халҡы өлгәшелгән ҡаҙаныштар менән генә ҡәнәғәт булып ултырмай, ә үҫеш юлынан алға барыуҙы дауам итә, яңы үрҙәр яулай. Ошо хаҡта Саҡмағош район хакимиәте башлығы Реканс ЯМАЛИЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Реканс Фәнил улы, Саҡмағош ауылына килеп инеү менән береһенән-береһе матурыраҡ йорттар иғтибарҙы йәлеп итә. Тимәк, районда халыҡ дәртләнеп донъя көтә. Бында райондың өлөшө бармы?

– Беҙ төҙөлөш өсөн биҫтәләр әҙерләйбеҙ, ә биләмәләрҙе ер ҡануниәте буйынса бирәбеҙ. Ташлама алыуға хоҡуғы булған категорияларға майҙан бушлай бүленә – өс балалы ғаиләләргә, инвалид балалы ғаиләләргә һәм мохтаждарға. Ер биреү бер мәсьәлә булһа, участкаларҙы бүлгәс, уның коммуникацияларын ҡарарға кәрәк, уты-һыуы, юлы-газы булырға тейеш. Был уңайлыҡтарҙың бөтәһен дә булдырабыҙ: тәүҙә һыу, газ һәм электр уты үткәрәбеҙ, һуңынан юл һалабыҙ. Халыҡ йорттар һалып, урамдың яртыһында йәшәй башлаһа, юлды тулыһынса эшләп ҡуябыҙ.

Бөгөн төҙөлөш өсөн кредит, ипотека алырға мөмкин. Был саралар эшләгән халыҡҡа бирелә. Шулай уҡ кешеләрҙең матди яҡтан да мөмкинлеге бар – эш хаҡын ай һайын даими алып торалар. Аҡса булғас, төҙөлөш менән шөғөлләнергә була.

 

– Йәштәр ауылда төпләнәме? Районда демографик хәл нисек?

– Был йәһәттән хәл тағы ла яҡшыраҡ бул­һын ине, тип теләргә ҡала. Халыҡ һаны бер кимәлдә һаҡлана, әммә арта тип әйтә алмайым. Ошоно ла билдәләргә кәрәк: беҙ­ҙең ауылдарҙа халыҡ тотороҡло йәшәй, йәш­тәр ҡалаға бик үк китмәй, ә район үҙәгенә килеп төпләнә. Ғәмәлдә, Саҡмағошта ҡала­лар, тип әйткем килә. Улар өсөн эш урында­ры бар, әммә был йүнәлештә шөғөл­ләнергә кәрәк, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етәрлек.

 

– Саҡмағош районы республикала тотороҡло райондар иҫәбендә. Ауыл хужалығы ла үҫешкән, нефть тә сыға­рылған төбәк булып тора. Ошо өлкәләр урындағы мәшғүллек мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерәме?

– Эш урындары етә, тип әйтергә мөмкин, шуға ла был мәсьәлә районда киҫкен тормай. Бөгөн беҙҙә генә түгел, республикала ла эшһеҙлек күрһәткесе иң түбән кимәлгә төштө. Ысынлап та, эшләргә теләгән кеше үҙенә шөғөл таба. Өҫтәмә хеҙмәт урындары булһа, әлбиттә, ҡамасауламаҫ ине, сөнки етеш­тереү, сәнәғәт үҫешергә тейеш. Эш урыны, бер яҡтан, бюджетҡа һалым килтерһә, икенсе яҡтан, район иҡтисадына ла ыңғай йоғонто яһай. Шуға ла төҙөлөш, яңы етештереү объекттары асыуға бәйле тормошҡа ашырыуҙы талап иткән мәсьәләләр бар.

Һуңғы биш-алты йылда районда ҡошсолоҡ фабрикаһы ябылды, яңыраҡ “Край ҡурая” һөт заводы эшмәкәрлеген туҡтатты. Бөгөн бер эшҡыуар ҡошсолоҡ фермаһын алып, эште яйға һалырға тырыша. Артабан һөт заводын да яңынан тергеҙергә уйлайбыҙ. Ошондай көнүҙәк мәсьәләләр бар.

Саҡмағош – ауыл сәнәғәте районы, үҙебеҙҙең көслө колхоздар, хужалыҡтар уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Улар үҙҙәре үк инвесторҙар булып тора. Беҙгә ауыл хужалығы сеймалын сәнәғәт кимәлендә эшкәрткән предприятиелар кәрәк.

 

– Белеүебеҙсә, саҡмағоштар быйыл мул уңыш алды. Баҫыу эштәре нисек тамамланды?

– Былтырғы осорҙо иҫәпкә алмағанда, һуңғы дүрт йылда беҙҙә уңыш йылдан-йыл яҡшыра бара. Өс йыл рәттән иген уңды: алдағы йылдарҙа гектарынан – 46-47, быйыл 42 центнер уңыш алынды. Тулайым күләме лә 200 мең тоннанан артып китте. Ундай күрһәткестәр булғаны юҡ ине. Былтыр ҡо­ролоҡ ыҙалатһа, быйыл йәй башы бик һәйбәт башланды – дым етерлек булды, әммә һуңғы ике айҙа ямғыр булмау сәбәпле, уңыш әҙерәк кәмене. Әлбиттә, быйыл тағы ла яҡшыраҡ ашлыҡ алырға өмөт иткәйнек. Шулай булһа ла, күрһәткестәр яҡшы, тип әйтер инем. Игенде тулыһынса йыйып алдыҡ.

Быйыл тағы бер ауырлыҡ бар – игендең хаҡы юҡ. Осһоҙ булғас, ашлыҡ һатылманы, һатмағастар – уңышты һаҡларға урын кәрәк. Шуға ла хужалыҡтар бер юлы иген дә һуҡты, келәттәр ҙә төҙөп барҙы. Әле лә төҙөлөш дауам итә, сөнки игенде һаҡлау өсөн урындар талап ителә. Ашлыҡҡа хаҡ күтәрелер, тип өмөтләнәбеҙ. Әҙерәк хаҡ күтәрелгәс кенә һатырға сағарасаҡтар, сөнки игенде үҫтереүгә сығым да күп китә: ашламаһы ла, яғыулығы ла кәрәк, техникаһын да яңыртыу талап ителә, лайыҡлы хеҙмәт хаҡын да түләргә кәрәк.

Районда төп иғтибар малсылыҡҡа йүнәл­телгән, шуға ла кукуруз, үлән кеүек мал аҙы­ғы культураларын күберәк сәстек. Уларҙы ваҡытында йыйып алдыҡ, хәҙер ике йыллыҡ һаҡламыбыҙ бар. Һөт йыл әйләнәһенә кәрәк, шуға ла мал аҙығының яҡшы сифатлы булыуы мөһим. Былтыр был йәһәттән әҙерәк ауырлыҡ кисерҙек: ҡоролоҡ сәбәпле, мал аҙығы насар булды, кукуруз кеүек культураларҙан торған мал аҙығы етмәй ҡалды. Быйыл иһә уға нығыраҡ баҫым яһа­ныҡ, шуға ла хужалыҡтар алдағы ҡышты имен-һау, яҡшы күрһәткестәр менән сығыр, тип ышанабыҙ.

Районда сәселмәгән ерҙәр юҡ, бар ба­ҫыуҙар ҙа эшкәртелә, техника ла, эшселәр ҙә бар. Беҙҙә уңышлы эшләгән хужалыҡтар күп. Улар араһында республика кимәлендә алдынғылар иҫәбендә булған “Базы” хужа­лығы малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә һы­натмай. “Герой” хужалығының ерҙәре әҙе­рәк булһа ла, уңышлы эшләй, сифатлы һөт һәм ит етештерә, тотороҡло үҫеш юлында бара. “Заря”, “Победа”, “Байбулат” хужалыҡтары ла көслөләр иҫәбендә. Бәләкәй хужалыҡтарҙан “Юлдаш” хужалығы бик һәй­бәт эшләй. Был предприятиелар үҙҙәрен үҙҙә­ре ҡарай, финанс яғынан да тотороҡло –  һалымды ла, хеҙмәт хаҡын да ваҡытында түләй. “Түләй алмай, бурысы бар” тигән һүҙҙәрҙе күптән оноттоҡ.

 

– Ауыл хужалыҡтарында эшсе ҡулдар етәме?

– Был мәсьәләгә килгәндә, былай тип әйтер инем – бөгөн сифатлы кадрҙарға ҡыт­лыҡ бар. Ниңә? Элек эш хаҡы түбән булды, шуға ла йәштәр ауылда ҡалмай башланы. Хәҙер иһә хеҙмәт хаҡын һәйбәт түләһәләр, хужалыҡтар эшләйәсәк. Бөгөн көслө хужа­лыҡтар хеҙмәт хаҡын ныҡ арттырҙы, шуға ла уларҙа эшсе ҡулдар етә. Ҡайҙа әҙерәк түләнә, шунда был мәсьәлә ауырыраҡ тора. Хәҙер ҡайҙа мул түләйҙәр – шунда баралар. Бөгөн беҙҙә шундай ауыл хужалыҡтары бар – унда Себерҙәге кеүек эш хаҡы алалар, хатта уның күләме 80 – 100 мең һумға барып етә. Мәҫәлән, “Герой” хужалығында уртаса хеҙмәт хаҡы 56 мең һумға тиң, “Базы” ла унан ҡалышмай.

Бөгөн халыҡты ошондай шарттар тыуҙы­рып, эшкә йәлеп итергә кәрәк, шунһыҙ булмай. Шуға башҡа хужалыҡтарҙы ла хеҙмәт хаҡын күтәрергә өндәйбеҙ. Кеше юҡ, тиҙәр. Хеҙмәт хаҡы лайыҡлы булмаһа, эшсе ҡулдар етешмәй, әлбиттә.

Кадрҙар мәсьәләһе һәр ерҙә лә барҙыр ул, әммә хеҙмәт хаҡы арттырылһа, һәр тармаҡта ла белгестәргә ҡытлыҡ булмаясаҡ.

 

– Себер тип әйттегеҙ, ә бына ул тараф­тарҙа һеҙҙең яҡташтарығыҙ күп эшләйме?

– Бынан алты йыл элек, мин район ха­кимиәте башлығы булып эшләй башлағанда, райондан дүрт-биш мең кеше Себер яҡ­та­рына йөрөй ине, ә бөгөн был күрһәткес – ике мең самаһы. Ғөмүмән, ситтә эшләгәндәр һаны ике тапҡырға кәмене. Сәбәбе төрлөсә, әммә ир-егеттәребеҙ ғаиләләре, балалары эргәһенә ҡайта, донъя көтә, эшен дә таба. Тыуған ерҙәрендә йәшәһәләр, үҙҙәренә лә тынысыраҡ, бар яҡлап та һәйбәт, уңайлы. Балалар ҙа, ғаилә лә бергә булырға тейеш, шуға күрә лә был мәсьәлә беҙҙә көндән-көн ыңғай хәл ителә – Себергә йөрөгәндәр кәмей бара.

 

– Республикала “Башҡорт ихаталары”, “Урындағы башлан­ғыс­тарға булышлыҡ итеү” кеүек проекттар ғәмәлгә ашырыла. Был йәһәттән Саҡмағошта ниндәй эштәр башҡарылды һәм әле лә эшләнә?

– Был йәһәттән дә булдырабыҙ һәм өлгөрәбеҙ. Райондарҙа “Урындағы башлан­ғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы – төп проекттарҙың береһе. Дүрт йыл рәттән беҙ­ҙең барлыҡ ауыл биләмәләре лә унда ҡат­нашып, еңеп сыҡты, береһе лә ситтә ҡал­ғаны юҡ. Мәҫәлән, башҡа райондарҙа 15 ауыл биләмәһенең икәүһе үтһә, ә беҙҙә дүрт йыл рәттән 13 ауыл биләмәһе лә ҡат­наша һәм уларҙың бөтәһе лә даими еңеп килә.

Быйыл ике “Беларусь” тракторын алдыҡ. Шулай 13 ауыл биләмәһен тракторҙар менән тәьмин иттек. Өс хоккей ҡабы ҡуйҙыҡ, ике ауыл биләмәһенә юл һалынды, бер ауылда балалар майҙансығы төҙөлдө, йәғни төрлө эш ғәмәлгә ашырылды. Элек был программа буйынса юл төҙөүгә ныҡлап иғтибар бүлһәк, хәҙер халыҡ та, ауыл биләмәһе етәкселеге лә башҡа мөһим әйберҙәргә иғтибар бирә. Әле райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә хоккей ҡабы бар. Хәҙер парктар эшләйбеҙ.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһынан тыш, башҡа проект­тарҙа ла ҡатнашабыҙ. Рәсәй һәм Башҡорт­остан Ауыл хужалығы министрлыҡ­тарының “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса дүрт ауыл биләмә­һендә парктар төҙөнөк, тренажер зал­дар эшләнек. Ауыл халҡы ла ҡаланы­ҡынан кәм йәшәргә тейеш түгел, шуға ла барлыҡ шарттар тыуҙырырға кәрәк, шул саҡ­та йәштәр тыуған ерендә йәшәргә ҡаласаҡ. 

“Башҡорт ихаталары” проектында ла йыл һайын ҡатнашабыҙ, бер ҙә ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Быйыл ике этапты ла тамамланыҡ –  Саҡмағош ауылында комплекслы бик матур ихаталар барлыҡҡа килде.

2020 йылда Радий Фәрит улы Хәбиров районға килгән саҡта кешеләр йорт ихатаһын төҙөклән­дереүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Шунан ихаталарҙы төҙөкләндереү башланып китте. 2020 – 2022 йылдарҙа алып барылған ремонт эштәре һөҙөмтәһендә Саҡмағошта бик ҙур ихаталарҙы төҙөкләндереп бөтөп барабыҙ. Беҙҙең район үҙәгендә күп фатирлы 70-тән ашыу йорт бар, улар өс ҙур биҫтәлә берләшкән. Быйыл һәр береһендә ремонт тамамланасаҡ. Өсәр һәм икешәр йорт булған ихаталар ғына ҡала, улары буйынса ла эш алып барабыҙ, шуға күрә лә беҙ бер йылда ла туҡтаманыҡ, ошо проектты ғәмәлгә ашыр­ҙыҡ. Булдырылған ошо уңайлыҡтар өсөн халыҡ Радий Фәрит улы Хәбировҡа, ғөмүмән, республика етәкселегенә рәхмәт әйтә.

Ысынлап та, кешеләр ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп шаҡ ҡата, сөнки 30 йыл эсендә бындай ремонт булғаны юҡ, ихатала резина итектә йөрөнөләр. Бөгөн иһә комплекслы ремонт эшләнә. Биләмәгә асфальт түшәү менән генә сикләнмәнек, йорт стеналарын йылыт­тыҡ, балалар майҙансығы төҙөнөк, ағас ултырттыҡ, эскәмйәләр ҡуйҙыҡ, күп ҡатлы йорт ихаталары тулыһынса яҡтыртыла.

Был бик кәрәкле программа, уның буйын­са эш тотош республикала ғәмәлгә ашырыла һәм беҙҙә лә уның бер ҙә туҡтағаны юҡ.

 

– Республикабыҙҙа “Яҡташ­тар”, “Атайсал” кеүек матур проекттар ғәмәлгә ашырыла. Саҡмағоштар унда әүҙемлек күрһәтәме?

– Һуңғы өс йылда беҙҙә “Атайсал” проекты эшләй. Ошо йылдарҙа районда 60-тан ашыу проект ғәмәлгә ашырылды. Улар буйынса төҙөкләндереү эштәре башҡарыла, шишмә­ләр ҡарала, стелалар урынлаштырыла, ағас ултырталар һәм башҡа күп саралар ойошторола.

“Атайсал” проектында Саҡмағош районы­ның Күсәкәй ауылынан сыҡҡан Фәрит Хөрмәт улы Ғиндул­лин әүҙем ҡатнаша.  Ул тәүҙә үҙенең бәләкәй генә Күсәкәй ауылында эшен булдырҙы. Һуңынан ике-өс йыл рәттән ҙур концерт ойоштора. Унда барлыҡ күрше райондарҙан да кешеләр йыйыла. Уның был ғәмәлдәренән халыҡ бик ҡәнәғәт.

Ошондай әүҙем яҡташтарыбыҙ күп. Хужалыҡ етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вадим Васильевич Соколов бик күп проекттарҙа ҡатнашты. Ул да был йәһәттән бик әүҙем: ауылға үҙ теләге менән ярҙам ҡулы һуҙа.

Америкала йәшәгән яҡташтар һыу үткәрергә ярҙам итте. Мәктәп ремонтлау осраҡтары ла бар. Ҡалмаш ауылынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ринат улы Ахунов үҙе уҡыған мәктәпкә компьютерҙар алып бирҙе.

Шуға ла “Атайсал”, “Яҡташтар” бик кәрәкле проекттар тип иҫәпләйем, әле улар буйынса алдағы йылдарға ла пландар бар.

 

– Коронавирус пандемияһы барлыҡ райондарҙы ла ялмап алды. Саҡмағоштар был ауыр мәлде нисек үткәрҙе?

– Был осорҙа бөтә ил һәм республика халҡы кисергән ауырлыҡтар беҙҙе лә урап үтмәне. Коронавирусҡа ҡаршы бергәләп көрәштек. Ауырыған кешеләргә дарыуын да, аҙыҡ-түлеген дә ташыныҡ. Ирекмәндәр бик әүҙем ҡатнашты, шулай уҡ ауыл биләмә­ләре лә, хужалыҡтар ҙа ярҙам күрһәтте, аҙыҡ-түлек пакеттары әҙерләне. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ла аҙыҡ-түлек тупланмаларын таратты.

Был осорҙа үҙебеҙҙең дауахана ла бик яҡшы һәм йылдам эшләне. Иҫке Ҡалмаш ауылында участка дауаханаһын һаҡлап ҡал­дыҡ. Ул пандемия ваҡытында башланғыс этапты үтәне – температураһы юғары бул­ғандарҙы, пневмония менән сирләгәндәрҙе шунда һалып аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Ошолай дауалауҙы ойоштороп, күп кешегә ярҙам иттек.

Әле был йүнәлештә эш алып барыла, ха­лыҡ вакцина яһатыуҙа ла әүҙем ҡатнашты. Был күрһәткестәр буйынса республикала тәү­ге бишәү иҫәбендә торҙоҡ. Кешеләр вакцина эшләтеүҙең мөһим булыуын дөрөҫ аңланы.

 

– Йәш белгестәрҙе районға ҡайтарыу маҡсатында ниндәй эшмәкәрлек алып бараһығыҙ?

– Йәштәр районға ҡайта, бының өсөн беҙ йыл да осрашыуҙар үткәрәбеҙ – районда ла, уҡыу йорттарында ла. Район программаға ингән йәш белгестәрҙе ер участкаһы менән тәьмин итә. Ситтән килгән табиптарға тәүге ваҡытта йәшәү өсөн торлаҡ бирәбеҙ. Әҙер ятағыбыҙ бар, шунан тәҡдим итәбеҙ. Ә инде белгес ғаилә ҡорһа, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙе ҡарайбыҙ.

Медицина белгестәренә ярҙам итеү буйынса программалар алданыраҡ ҡабул ителде, ә уҡытыусыларға ҡағылышлыһы һуңы­раҡ. Шуға ла мәктәптәрҙә кадрҙарға ҡытлыҡ бар. Һуңғы йылдарҙа бер нисә генә уҡытыусы районға ҡайтты. Уҡытыусыларҙы ауылға ҡайтарыу буйынса программалар эшләй башлар һәм йәштәр ҡайтыр, тип ышанабыҙ. Ғөмүмән, район да был йүнәлештә эш алып бара.

 

– Бөгөн районды ниндәй мәсьәләләр борсой? Ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәйһегеҙ?

– Район башлығының башында көнүҙәк мәсьәләләр булмаһа, был инде “киләсәк юҡ” тигән һүҙ. Беренсенән, башлаған төҙөк­ләндереү эштәрен тамамлап ҡуйырға кәрәк. Икенсенән, төҙөлөшкә ҡағылышлы пландар ҙа бар, уйланабыҙ инде – район үҙәгендә бассейн төҙөргә кәрәк, мәктәптәргә капиталь ремонт эшләйһе бар. 2024 йылға биш мәктәпкә капиталь ремонт ҡаралған. Һуңғы йылдарҙа алты фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөнөк, тағы ла бишәү талап ителә. 2023 йылға дүрт почта бүлексәһе бинаһын капиталь ремонтлау, тағы ла береһен төҙөү ҡаралған. Ауыл ерендә халыҡ ауырлыҡ кисермәһен өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылырға тейеш – ул заманса почта бүлексәһенә лә инһен, фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла дауаланһын, матур клубта ла ял итһен.

Беҙҙең районда мәҙәниәт йорттары яҡшы хәлдә, ағымдағы ремонт эштәре генә талап ителә. “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһы буйынса уларҙы төҙөкләндерәбеҙ, тәҙрәләрен алмашты­рабыҙ.

Районда юлдар төҙөлөшө даими алып барыла, әммә әле башҡараһы ғәмәлдәр ҙә күп. Урамдарға ҡырсынташ түшәп бөттөк, тип әйтһәк тә була, әле яңы барлыҡҡа килгән урамдарға ғына таш юл һалынмағандыр. Саҡмағош ауылында йыл да бер урамға асфальт түшәйбеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, асфальтты бөтөн юлдарға ла еткереп булмай.

 

– “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһы һеҙҙә уңышлы тормошҡа ашырыла, тип билдәләнегеҙ. Ә унда халыҡ әүҙем ҡатнашамы?

– Бына был һорауығыҙ бик дөрөҫ. Ра­йон­­дағы барлыҡ ауыл биләмәләренең дә унда 100 процент күләмендә ҡатнашыуы һәм уңышҡа өлгәшеүе тураһында әле телгә алғайным инде. Был маҡтаныу түгел – яҡшы өлгөнө күрһәтергә кәрәк. Беҙҙең ауыл хужа­лыҡтары һәр йылда ла ышанысты аҡлай. Улар “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы өсөн 150 мең һум түләй, баш тартҡандары юҡ. Был эштең ауыл хал­ҡы өсөн әһәмиәтле булыуын урындағы ху­жалыҡтар аңлап ҡабул итә. Аҡса бирә ал­маған ауылдаштары өсөн дә ошо предприятиелар иғәнә индерә – ошондай осраҡ­тар ҙа бар. Бынан тыш, улар ауыл, район тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.  Был дөрөҫ­төр ҙә, сөнки ошо ауыл халҡы уларҙың хужа­лығында эшләй, үҫешенә тос өлөш индерә.

 

– Реканс Фәнил улы, һеҙгә һәм саҡ­ма­ғоштарға уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.

-  Рәмилә МУСИНА

“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Саҡмағош ауылындағы 1-се биҫтә төҙөкләндерелә.
“Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә, Туҙлыҡыуыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәйкәлен ремонтлағандар.
Быйыл районда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса алты фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән.
Яңыраҡ Саҡмағош ауылында  “Мостафа” мәсете асылды.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы ауыл биләмәләре тракторлы булған.
Иҫке Ҡалман, Иҫке Бәшир, Үрге Аташ һәм Митрәй-Әйүп ауылдарында хоккей ҡабы төҙөлә.
“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Саҡмағош ауылындағы 1-се биҫтә төҙөкләндерелә.
Читайте нас