Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 16:00

Яҡташыбыҙ пассажирҙы үлемдән алып ҡалған

“Ҡараһам, ул ағарып бөткән, аяҡ-ҡулдары ҡыбырламай, ауыр итеп һөйләшә. Мин янына килеп еткәндә..."

Яҡташыбыҙ пассажирҙы үлемдән алып ҡалғанЯҡташыбыҙ пассажирҙы үлемдән алып ҡалған
Яҡташыбыҙ пассажирҙы үлемдән алып ҡалған

Өфө табибы Эльвира Ғабдуллина кеше ғүмерен ҡотҡарған. Табип өсөн бындай хәл көндәлек эш кеүек, әммә был ваҡиға хеҙмәт урынында түгел, ә самолетта булған.

Самолет Дубайҙан Өфөгә осҡан. Шул саҡта пассажирҙарҙың береһенең хәле насарайған. Ирҙең ҡан баҫымы күтәрелеп, ул аңын юғалта башлаған. Быны Эльвира күреп ҡалған.

“Ҡараһам, ул ағарып бөткән, аяҡ-ҡулдары ҡыбырламай, ауыр итеп һөйләшә. Мин янына килеп еткәндә, кислородлы битлек кейҙереп өлгөргәйнеләр. Ҡан баҫымын үлсәнем, ул бик юғары ине, пульсы ла ныҡ күтәрелде”, – тип һөйләй табип.

Эльвира Ғабдуллина юғалып ҡалмай, ауыҙына шәкәрле сәй тамыҙып, аңына килтерә, даими рәүештә ҡан баҫымын үлсәп тора, кәүҙәһендәге нөктәләргә массаж яһай. Пилоттар аша салон менән аваикомпания табибы бәйләнеш тота.

Ирҙең хәле тотороҡланғас, белгес уға аспирин таблеткаһы эсергә ҡуша.

Хәл һәйбәт тамамлана. Самолет һәм уның пассажирҙары Өфөгә имен килеп төшә. Эльвира әйтеүенсә, әгәр кешегә самолетта ҡыйын була икән, уға ҡәтғи рәүештә ниндәй ҙә булһа дарыу биреү тыйыла. Тик табип ҡушҡандарҙы ғына мөмкин.

Фото: "Моя Уфа" порталы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас