Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ноябрь 2022, 21:30

Берҙәм логистика үҙәге асыла

Маҡсат - хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙы кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү.

Берҙәм логистика үҙәге асыла
Берҙәм логистика үҙәге асыла

Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙы кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү йәһәтенән эште йылдам ойоштороу маҡсатында Берҙәм логистика үҙәге төҙөлә. Үҙәк тауарҙарҙы йыйыуҙан алып тәғәйен кешегә тапшырыуға тиклемге барлыҡ ғәмәлдәрҙе көйләйәсәк.

Тышҡы сығанаҡтарҙан мәғлүмәт Ихтыяжды эшкәртеү һәм туплау үҙәгенә килә, артабан хеҙмәткәрҙәр хәрби комиссариаттар, хәрби частар, Башҡортостан Башлығының кәңәшселәре менән берлектә эшкәртелә. Эшсе төркөм тарафынан ҡаралып, хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарҙы тылдан тәьмин итеү буйынса эшсе төркөм етәксеһе тарафынан раҫланған тауарҙар исемлеге тәьминәтселәрҙе эҙләү, килешеү төҙөү өсөн республиканың власть органдарына ебәрелә. Тәьминәтсе продукцияны келәткә тапшырғандан һуң, уның сифаты тикшереләр, туплайҙар һәм төрәләр. Артабан был йыйылмалар хәрби частарға, батальондарға һәм хәрби ҙерлек үткән урындарға юллана.

Фото: mayakrbt.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: