

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында булдырылған М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы ирекмәндәре, әүҙем граждандар мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә матди һәм рухи ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә.
Мәҫәлән, Ишембай районындағы Ирекмәндәр штабына Яңы Әптек ауылынан мобилизацияланған ирҙең ҡатыны бесән алып килеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Һайран ауылы хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев бесән алышыуҙа һәм уны алып килеүҙә ярҙамлашҡан, ә ирекмәндәр уны бушатышҡан.
Нефтекамалағы М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы Ҡырым-Һарай ауылынан мобилизацияланған яҡташтарының ҡатынының мөрәжәғәтенә битараф ҡалмаған. Уға хужалыҡта ярҙам - ҡышҡа тиклем участкаға һыу аҡмаһын өсөн торба һалып, юл менән тигеҙләү талап ителгән. Нефтекама ҡалаһы Советының “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутатты Фәһим Низамов был эште ойошторған, ирекмәндәр ҙә ситтә ҡалмаған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәк телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.
Фото: bashkortostan.er.ru.