Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 08:35

ТӘМЛЕ БУЛҺЫН!

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Тултырылған муйын

 

Ҡаҙҙы яҡшылап таҙартҡас, муйынын мөмкин тиклем оҙонораҡ итеп киҫеп алалар ҙа, тиреһен һалдырып, һалҡын һыу менән һәйбәтләп йыуалар. Шунан муйын тиреһен ҡороталар, эсе-тышына тоҙ-борос һибеп, 10-15 минутҡа һалҡынға ҡуялар.

Таҙартып йыуылған дөгөнө тоҙло һыуҙа бүрттереп алалар ҙа иләктә һарҡыталар, майҙа ҡыҙҙырылған һуған, аҡ май, тоҙ, борос, бер аҙ һурпа өҫтәп болғаталар, шыйығыраҡ итеп фарш әҙерләйҙәр.

Муйын тиреһенең бер башын бәйләйҙәр, эсенә әҙер дөгөнө тултыралар, 2-3 см ҡалдырып, икенсе башын да бәйләп ҡуялар. “Тултырма”ны кәстрүл төбөнә теҙеп, бер аҙ һурпа йә иһә һыу өҫтәйҙәр һәм әҙер булғансы бешерәләр. Шунан тултырылған ҡаҙ муйынын табала духовкаға ҡуйып, ҡыҙартып алалар.

Табынға эҫе килеш ҡуялар.

 

Тәпәйгә уратылған эсәктәр

 

Күп хужалар ҡаҙҙың тәпәйен өтөп, уны шул килеш бешерә. Ә бына ҡайһы бер райондарҙа хатта ҡаҙҙың эсәген дә ташламайҙар.

 

Ҡаҙҙың тәпәйен ҡырҡып, эҫе һыу менән бешекләп йәки өтөп, шунан тиреһен һыҙырып, тыр­нағын алып ташлайбыҙ ҙа яҡшылап йыуабыҙ. Ҡаҙҙың эсәген айырып, эсендәге бысрағын һығып сығарабыҙ, буйынан-буйына ярып, һәйбәтләп та­ҙартабыҙ. Тоҙ менән ышҡып, тағы йыуабыҙ. Шунан эсәкте тәпәйгә урайбыҙ, тағатылып тормаһын өсөн осо беркетеп нығытыла.

Ошолай әҙерләнгән тәпәйҙе ҡаҙҙың эс-бауыры йәки ит менән бергә бешерәләр. Ашҡа картуф, кишер, туҡмас, һуған төшөрөргә мөмкин.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас