Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 08:30

Улар Себерҙә башҡорт данын яҡлай

Айгөл менән Айһылыу шахмат донъяһында үҙ исемен таныта.

Айгөл Нәҙершинова.Айгөл Нәҙершинова.
Айгөл Нәҙершинова.

Бөрйән ҡыҙы Айгөл Нәҙершинова-Толомғужинаның шахмат өлкәһендәге уңыштары ошо спорт уйынын һөйөүселәргә күптән мәғлүм. 22 йыл дауамында төрлө рәүештә үткәрелгән йөҙәрләгән ярышта көс һынашып, тәбиғәттән бирелгән һәләтен камиллаштырғандан-камиллаштыра барып, үҙен көслө шахматсы итеп танытты.

Айгөл, туғыҙ йәшендә шахмат фәнен өйрәнә башлап бер йыл үтеүгә, тиҫтерҙәре һәм оло йәштә­ге­ләр араһында район чемпионы исеменә лайыҡ булды. 13 йәшендә 18 ҡала шахматсыларын берләш­тергән Урал зонаһы буйынса Ижев­ски­ҙа үткән ярышта ҡатнашып, Пермь, Өфө, Ижевск, Екатеринбург, Силәбе кеүек ҙур ҡалаларҙың шахмат клубтарында тәрбиәләнгән ҡыҙҙарҙы еңеп, шахмат донъяһын­да үҙен танытты ул. Уның үҙ тиҫтерҙәре араһындағы шәхси беренселектә бер нисә мәртәбә республика чемпионы титулына эйә булыуын да шахмат менән ҡыҙыҡһыныусылар яҡшы белә. Ул, һис һүҙһеҙ, спорт мастерлығына кандидат кимәлендә уйнаны... Тик Рощинскиҙа уйынсыларҙың уйнау кимәлен асыҡлаған квалификация ярышында ҡатнаштырмағас, уның ҡатмарлы фәнде үҙләштереү кимәле бөгөнгәсә билдәләнмәне.

Артабан яҙмыш Айгөлдө Яңы Уренгой ҡалаһына бәйләне. Ямал-Ненец автономиялы округында шахмат фәненә иғтибарҙың көслө булыуын алдан да ишеткәне була уның. Ысынлап та, шулай булып сыға. Айгөл Толомғужинаның һәлә­тен асыҡлау маҡсатында ҡаланың иң көслө 15 ҡатын-ҡыҙ шахмат­сыһы ҡатнашлығында турнир ойошторола. Яҙмышы хәл ителгән турнирҙа Айгөл уйнау оҫталығын да, психологик йәһәттән ныҡлығын да асыҡ күрһәтеүгә өлгәште. 14 мөмкинлектән йөҙ процент мәрәй йыйып, Себер шахматсылары араһында абруй яуланы.

Артабан ул ошо төбәктәге ярыштарҙа даими ҡатнаша башланы. Ноябрьск ҡалаһында округ буйынса үткәреләсәк ярышҡа барыу өсөн Олег Дәминев, Илнур Ҡунаҡбаев һәм үҙе ингән команданы алға сығарыу өсөн дә ҙур көс һалды ул. 13 мөмкинлектән 12 мәрәй йыйған команданың Яңы Уренгой ҡалаһы буйынса чемпион исеменә лайыҡ булыуында ҡалаға күптән түгел килгән шахматсының роле ҙур ине. Бындай ҙур турнирҙарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап өйрәнгән шахматсы булараҡ, һиҙемләү һәләте көслө булған Айгөл Ноябрьскиҙа үтәсәк ярыштың көсөргәнешле буласағын алдан белә. Ярыш барышында 18 йыл элек Ижевскиҙа уйнаған шахматсы ҡыҙҙар менән дә көс һынашырға тура килде. Ярослава Киттың беренсе турҙа уҡ кәйефе ҡырылыуға сәбәпсе булды Айгөл. Шахмат фәне буйынса мастер титулын яулаған И. Васильева ла округ кимәлендә тәүгә уйнаған уйынсы­ның көсөн баһаламайыраҡ уйнаған­дыр, абайламай еңелә. Ҡыҫҡаһы, ул саҡта Ноябрьскиҙағы ярышта ҡатнашҡан Н. Дроздова, Ю. Геливанова, Я. Кит, О. Тарасова, Н. Павлова, Д. Пономаренко, О. Гульченко, Е. Меняилова, Е. Семенова, И. Васильеванан торған шахматсылар төркөмө улар рәтенә киң эрудициялы, ныҡыш һәм етди холоҡло шахматсы ҡушылыуын белеп тә етмәгәндер.

Айгөл Зөфәр ҡыҙы Себергә күскәнгә тиклем, шахматтың “дебют”, “миттельшпиль”, “эндшпиль” бүлектәрендә һәр йөрөштә аналитик фекергә таянып уйнап, 100 процент мәрәй йыйып, Мәләүез ҡалаһы командаһын туғыҙ йыл дауамында, Күмертауҙыҡын бер нисә йыл рәттән халыҡ һаны йөҙ меңгә тиклемге ҡалалар араһындағы ярыштарҙа республика чемпионы исемен яулауға өлгәштергәйне. 22 йыл дауамында шахмат менән етди шөғөлләнеү тәжрибәһе Яңы Уренгой командаһын чемпиондар рәтенә сығарыуға булышлыҡ иткәндер.

Хәл иткес мәлдәрҙә, команда беренселеге өсөн барған ярыш­тарҙа Айгөл Нәҙершинова үҙендә икеләтә яуаплылыҡ тойоп уйнай. Үҙен ышаныслы, тыныс тотоуы ме­нән йәш шахматсыларға ла ыңғай тәьҫир яһай. Һөҙөмтәлә, Олег Дәминев, Марат Мәзинов, Айгөл Нәҙершинованан торған Яңы Уренгой командаһы Ноябрьскиҙа үткән ярышта Ямал-Ненец автономиялы округының чемпионы исемен яулап, күп төрлө бүләктәргә лайыҡ була. Шәхсән иҫәпләгәндә, Айгөл Зөфәр ҡыҙы 15 минутлыҡ блиц-турнирҙа – икенсе урынға, үҙ таҡтаһында йөҙ процент мәрәй йыйып – беренсе урынға һәм коман­даның уңышлы сығышы өсөн айырым призға лайыҡ була.

Айгөл Нәҙершинова, башҡа шахматсыларҙан айырмалы, бер ваҡытта ла шәхси уңышты алғы планға ҡуймай, коллектив ҡаҙа­ныштар ғына шахмат фәнен киңе­рәк өйрәнеүгә юлдар аса, ти. Бының өсөн Ямал-Ненец автономиялы округында мөмкинлектәр етерлек.

“Әсәнән күргән – тун бескән”, тигәндәй, Айгөлдөң ҡыҙы Айһылыу ҙа шахмат менән мауыға. 13 йә­шендә Күмертау, Салауат, Стәр­летамаҡ, Мәләүез ҡалаларында үткән ярыштарҙа призлы урындар яулауға өлгәште. Яңы Уренгойға күскәс, ҡала мәктәптәре араһында ярыштар үткәреп, Айһылыуҙың уйнау кимәлен билдәләгәндән һуң, уны Уренгой ҡалаһының йыйылма командаһына алалар. Артабан ул округ буйынса үткәрелгән ярыш­тарҙа уйнап, еңеүҙәр яуланы. Бөгөн ейәнсәрем Мәләүез күп профилле һөнәри колледжында иҡтисад йүнәлеше буйынса белем ала.

Ошо юлдарҙың авторы, йәғни олатаһы ярҙамында Айһылыу алты-ете йәшендә үк шахматтың “дебют”, “миттельшпиль” кеүек бү­лектәрен анализлап уйнарға өйрән­де. Салехард ҡалаһындағы ярышта Уренгой шахматсыларының икенсе урынды яулауында ейәнсәремдең дә роле ҙур булды. Туғыҙ мөмкинлектән һигеҙ мәрәй йыйып, командаһын алға әйҙәне ул.

Шахматта һәр кемдең үҙ стиле. Әсәһе классик уйын барышында көрәштәшен әкренләп эндшпилгә әйҙәп еңеүгә өлгәшһә, Айһылыу хәл иткес мәлдәр барлыҡҡа килтереп, комбинация яһап, хәйләкәр­лек менән еңә ала. Киләсәктә ҙур ярыштарҙа уңышҡа өлгәшеп, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары Тамара Танһыҡҡужина, Эльмира Хәсәнова кеүек, Рәсәй һәм донъя кимәлендә дан яуларына өмөт бар. Айһылыуҙың эске тойомлау һәләте лә, комбинацияларҙы күреү оҫта­лығы ла үҫешә барыуы һоҡлан­дыра. Шахматтың ҡатмарлы миттельшпиль өлөшөндә, һигеҙ-туғыҙ йөрөшкә алдан иҫәпләүҙәр алып барып, фигураны ҡорбан итеп, еңеү яулағандар бик һирәк. Х. Капабланка, Д. Яновский, Г. Ротлеви, Г. Камский, М. Ботвинник, Р. Нәж­метдинов кеүектәр, һоҡланғыс комбинациялы партиялар уйнап, йәш быуынға тәьҫир итерлек мираҫ ҡалдырҙы.

Быйылғы йәйҙә Айгөл Зөфәр ҡыҙы Нәҙершинова Яңы Уренгой командаһы составында Санкт-Петербургта Бөтә Рәсәй шахмат турнирында ҡатнашты. Улар 25 июлдә үк Төньяҡ баш ҡалаға юлланып, 15 көнлөк күнекмәләр үткәрҙе. Етди әҙерлек һәм ныҡышмалылыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы: бөтә илдән йыйылған 36 команда араһында Яңы Уренгойҙыҡылар дүртенсе урынды яуланы.

Бына шулай, башҡортомдоң аҫыл вәкилдәре – әсәле-ҡыҙлы Айгөл менән Айһылыу сит тараф­тарҙа ла милләтебеҙҙе танытып сығыш яһай, ҡыҙыҡлы ла, мауыҡ­тырғыс та, сәмле лә шахмат донъя­һында уңыш артынан уңыш яулай.

- Зөфәр ТОЛОМҒУЖИН

Айһылыу Нәҙершинова.Айһылыу Нәҙершинова.
Айһылыу Нәҙершинова.
Читайте нас