

Мобилизация башланған көндән Краснокама районында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эшләй һәм ул Ватан һаҡларға киткән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам итә.
Райондан бөтәһе 97 ир-егет мобилизацияланған. Бөгөнгә ҡарата уларҙың ғаиләләренән 72 мөрәжәғәт килгән: 55-е мәғлүмәт-консультация алған, 12-һенә аҙыҡ-түлек менән булышлыҡ ҡылғандар, биш кеше психологик ярҙам һораған.
Ирекмәндәр штабы посылка йыйыу менән дә шөғөлләнә. Мобилизацияланғандарға 209 посылка алып барылған, уларҙың 47-һен туғандары ебәргән. Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекмәндәр отрядтарына ла гуманитар посылкалар йыйылған.
Ирекмәндәр менән бер рәттән район һәм ҡала советтары депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары, йәш гвардиясылар эшмәкәрлек алып бара. Райондың йәштәр эше буйынса комитеты, ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренең мәсьәләләрен хәл итеүҙә, әйбер, аҙыҡ-түлек йыйыуҙа булышлыҡ ҡыла.
Яңы Уразай ауылы оҫтабикәләре тупланып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙе йылы кейемдәр менән тәьмин итергә булған: улар йөн эшкәртеп, ойоҡ, бейәләй, бирсәткә һәм башҡа әйберҙәр бәйләй. Ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттарҙың ғаиләләре, ата-әсәһе, яҡындары янына иҫән-һау ҡайтыуын теләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ирекмәндәр штабы махсус хәрби операцияла доброволец һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.
Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтә. Шул иҫәптән тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеүҙә, өйҙә, хужалыҡта булышлыҡ ҡыла.
М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.
Фото: bashkortostan.er.ru.