Йәмғиәт
4 Ноябрь 2022, 05:07

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ. Байрамдың илебеҙҙе туплауҙағы роле баһалап бөткөһөҙ. Халыҡтар берҙәмлеге, татыулығы менән көслө бөгөн Рәсәй.

Башҡортостан – быуаттар төпкөлөнән Ватаныбыҙҙың терәк-таянысы, фекер­ҙәше. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2001 йылда төбәгебеҙгә юғары баһа биреп: “Башҡортостанда, һыу тамсылары кеүек, барлыҡ мәҙәни, дини, телдәр төрлөлөгө,  халыҡтар дуҫлығы менән беҙҙең бөтә Рәсәй сағыла”, – тине. 

Был һүҙҙәрҙә һис арттырыу юҡ. Ғәҙел баһа. Башҡортостандың төп байлығы – уның халҡы. Республикала 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Башҡортостан етәкселеге төбәктә йәшәгән этностарҙың милли үҙаңдарын тергеҙеү, мәҙәни йолаларын, телдәрен һаҡлау маҡсатында төрлө саралар күрә. Мәҫәлән, Башҡорт­останда Халыҡтар дуҫлығы йорто булдырылған, унда төрлө тарихи-мәҙәни үҙәктәр эшләй. Бөтәһенең дә мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн шарттар бар – милли телдәрҙә гәзит-журналдар сыға, китаптар баҫыла, радио, телевидение тапшырыуҙары алып барыла, театрҙар эшләй. Ошондай мөнәсәбәт  берҙәмлек нигеҙе булып тора.

Тарих төпкөлөнән бөгөнгәсә Рәсәй иленә бәлә килгәндә барлыҡ милләттәр Ватаныбыҙҙы яҡлап сыҡҡан. Был үҙе үк берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазинабыҙ, ә Рәсәй беҙҙең дөйөм йортобоҙ булыуы хаҡында һөйләй.

Читайте нас