Йәмғиәт
3 Ноябрь 2022, 08:18

Йырҙың йыртығы юҡ, тиһәләр ҙә...

culture.ruculture.ru
Фото:culture.ru

Шуныһы көйөндөрә: ысын асыл юғала.

Иртәнсәк эшкә барып еткәнсе, радио тыңлап, ниндәй генә йыр ишетмәйһең. Үкенескә ҡаршы, күберәге – мәғәнәһеҙ йырҙар. Туған телде яҡшы белгәндәргә айырыуса ҡыйын ул, һүҙҙәрҙе нисек етте шулай ҡулланыуҙарын ҡабул итә алмайһың. Уларҙы тыңлап күңел өсөн бер ни ҙә алмайһың, киреһенсә, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо уяна. Йырҙарҙағы мәғәнәһеҙлеккә ҡаршы көрәштең бер бәләкәй генә алымы булһын әле тип, ошондай “өлгөләрҙе” социаль селтәрҙәге төркөмөмә ҡуя барам, уҡыусыларымды ла һөйләшеүгә, фекер алышыуға йәлеп итәм.

 “Ҡайтам әле, ҡайтам әле

Ауылыма, ауылыма,

Һорашырға, һорашырға

Хәл-әхүәлдәр, хәл-әхүәлдәр...

Иҫән-имен микән күрше-тирә,

Әткәй-әнкәйләр ҙә бар микән?”

 Билдәле генә йырсының ауыҙынан түгелгән ошо мәғәнәһеҙ һүҙҙәр теҙмәһен тыңлап ултырам. Ҡыҙыҡ, ниндәй категория өсөн яҙылған икән был йыр? Ата-инәһенең бармы-юҡмы икәнлеген дә белмәй йөрөгән зимагурҙарға бағышланған да һымаҡ. Асылда, бөгөн ошо “ауылыма ҡайтам, ҡайтып барам, ҡайтҡым килә, ҡайтырға ине, ҡайттым йәки ҡайталмайым, ҡайтып булмай, ҡайтырға бик теләйем дә – килеп сыҡмай, ҡайтһам да әсәйем үлеп киткән икән, ҡайтырға тип билет алғайным ул...” тигән кеүегерәк бер төрлө йырҙар менән тулды донъя. Әйтерһең, бөгөн кемдер ауылына ҡайта алмай һағынып-һарғайып ята. Ултырып йөрөргә машинаң бар, ҡулыңда – телефон, кеше аптыратырлыҡ йыр яҙып ултырғансы, ҡайт та кил.

“Яҡшы ине беҙгә ул саҡтарҙа

Һин дә минән торған йыһанда,

Бер ҡайғыһыҙ, бер вәғәҙәһеҙ генә –

Былай ғына...

Былай ғына кил һин яныма,

Былай ғына килеп ҡосаҡла ғына.

“Яратам” тип әйт былай ғына,

Былай ғына...” –

тип йырлай икенсе егет, йәғни беҙҙең мө­нә­сәбәттә бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ юҡ, ҡурҡ­ма, барыһы ла “былай” ғына. Былай ғына ҡосаҡлашабыҙ, былай ғына яратыша­быҙ, былай ғына. “Тегеләй” тип уйлай күрмә.

Икенсе йырҙың ҡушымтаһы:

“Торналар оса, торналар,

Бына мин дә ҡайттым өйгә.

Һин ҡыума мине, һин ҡыума,

Мин оҡшамаған изгегә...”

Аңлашыла: шансон, куртуаз йыр жанрында башҡарыла һәм темаһы ла шуға ярашлы, әммә башҡортса йырлап маташа ла инде. Аңлауымса, эстәлеге ошолай: мин йүнле кеше түгел, тик һин йәшәргә индерә күр, зинһар. Ҡайҙан ҡайтҡандыр ул – төрмәнәнме, зимагурлыҡтанмы, әллә икенсе ҡатынданмы – билдәһеҙ. Иң мөһиме – һин уны алдама, ҡыума, ғәйеп эҙләмә, йылыт, ашат, эсер...

Тағы бер миҫал:

“Алтын балыҡ, алтын балыҡ,

Ҡайһы һыуҙа йәшәйһең?

Ниңә бер ҙә күренмәйһең,

Мин бында, тип әйтмәйһең”.

Алтын балыҡты алйот тип уйлайҙармы икән? Әлеге йырҙы яҙыусылар ҙа, минең кеүек тыңлап ауыҙ йырыусылар ҙа артыҡ аҡыллы түгелдер инде ул, әммә алтын балыҡты баһалап еткермәй был “бөйөк ижадсылар”.

Ә бына:

“Һөймәгәнгә һөйкәлмәнек,

Сит йәрҙәргә һикермәнек”, –

тигән юлдар был йырҙы ижад итеүсенең баһаһын бермә-бер “күтәреп” ебәрә! Атыу һуң! Ул һиңә ниндәйҙер әхлаҡһыҙ, йөрөмтәл әҙәм түгел. Ул берәүҙең дә йәренә һикермәй. Ә һикереүсене күҙ алдына килтерәһегеҙме? Үлән араһынан шыуышып ҡына аңдып килә лә, уңайлы ерҙә генә атылып сығып, кемдеңдер йәрен әрәм итә. Ҡурҡыныс хатта...

Бына ошолай мәғәнәһеҙ йырҙарҙы тәнҡитләп яҙыуымдың касафаты булды шикелле: үткән аҙнала “Юлдаш” радиоһы йыр һайлау буйынса художестволы совет ултырышына саҡырҙы. Һәр хәлдә, бындай яуаплылыҡты ышанып тапшырыуҙары өсөн рәхмәтлемен “юлдаш”тарға.

Йәмғеһе 51 йыр тыңланыҡ. Шуларҙың туғыҙын, барыбыҙҙың да фекере тап килеп, тамашасы иғтибарына сығармай торорға кәңәш иттек. Улар шул ҡолаҡҡа ятмаған йырҙар иҫәбенә инде. Билдәләп китәйек, бында мин генә түгел, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров һәм йәш композитор Азат Асҡаров та булып, йырҙарҙың һүҙ мәғәнәһе, шиғри төҙөклөгө генә түгел, ә көй, аранжировка һәм башҡарыу оҫталығы ла ҡаралды.

Йырҙарҙың шиғырын тикшергәс, үҙ йүнә­лешем буйынса ғына яҙам. Ошо 51 йырҙың алты-етеһенең генә текст авторҙарын шағир тип беләм булып сыҡты. Ҡалғандарының исеме лә, фамилияһы ла, әҙәбиәттә берәй төрлө роль уйнауы ла билдәле түгел. Ярай, әгәр шиғыр шәп, йырға яғылып ята икән, был авторҙы күтәреп сығыр, бына бер хазина тип күрһәтер инем. Юҡ шул! Шиғыр ҙа юҡ, мәғәнә лә юҡ, ә йыр бар. Вәт, һиңә йомаҡ.

Бөгөнгө әҙәбиәт шул ҡәҙәре көтөүсеһеҙгә әйләнде, шиғырҙың да, хикәйәнең дә һәм китаптарҙың да ысын асылы юғалды. Шиғыр формаһы һәм әҙәби тәртиптәре, хикәйә жанры һәм композиция төҙөлөшө кеүек иң ябай ҡанундар ҙа һанға һуғылмай башланы. Әлеге йырҙарҙан ҡарағанда ла “ҡала-бала-тала”, “әсәйем-бесәйем-тәсәйем” кеүек шул тиклем тапалған рифмаларға ғына ҡоролған еңел-елпе куплеттар булһынмы, рифма һәм ритм­дан бөтөнләй яҙа йөрөгән юлдар булһын­мы, көйгә һалынған проза булһынмы...

Худсоветта билдәләп ултырған теҙмәмде ҡарап сыҡтым ҡабаттан һәм “шиғыр юҡ” тип билдәләгән исемлекте сығармайынса булдыра алмайым. Бына ул авторҙарҙың исемлеге: Әхмәт Йәркәй, Рәсилә Йосопова, Гөлфиә Шәкирова, Рәсимә Йосопова, Римма Санъярова, Илһам Фазылов, Ләйсән Йәнбир­ҙина, Айгөл Үтәгәнова, Хәмит Маткәримов, Наҙгөл Ғәлиева, Альбина Килдейәрова, Родион Мортазин. Уларға ҡарата шәхсән бер насар уйым да юҡ, әммә был егет һәм ҡыҙҙар шиғыр яҙа белмәй әлегә. Әгәр фекерем менән риза түгелдәр икән, әлеге йыр һүҙҙәрен Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһына тапшырып, бик булмаһа, билдәле шағирҙарҙан тикшертеп ала алалар. Улар, моғайын, күрәләтә шиғыр булмағанды “шиғыр” тип иҫбатламаҫ.

Шул уҡ ваҡытта шәп тип билдәләгән автор­ҙарҙы ла күрһәткем килә. Мәҫәлән, Әнүзә Ғиззәтуллина, Зоя Йәрмөхәмәтова, Нурлан Ғәниев, Роберт Әхмәтйәнов, Эльмира Йәлилова, Фирүзә Абдуллинаның ши­ғырҙары эстәлекле лә, етлеккән дә, бер һүҙ менән әйткәндә, көйһөҙ ҙә йырлап торалар. Бына был кешеләргә композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итергә була, тип уйлайым. Уларҙа һәләт һәм яуаплылыҡ бар, башҡорт йырының сифаты өсөн һүҙ тота алалар.

Ҡайһы бер билдәле генә йырсыларҙың да мәғәнәһеҙ шиғыр һайлағанына эс бошто. Йырсылар, бәлки, шиғырҙың төп асылын аңлап та етмәйҙер, әммә был өлкәгә иғтибар итеүҙәрен һорар инем. Ошо урында йәштәргә Әлфиә Юлсуринаны үрнәк итеп ҡуйырға була. Ике йырын тыңланыҡ, икеһе лә шыҡылдап торған шиғырҙарға ижад ителгән, аранжировкаһы ла, башҡарыу оҫталығы ла хисләндерә һәм тулҡынландыра. Апайҙың (“апай” тип әйтеүем хөрмәт йөҙөнән) үҙ һөнәренә шундай мөкиббән һәм тамашасыһын яратҡан йырсы икәнлеге күренеп тора. Афарин шундайҙарға!

Ҡалғандары “уртаҡул” шиғырҙарға һалынған йырҙар булды. Артыҡ маҡтарлыҡ та, әрләрлек тә түгел. Тыңларға була, әммә һүҙҙәре йөрәккә үтмәй. Ярай, ундай йырҙар ҙа булалыр инде. Йырҙың йыртығы юҡ, тип ҡабатларға яратабыҙ бит. Уныһы, бәлки, шулайҙыр ҙа, ә бына  тупһыҙлығы менән күңелде йыртҡаны бар.

Художестволы совет ултырышында ҡатнашып һәм шундай яуаплылыҡ алып, “Юлдаш” каналы хеҙмәткәрҙәренең борсолоуын да, башҡарған эштәренең мәшәҡәтле икәнлеген дә күрҙем. Шул хәтлем ҙур ағымды иләк аша үткәреү еңел эш түгел. Бының өсөн әллә күпме көс-ҡөҙрәт, ваҡыт һәм системалы алым кәрәк.

- Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Читайте нас